

Беҙ фатирға төшөп йөрөгән Ғәлимулла ағай төшкө ашҡа һөмһөрө ҡойолобораҡ ҡайтып инде. Ҡышҡы кейемен ишек янындағы кейем элгесенә элеп, аяғындағы быймаһын баш-башына баҫып систе лә, мейес яғына ҡарай тибеп тә осорҙо. Фидан менән мин төпкө бүлмәлә, төшкө аштың бешкәнен көтөп, беребеҙ - гәзит, икенсебеҙ журнал ҡарап ултырабыҙ. Хужабикәбеҙ Фатима апай мейес алдындағы еҙ самауырына һыу ҡойҙо ла, мөрйәһенә усаҡтан янған күмер һалды. Ғәлимулла ағай бер нимәгә лә иғтибар итмәй, өҫтәл янындағы диванға лып итеп килеп ултырҙы ла, апайға:
- Фатима, Фатима, тим, быйманы баҫтыр! Йылыға ҡуй!
- Әллә кәйефен боҙғандар инде ҡартымдың?
- Телеңә тилсә сыҡҡыры, күп һөйләнмә. Әйттем бит, быйманы баҫтыр, йылыға ҡуй, тинем.
- Хәҙер, атаһы, хәҙер, - тине лә апай, күлдәгенең итәген күтәреп, бөрмәһенә ике яҡлап ҡыҫтырып ҡуйҙы ла, мейес янында ятҡан быйма янына килеп, аяғы менән түр яҡҡа тибеп тә ебәрҙе. Түр яҡҡа килеп, йәнә ишеккә ҡарай типте. Ишек янына барып тағы - түргә, түрҙән йәнә ишеккә тибеп осорҙо. Быны күҙәткән Ғәлимула ағай түҙмәне:
- Нишләйһең ул, ә? – тип һорап ҡуйҙы.
- Бәсәк-бәсәк, үҙең бит быймаңды баҫтырырға ҡуштың. Бына, бешер ашымды, ҡайнар сәйемде ташлап, ишекле-түрле һинең быймаңды баҫтырам.
- Һай, иҫәүән, мин һиңә быйма баҫтырырға ҡуштыммы ни? – тип быймаһын ҡулына алып, мейес башына йылыға ҡуйҙы. Йәнә асыу менән:
- Йә, бешәме-юҡмы инде бөгөн шул ашың?
- Хәҙер, ҡартыҡайым, хәҙер. Сисенәм дә, ҡаҙандың эсенә төшөп ултырам. Шунан үҙемде лә һурпаһына ҡушып ашарһың.
- Фу, телкәйеңде ҡорт саҡҡыры нәмәҫтәкәй.
Беҙ түҙмәнек, төпкө бүлмәнән шырҡылдап көлөп ебәрҙек. Шунда ғына ағайыбыҙ айнығандай, беҙҙең килгәнде белеп:
- Һай, йүләркәй, әйтмәйһең дә, ҡунаҡтар бар икән дәһә, - тип беҙҙең менән күрешеп сыҡты.
Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас:
- Ярай, әсәһе, булмаһа, мин, аш- һыуың бешеп, сәйең ҡайнағансы, утын ярайым әле. Өлгөргәс, саҡырырһың, - тип еңелсә генә кейенеп, тышҡа сығып китте. Күп тә тормай, йәнә әйләнеп инде.
- Ҡарале, Фатима, балта ҡайҙа булған ул?
- Кисә кистән ҡайҙа ҡуйғайның һуң, атаһы?
- Аласыҡҡа, көрәк менән һәнәк янына.
- Иренмәйенсә генә аласығыңа инеп, көрәк менән һәнәгеңдән һора әле, йүләрләнеп, албаҫтылай ҡайҙа сығып олаҡты икән? Хоҙайым, бөгөн магазинға шайтан һыуы ҡайтҡан тигәйнеләр… бар, нишләп тораһың, тораташтай ҡатып. Тиҙерәк эҙләп алып ҡайт. Эсеп-иҫереп янъял сығарып йөрөмәһен, - тип төрткөләй -төрткөләй сығарып ебәрҙе. Беҙ ике күҙебеҙҙән йәш сыҡҡансы рәхәтләнеп көлдөк. Апайыбыҙ ғәйепле кешеләй:
- Эй, туғанҡайҙарым, зинһар, киске тамашағыҙға сығарып, халыҡ алдында беҙҙе рисуай итмәгеҙ инде. Ауылда тормош, үҙегеҙ беләһегеҙ, шулай инде ул, - тине.
- Юҡ, юҡ, апай. Беҙ үҙебеҙ ҙә ауыл малайҙары бит, - тинек.
ӘХӘТ ХӨСӘЙЕНОВ.
4 декабрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Хөсәйенов юбилейын "Ҡара йөҙҙәр" (Ш.Ғилманова менән А.Абушахманов инсц.) спектакле менән үткәрә. Ул спектаклдә Фәхри ролендә уйнаясаҡ.
Әхәт Рәхмәтулла улы - халыҡсан ролдәре менән танылған сәхнә оҫтаһы ғына түгел, ә юморескалар оҫтаһы ла. Юбилей бенефисын көтөп, Әхәт ағай яҙған ҡыҙыҡлы хәлде уҡый торайыҡ. Был хәл гастролдәр ваҡытында Әхәт Хөсәйенов менән Фидан Ғафаров фатирға төшкән йортта булған...