Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
13 Ноября 2021, 07:32

Шәрә килеш аҫылынма!

Ҡото осҡан ҡатыны артынан йүгерә. 

Шәрә килеш аҫылынма!Шәрә килеш аҫылынма!
Шәрә килеш аҫылынма!

Бер ир менән ҡатын дыу килеп талаша. Ахырҙа,  пыр туҙған ире үсегеп:

- Аҫылынып үләм, - тип ярһып сығып китә.

Ҡото осҡан ҡатыны артынан йүгерә.  Тегеһе кейемдәрен сисеп ҡулына тотҡан да тәрән генә һыуҙың уртаһына етеп бара, ти. Шәп-шәрә, кейемдәрен өҫкә күтәргән. Был яҡтан ҡатыны ҡысҡыра ти:

-  Сәлим, Сәлим тим! Аҫылынһаң да,  ыштыныңды кейеп аҫылын, кешенән оят бит! 

Хәҙер беҙҙең яҡта шундарйыҡ ҡыҙыҡ хәл килеп тыуһа,  ыштаныңды кейеп аҫылын, тип әйтәләр. 

Рәмилә Яманаева.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас