Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Ноябрь 2021, 15:00

Плүс, Минус исемле малайҙар

Бәлки, һеҙҙең яҡта ла шундай хәлдәр барҙыр?! Яҙығыҙ, бергәләп көләйек.

Плүс,  Минус исемле малайҙарПлүс,  Минус исемле малайҙар
Плүс, Минус исемле малайҙар

Баймаҡ районы Ғүмәр ауылында була был мәрәкә.  Ғәйнислам олатайҙың бер-бер артлы ике ейәне тыуған. Береһенә - Филүс, икенсеһенә Динис тип исем ҡушалар. Күршеләре ейәндәренең исемен һорағас, олатай:

-Береһе Плүс, икенсеһе Минус, -тип яуаплаған.

Хәҙер ҙә Филүс, Динис исемле малайҙарҙы Плюс, Минус тип мәрәкәләтергә яраталар.

* * *

Ғүмәр ауылынан ике малайҙы атаһы Баймаҡҡа сөй алырға ебәргән. Малайҙар Баймаҡҡа барып еткәнсе сөйҙөң руссаһын онотҡан. Береһе шунда ҡапыл ғына:

- Дайте килограмм гнездо, - тип һорап ҡуйған.

Хәҙер ҙә ғүмәрҙәр “магазиндан берәй килограмм гнездо барып алайым әле”, - тип мәрәкәләшә.

 Миләүшә Юлдашбаева.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас