Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
13 Ноября 2021, 06:10

Йырҙары менән күңелдә ҡалды

Сибайҙа  талантлы музыкант - баянсы, данлыҡлы композитор Юлай Моратовтың хәтер кисәһе һәм Юлай Моратов исемендәге III асыҡ ҡала һәүәҫкәр композиторҙар конкурсының Гала - концерты үтте. Еңеүселәре кемдәр тиһегеҙме?

Йырҙары менән күңелдә ҡалдыЙырҙары менән күңелдә ҡалды
Йырҙары менән күңелдә ҡалды

 Юлай Хәким улы Моратов 1949 йылда Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында тыуған. Буласаҡ композитор Сибай педагогия училищеһын һәм Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһын тамамлаған. Юлай Моратовты Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында һәләтле уҡытыусы һәм күп балалы атай булараҡ беләләр ине. Ул үҙенең 10 балаһына ла музыкаль белем биргән.

Үҙешмәкәр композитор Юлай Моратов Сибайҙа 67-се йәшендә донъя вафат була. Республиканың мәҙәни тормошонда спектаклдәргә көйҙәр ижад итеүсе һәм 200-ҙән ашыу йыр авторы булараҡ билдәле. Уның йырҙарын Айҙар Ғәлимов, Гөлсөм Бикбулатова, Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Фәрүәз Урманшин кеүек популяр йырсылар башҡарҙы. Мәрхүм тыуған төйәгендә — Баймаҡ районында ерләнә.

Быйыл конкурста Мәскәү ҡалаһынан, Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан йәмғеһе 20 - нән ашыу композитор ҡатнашты.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларҙың күптәре йыраҡтан һәм оло быуын вәкилдәре булараҡ пандемия сәбәпле, был сарала ҡатнаша алманы.

Уларҙың бүләктәре һәм дипломдары үҙ эйәләренә еткереләсәк. Конкурсанттарҙы баһалаусы жюри ағзалары : жюри рәйесе, Башҡортостан композиторҙар ойошмаһы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре профессионал композитор Айрат Рәшит улы Ғайсин;
Өфө "Нур " татар драма театрының музыка бүлеге мөдире , Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты , Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Юлай Хәмит улы Үҙәнбаев;
Башҡортостан Республикаһы Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры музыка бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Илшат Ғәббәс улы Яхин;
Сибай концерт - театр берекмәһенең ижад буйынса директор урынбаҫары , Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Париж улы Туйсин.
Шулай итеп конкурстың еңеүселәре билдәләнде:
1 урын -Әбйәлил районынан Сабитов Вәғиз һәм Салауат районынан Ғәйфуллина Альбина;
2 урын - Сибай ҡалаһынан Гүзәл Баянова,Өфө ҡалаһынан Флёра Шәрипова, Сибай ҡалаһынан Мәмдүҙә Илбаҡова;
3 урын - Учалы ҡалаһынан Элиза Ғәлимова, Учалы ҡалаһынан Марсель Нәжметдинов, Мәскәү ҡалаһынан Әлфиә Агеева , Ҡырмыҫҡалы районынан Динә Мулкаманова.
Конкурстың дипломанттары һәм Моратовтар ғаиләһе исеменән дәртләндереү призына лайыҡ булдылар : Алик Кайранов,Яманаев Фәнил , Мортазина Сания, Динә Аҡназарова , Насип Һаҡмаров, Венера Баймурзина һәм Ильяс Аллаяров. Сибай башҡорттары Ҡоролтайының махсус призы Ғайсина Нәсимә, Сибай сәнғәт колледжының махсус призы Рәис Ханнанов, Сибай педагогия колледжының махсус призына Илдар Хәмиҙуллин, Сибай гимназия - интернатының махсус призына Урал Ғатауллин лайыҡ булды.

.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас