Ир аҫылы — һиммәтле, ҡыҙ аҫылы — ҡиммәтле, ти халыҡ. Миңә лә егеттәрҙең аҫылы менән танышыу бәхете тейҙе. “Тырыш, ярҙамсыл, намыҫлы, кешелекле башҡорт егете”, — тине уның тураһында иң яҡын дуҫтарының береһе. Шулай булды ла. Әкиәттәрҙә генә осраған герой кеүек күренде ул миңә. Аҡыллы, рухлы шәп замандаштарыбыҙҙың береһе ул. Илмир СӘЙФУЛЛИН менән әңгәмәне уҡыһағыҙ, был һүҙҙәрҙең береһендә лә шаштырыу юҡлығына һеҙ ҙә ышанырһығыҙ.
— Илмир, үҙең менән таныштырып китһәң ине.
— Тормош юлым тиҫтерҙәремдекенән әллә ни артыҡ айырылмай. Тоҙло, төрлө минераль матдәләргә бай шишмәләр иле Ғафури районының Красноусол ауылында, ғаиләлә икенсе – кинйә бала булып донъяға килгәнмен. Беренсе класҡа Красноусол башҡорт гимназия-интернатына барҙым. Тик, бәлки, артыҡ ҡыйыуһыҙ булғанмыр, бәлки асылып өлгөрмәгәнмендер, бәлки гимназияла талаптар юғары ҡуйылғандыр, уҡыуым насар ине. Ата-әсәйем: “Баланы йонсотмайыҡ”, — тип Красноусолдың 1-се һанлы мәктәбенә күсерҙеләр. Уларҙың күҙаллауҙары раҫҡа сыҡты, тиҙҙән көндәлегемдә “дүрт”ле, “биш”леләр күҙгә күренеп артты. Шулай ҙа, башланғыс кластарҙа бергә уҡыған класташтарымды онотҡаным юҡ. Электән гимназияға һуҡмаҡты һыуытманым һәм һаман да унда белем алған элекке дуҫтарым менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ.
Мәктәпте тамамлағас Өфө дәүләт авиация техник университетына авиация приборҙар төҙөү факультетына уҡырға индем. Ҡулыма диплом алыу менән һалдат кейемен кейҙем. Һарытау һәм Ҡырым яҡтарында артиллерия полкында хеҙмәт иттем.
Әрмегә 18 – 20 йәшлек ваҡытта алып дөрөҫ эшләйҙәр. Тәртипкә, дисциплинаға өйрәнеп ҡайтаһың, ҡыҙҙар алдында ла абруйың күҙгә күренеп арта үҫмерлек осоронан яңы ғына сыҡҡан саҡта барып-ҡайтһаң. Миңә, биш йыл дөйөм ятаҡта йәшәгән кешегә, хеҙмәт иткәндә артыҡ яңылыҡ күрмәнем. Дөйөм ятаҡта ла бит биш-ун минутҡа иртәрәк йоҡоңдан уянмайынса иләмһерәп ятһаң йыуыныу, аш-һыу бүлмәләрендә һыу буйы сиратта тороп сәй ҙә эсә алмайынса уҡырға китеүең бар. Әрмелә иһә талаптар тағы ла ҡатыраҡ. Берәү ҙә иркәләп тормай, ысын ир-егеттәрҙе тәрбиәләү мәктәбе ул, нимә генә тиһәләр ҙә.
— Әрменән ҡайтҡас та эшкә урынлаштыңмы? Һәйбәт эш урындарына инеү еңелдән түгел тиҙәр бит...
— Авиация техник университеты текә уҡыу йорттары һаналһа ла, уҡыған һөнәрең буйынса эш табыуы бик еңелдән түгел. Әрменән ҡайтҡас дуҫтарҙан, таныштарҙан эш тураһында белешеп, һорашып йөрөнөм. Яңы ғына ҡулдарына диплом алған ике иптәшем АО “Нефтемаш”та эшләйҙәр ине. “Беҙҙең янға килеп ҡара, бәлки һиңә лә бәхет йылмайыр”, — тип үҙҙәре яндарына саҡырҙылар.
Инженер-наладчик булып ингән инем, һуңынан программист һөнәрен үҙләштерҙем. Күп ваҡыт: “Беҙҙәге заводтарға таныш-тоношһоҙ ғына эшкә кереп булмай”, — тигәндәрен ишеткәнем бар. Бөтөн ерҙә лә улай түгел. Танауығыҙҙы төшөрмәгеҙ, эҙләгеҙ, һорашығыҙ. Тамсы тама-тама таш тишә, тиҙәр бит. Үҙеңә яҙғаны барыбер табыла.
— Һине йырҙар яҙған, гитарала уйнап йырлаған моңло егет итеп беләбеҙ. Ҡайһы ваҡытта һиңә илһам ҡошо килә?
— Ир-егеттәр иламай, тигән бер ерҙә лә яҙылмаған, шул уҡ ваҡытта барыһына ла билдәле ҡанун бар. Әммә беҙҙең дә йөрәк туң түгел. Күңел ниндәйҙер тетрәнеү кисергәндә ир-аттар быға тиклем үҙҙәренә генә билдәле булған дауалау алымдарын ҡулланалар. Берәүҙәр, оҫтаханаһына инеп бикләнә, икенселәр, техникаһы менән булаша башлай... Мин иһә үҙемде борсоған, тынғылыҡ бирмәгән һорау-ваҡиғаларҙы шиғыр юлдарына һалып ҡарайым. Был, ысынлап та, ярҙам итә. Уларҙы кемгәлер күрһәтер, уҡытыр өсөн дә яҙмайым, үҙем өсөн генә. Ярһыу-һағыштарымды баҫыр, тынысланыр өсөн. Әммә ҡайһы бер ваҡытта дуҫтарым алдында гитарала уйнап йырлағаным бар. Оҡшаталар.
Гитарала башта уҡыусы сағымда ике туған ағайымдан әҙерәк уйнарға өйрәндем. Һуңынан Красноусолда оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килгән “Һәләтле балалар ижады үҙәге”ндә бер йыл гитарала уйнау түңәрәгенә йөрөп белемемде камиллаштырҙым. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Һәр ир-егет кәмендә бер музыка ҡоралында уйнай белергә тейеш, тигән фекерҙәмен.
— Спорт менән ҡасан шөғөлләнә башланың?
— Мәктәптә уҡығанда гер күтәреү менән ихлас шөғөлләндем, ярыштарҙа ла ҡатнашып призлы урындар яуланым. Кәүҙәгә бәләкәйҙән сибек инем. Әле лә яңы таныштар мине һигеҙ-ун йәшкә кесерәйтеп, 18 – 20 йәшлек егеттер тип уйлайҙар. Шуға ла, спорттың был төрөн һайлауыма электән аптырап ҡараусылар ҙа, “Мускулдар үҫтергең киләме?” – тип төрттөрөп һораусылар ҙа бар ине. Минең өсөн иң беренсе сиратта физик яҡтан һау-сәләмәт булыу. Бынан тыш, спорт менән даими шөғөлләнеү ихтияр көсөн дә нығыта, үҙеңә ҡарата ышанысты ла арттыра.
Студент сағымда уҡыу менән артыҡ мауығып китеп, спортты күпмелер ваҡытта “онотоп” торҙом. Әле ауыр атлетика менән ҡабаттан шөғөлләнә башланым. Беҙҙең офиста айырым бер бүлмәне спорт залы кеүек итеп эшләгәндәр. Шуныһы уңайлы, эштән һуң кем күпме теләй шөғөлләнергә теләй, рәхим ит. Ваҡыты ла сикләнмәгән, ҡайҙалыр йөрөргә лә кәрәкмәй. Спорт кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителгән бындай махсус бүлмәләр һәр офиста ла булырға тейеш тип уйлайым. Барыһының да фитнес менән шөғөлләнергә ваҡыты ла, мөмкинселеге лә юҡ. Ә бөгөнгө көндө күп ауырыуҙарҙың аҙ хәрәкәт итеүҙән килгәнлеге барыбыҙға ла билдәле.
Элегерәк тағы ла бер шөғөлөм бар ине. Шырпынан елем менән йәбәштереп төрлө һындар эшләргә яраттым. Иң уңышлыларын Өфөнән ҡышҡы каникулдарға ҡайтҡан мәлдәрҙә һынландырҙым. Ҡәҙимге ауыл өйө, буралап эшләнгән ҡоҙоҡ һәм күпергә күптәр һоҡланып ҡарай. “Ни өсөн нәҡ уларҙы эшләнең?” – тип һораусылар ҙа табыла.
Ғаиләм – ҡәлғәм, тиҙәр. Кеше нисә йәштә, ниндәй дәрәжә биләүенә ҡарамаҫтан төп терәкте, күңел тыныслығын ата-әсәһе янында таба. Уларҙың яратыуҙарынан да тоғро, саф һөйөү ҙә юҡ был донъяла. Быға үҙем дә күптән инанғанмын инде. Тағы ла, атай-әсәй иҫән саҡта нисә йәштә булыуыңа ла ҡарамаҫтан үҙеңдең бала булып ҡалыуың хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк.
Ҡоҙоҡҡа килгәндә, бында ла тәрән мәғәнә һалынған. Кешенең, ғөмүмән, һәр тере йәндең организмының күпселек өлөшө һыуҙан торғаны барыбыҙға ла мәғлүм. Әммә күберәк белгән, нимә ярағанын-ярамағанлығын аңлаған һайын, тәбиғәткә ҡарата вайымһыҙыраҡ, йыртҡысыраҡ була барабыҙ төҫлө. Миҫал эҙләп йыраҡ та китмәйем. Красноусолдың бер тәбиғи биҙәге – яҡындан ғына Көгөш йылғаһы аға. Халыҡ һыу инергә, балыҡ тоторға, күңел асырға килә лә, артынан бер өйөм итеп сүп-сар ҡалдырып китә. Һәр яҙ беҙҙең яҡты төйәк итеп, балалар сығарырға ҡайтҡан ҡыр өйрәктәре, аҡҡоштарға ла тынғылыҡ юҡ. Атып, аулап алып ғүмерҙәрен ҡыялар бисараларҙың. Аслыҡ заманында ла йәшәмәйбеҙ, әммә ҡомһоҙлоҡҡа баш булып булмай ҙа ҡуя. Эскән һыуыңа төкөрмә, ти халыҡ. Үкенескә күрә, бөгөнгө көндә был әйтемдең актуаллеге артҡандан-арта бара. Уның менән бергә киләсәк өсөн күңелдә хәүеф тә арта.
Күпер һынын эшләү идеяһы Әхиәр Хәкимовтың Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт егетенең батырлығын кәүҙәләндергән “Күпер” повесын уҡығандан һуң барлыҡҡа килде. “Күперҙәр, күперҙәр... Әҙәм ҡулы яралтҡан бар нәмәгә ҡарағанда ла тылсымлыраҡ тойола улар Әхтәмгә. Ғүмерҙә ҡауышмаҫ ике ярҙы тоташтырған – күпер. Шарлап, күбекләнеп аҡҡан йылға ситенә терәлеп өҙөлөр юлды ялғаусы — күпер. Сәфәреңде уң итеп, моратыңа еткергән дә, өмөтөңә арҡыры төшкән дә шул”, — тиелә унда һәм күпер символик образ булараҡ ҡулланылып төп геройҙы психологик яҡтан һынандырыуға ҙур өлөш индерә. Төптән уйлап ҡараһаң ысынбарлыҡта ла шулай.
— Ауыҙ тултырып башҡортса һөйләшкәнеңде кинәнеп тыңлап ултырам. Ғәҙәттә, район үҙәгендә үҫкән йәштәр русса һөйләшә, туған телен бөтөнләй белмәй ҙә тиерлек. Ата-әсәйең башҡорт теле уҡытыусыларымы әллә?
— Ю-у-уҡ (көлә). Атайым Әнүәр Ғайса улы – почтала водитель вазифаһында. Әсәйем Гәүһәр Рауил ҡыҙы бухгалтер булып эшләй. Әммә бала саҡтан туған телебеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаранда йәшәүсе туғандарға ла ҡунаҡҡа йыш барыуыбыҙҙың да файҙаһы тейгәндер.
Башҡортса әҙәби китаптар уҡырға яратам. Элеккесә, китапхананан барып алып, яҙыусы тарафынан ижад ителгән донъяға башкөллө сумыуҙан кинәнес алам. Тормош ығы-зығыһынан күпмелер ваҡытҡа булһа ла арынып, шулай ял итәм.
Өфөлә, башҡорт йәштәре өсөн ойошторолған, “Самауырлы ритайым”дарҙы көтөп алам. Йәштәр күңел асып, милләттәштәре менән танышып, аралашып ҡайта унан.
– Әлегә өйләнмәгәнһең. Ниндәй ҡыҙҙар оҡшай?
– Ябайлыҡта – бөйөклөк, тиҙәр бит. Миңә лә ябай башҡорт ҡыҙҙары оҡшай. Итәғәтле, мәрхәмәтле гүзәл заттар һөйөклө кәләш, хәстәрлекле әсәй булаларҙыр, тип уйлайым. Алама ғәҙәттәр менән мауыҡҡан ҡыҙҙарға нисектер екһенеп ҡарайым.
Кемдең арбаһына ултыраһың, шуның йырын йырлайһың тигәндәй, дуҫтарым да үҙем кеүек үк, эсмәйҙәр, тартмайҙар. Барыһы ла әүҙем тормош яҡлы. Аңыңды томалаған спиртлы эсемлектәр эсмәһәң дә, йөҙөңдө тәмәке төтөнө ҡапламаһа ла, был тормоштоң матур яҡтарын күреп шатланып йәшәргә лә, текә күренергә лә мөмкин.