Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Ноябрь 2021, 14:20

Яҙмыш уларҙы осраштырһа ла...

Был донъяға әҙәм бәхетле булыр өсөн тыуа, тиҙәр. Әммә һәр кемдең бәхет асылы үҙенсә: кем өсөндөр һайлаған һөнәрендә, бәғзеләргә – мөхәббәттә, һаулыҡта...

Яҙмыш уларҙы осраштырһа ла...Яҙмыш уларҙы осраштырһа ла...
Яҙмыш уларҙы осраштырһа ла...

ЯҘМЫШТАРЫНЫҢ ИКЕНСЕ БҮЛЕГЕН ГЕРОЙҘАР ҮҘҘӘРЕ ЯҘА
Был донъяға әҙәм бәхетле булыр өсөн тыуа, тиҙәр. Әммә һәр кемдең бәхет асылы үҙенсә: кем өсөндөр һайлаған һөнәрендә, бәғзеләргә – мөхәббәттә, һаулыҡта... Әҫәр геройҙары ярайһы уҡ тәжрибәле кешеләр. Уларҙың үҙгәрмәҫ ғәҙәттәре, тормоштағы ваҡиғаларға үҙ ҡараштары бар. Яҙмыш уларҙы осраштыра, әммә шул уҡ мәлдә ҡаршылыҡтар ҙа ҡуя. Ошо ҡаршылыҡтарҙы бергәләп еңергә насип итерме? Нил Саймон пьесаһы буйынса ҡуйылған “Яҙмышымдың икенсе бүлеге” трагикомедияһын ҡарап был һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Әйткәндәй, спектакль иртәгә, 17 ноябрь Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында була.
Спектакль өҫтөндә ҡуйыусы- режиссер – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, Ҡуйыусы рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, балетмейстер, музыкаль яҡтан биҙәүсе – Рената Крицкая эшләне. Төп ролдәрҙә Башҡортостандың халыҡ артистары Рушанна Бабич, Гөлшат Ғайсина, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов һәм актер Салауат Юлдашбаев.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас