+22 °С
Ямғыр


- Атай, буш шешәләрҙе тапшырып, мәкле булка алып ҡайтайым әле…
- Ал, улым, ал. Мин булмаһам, нимә ашар инегеҙ?
ххх
Филармонияла сәхнә эшселерә һөйләшә:
- Ниңәлер Гөлниса Үтәбаваның кәйефе юҡ. Концертта үҙенә алты гөлләмә бүләк иттеләр.
- Ул бит етәүҙе алырға аҡса биргән булған.
ххх
- Әйтегеҙ әле, миңә операцияны танылған профессор Ҡараюлов әфәнде үҙе яһай, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
- Ни эшләп дөрөҫ булмаһын! Скальпелды нисек тоторға онота башлағас, биш-алты йылға бер операция яһай ул.