Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Ноябрь 2021, 10:19

Тормошобоҙ әйткән һүҙҙәргә бәйле.

-Әсәй - Атайҙарға әйткән ауыр һүҙҙәр, беҙгә ауыр тормош бирә.

Тормошобоҙ әйткән һүҙҙәргә бәйле.Тормошобоҙ әйткән һүҙҙәргә бәйле.
Тормошобоҙ әйткән һүҙҙәргә бәйле.

-Аҡсам юҡ - тиһәгеҙ аҡсағыҙ булмаясаҡ, аҡсам килеп етмәгән һб. тиегеҙ.
Китәм - тимәгеҙ, ҡайтам, барам, етеп барам һб, тигеҙ, киткәндәр - әхирәт донъяла ята.
-Ашап туйҙым - тимәгеҙ, башҡа тамағығыҙға аш бармауы бар, туҡландым, ашығыҙ тәнемә дауа бирһен, һб.
-Кешеләрҙе ҡарғамағыҙ -ҡарғыш насарлыҡҡа, күңелде ҡатыра, уҫаллыҡҡа, кешеһеҙлеккә килтерә.
-Күп һүҙ — һине ау урынына сырмай.
-Йомшаҡ, яғымлы, мөхәббәтле һүҙҙәр һөйләгеҙ, аурағыҙ нығыр, үҙегеҙҙең күңелегеҙ шат, йәнегеҙ тыныс булыр.
-Ауыр, нахаҡ һүҙҙәр — йөрәккә бысаҡ, уҡ, һөңгө булып ҡаҙала.
-Һүҙҙәр юлдарҙы яба, ҡайғыға һала.
-Һүҙҙәрҙең көсө —атомға тиң.
-Әсәй - Атайҙарға әйткән ауыр һүҙҙәр, беҙгә ауыр тормош бирә.
-Был донъяла берәүҙә бәхеттең ете күгендә булмай, әгәрҙә әйткән һүҙенән ғәфү үтенмәһә.
-Кешеләрҙең бәхетле тормошо - йөрәгендә урынлашҡан.
-Насар өйҙә, аслы -туҡлы йәшәгәндәрҙең бәхетлеләре бар, сөнки Аллаһы Тәғәләм уларҙың йөрәктәрен аса.
-Был донъяға беҙ эшләнеп бөтмәгән эшебеҙ, аманатыбыҙ өсөн ҡабат тыуғанбыҙ.
-Кешелек донъяһы — тәбиғәтте һаҡларға, татыу, мөхәббәтле йәшәргә, тәүфиҡле балалар үҫтерергә, иманлы булырға тейеш.
Мин !- тимәгеҙ, Аллаға Шөкөр, тип әйтегеҙ.
(Зәкинә Ханым)

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас