Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
12 Ноябрь 2021, 09:00

Кем еңеүсе тиһегеҙме? Беҙҙең Илүзә!

Яҡташыбыҙҙы уңышы менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ! "Шоңҡар"ҙар. 

Кем еңеүсе тиһегеҙме? Беҙҙең Илүзә!Кем еңеүсе тиһегеҙме? Беҙҙең Илүзә!
Кем еңеүсе тиһегеҙме? Беҙҙең Илүзә!

Һай, үҙебеҙҙең һылыуҙар! Бер ерҙә лә мах бирмәйҙәр! Тағы ла шатлыҡлы яңылыҡ - Красноярскиҙа XV «Мисс Азия-Себер - 2021» милләт-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында

 М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, 21 йәшлек Илүзә Иҫәндәүләтова еңеү менән ҡайтты. Яҡташыбыҙ  барлыҡ  һынауҙарҙы  үтеп,  «1-се вице-мисс Азия-Себер - 2021» исеменә лайыҡ булды. Конкурста тыва, яҡут, татар, хакас, алтай, монголия, бүрәт, башҡорт ҡыҙҙары ҡатнашты.

Улар рус һәм телдәрендә үҙҙәре, тыуған төйәге, үҙ халҡының бөйөк ҡатын-ҡыҙҙары менән таныштырған,  Һәр береһе милли ижади номер күрһәткән. Шулай уҡ милли кейемдәрҙә һәм киске күлдәктәрҙә дефиле ойошторолдо.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас