Танышым һөйләгән һүҙҙәр уйландырҙы әле мине лә: ”Ҡәйнеш менән килендәшкә никах уҡытҡан көндөң кисенә ҡоҙалар ҡайнымдарға ҡунаҡҡа килергә тейеш ине. Өҫтәл әҙерләп йөрөп, ике бәләкәс улымды күҙ уңынан ысҡындырып ебәргәнмен. Бер заман сыр-сыу килеп илашҡан тауышҡа йүгереп сыҡһам, улдарым йәшел үлән өҫтөндә аумаҡлашып һуғышып ята. Бәләкәй генә ҡулдары менән бер-береһенә шул тиклем йәбешкәндәр, айырып алырлыҡ та түгел. Эргәләрендә тороусы ирҙәр, етмәһә, ҡыҙыҡ күреп уларҙы бер-береһенә һөсләтә. Үҙҙәре әле береһен, әле икенсеһен ҡеүәтләп хахылдашып көләләр. Йән көскә малайҙарҙы айырып, иремде эҙләргә йүгерҙем. Әле генә ошонда йөрөгән кеше әллә ҡайҙа юҡ булған. Аптырап, төпкө бүлмәгә керһәм, ҡәйнәм иремә массаж яһап ултыра. Уныһы, хәс бәләкәй балалай, алдына һуҙылып төшөп ятҡан, рәхәтләнеп күҙҙәрен йомған хатта.
Асыуымдан шартлай яҙып, күҙемә йәш төйөлөп сығып йүгерҙем дә, ике баламды ике яҡтан елтерәттем генә. Былай ҙа һыңҡылдап торған өлкән улым минең яман тауышымдан ҡурҡып, тағы ла нығыраҡ илай башланы. Ә бәләкәйе шундай итеп ҡараған миңә. Зәп-зәңгәр генә күҙҙәренә төйөлгән йәш бына-бына йылға булып ағып китерҙәй. Унда иҫ киткес аптырау, минең йәмһеҙ ҡылығыма ғәжәпләнеү, һыҙланыу тойғоһо сағыла ине.
Ошо ҡарашҡа абынып тигәндәй туҡтап ҡалдым. Ике улымды ике яҡтан ҡосаҡлап ергә сүкәйҙем дә, бер кемгә лә иғтибар итмәй, үкһеп-үкһеп иланым. Оят ине миңә, иҫ киткес оят. Мин уларҙы ҡосаҡлаған һайын, улар миңә нығыраҡ һыйына. Үҙҙәренең йөрәктәре күкрәктәренән атылып сығырҙай булып тибә. Дөп-дөп-дөп... Ошо тауыш һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырай. Беләһеңме, шунан һуң үҙемә һүҙ бирҙем, бер ҡасан да улдарыма ауыр һүҙ әйтмәйәсәкмен, хатта тауыш та күтәрмәйәсәкмен, тип”.
Шымып ҡалған танышымды йыуатырлыҡ һүҙҙәр таба алмай торҙом бер килке. Мин нимә эшләр инем икән уның урынында? Үҙемде нисек тотор инем? Кешене оҡшамаған ҡылыҡтары өсөн ғәйепләүе еңел дә ул, ә бына йыуатырлыҡ, көс бирерлек һүҙҙәр табыуы ауыр бит. Һәр хәлдә, шуны әйткем килә: сығырыңдан сыҡҡанда ла балаңдың бәҫен төшөргән һүҙ әйтмә. Һүҙ яраһы оҙаҡ төҙәлә бит. Бик әйткең килһә, "уңғанбай"ҙан һалдыр. Фәрештәнең "амин" тигән сағына тура килер ҙә, үҙе уңған, үҙе бай булыр.
(Гөлназ Ишемғолова)
+22 °С
Ямғыр



