Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь , 21:35

Мин яратыуҙың артыҡ булыуынан да ҡурҡмайым

Беҙҙе, атай-әсәй иркәләтеп үҫтермәне. Әле аҡыл кергән мәлдә, хәтеремдә, ауылға автобуста ҡайтып төшкәс, минең йәштәш малайҙы атаһы ҡаршы алғайны. Уларҙың ҡосаҡлашып күрешеүен күреп, уйланып алдым, атайҙы ҡосаҡлау бәхетме икән, тип.

Мин яратыуҙың артыҡ булыуынан да ҡурҡмайым
  • Эштән арып ҡайтҡан атаһын ишек төбөндә улы ҡаршы алған:
    – Атай, һин күпме эш хаҡы алаһың?
    – Һиңә нимәгә ул?– тип асыуланған атай кеше.
    – Мин һинең сәғәтенә күпме эш хаҡы алғаныңды ғына белгем килә,– тип ныҡышҡан улы.
    –500 һум...
    – Атай, һин миңә 300 һум бирә алаһыңмы?
    – Тағы берәй кәрәкмәгән уйынсыҡ алырға булдыңмы? Минең нисек арып ҡайтҡанды аңламайһыңмы әллә һин?! Бар, йоҡларға ят, ул тиклем үҙеңде генә яратҡан бала булырһың икән! – тип ярһыған атаһы.
    Улы йоҡларға ятҡас, уның янына атаһы килә.
    – Йоҡлайһыңмы, улыҡайым?
    – Юҡ, атай.
    – Минең шулай тупаҫ һөйләшеүем өсөн ғәфү ит, ысынлап бик арығанмын. Мә, 300 һум.
    Улы ҡыуанып китә. Китаптары араһынан 200 һум килтереп сығара ла, атаһы биргән 300 һумды ҡушып, кире атаһына һона:
    – Мә, атай, һиңә 500 һум.Зинһар өсөн иртәгә эштән бер сәғәткә иртәрәк ҡайт. Мин киске ашты һинең менән бергә һөйләшә-һөйләшә ашағым килә...

    Ошо хикмәтле хикәйәт мине көндәр буйы уйланып йөрөргә мәжбүр итте. Иң тәүҙә әҙәм балаһының донъялағы тәғәйенләнеше, атайҙың улына, улдың атаһына биргән аҡылы... Балалар үҫтергән ғаилә өсөн ошонан ҡиммәтерәк ни бар икән?!
    Аталы-уллы Таһировтар республикала күптән билдәлелек яулаған ғаилә һанала. Был юлы уларҙың танылыуҙары хаҡында түгел, ә ун биш йәшлек Алмаздың атаһы Илгиз Тайфур улы менән тормош, ғаилә ҡиммәттәре, көндәлек мәшәҡәттәр хаҡында аралашыуын күҙәтәбеҙ.

    Алмаз. Атай, бала сағыңда атай-әсәйең һине яратыуҙарын нисек күрһәтә ине?

    Илгиз Тайфур улы. Атайым тракторсы-комбайнер, әсәйем шәфҡәт туташы – һәр ваҡыт эштәге кешеләр. Беҙҙе, өс балаһын яратыуҙарын уларҙың беҙҙең менән мөғәлләмә итеүенән аңлай инек. Ихтирамлы, һәр һүҙебеҙгә иғтибарлы булдылар. Кәрәк сағында баштан һыйпаһалар ҙа күңел үҫеп китә ине. Апайым, һеңлем менән йәш айырмаһы ике йәш. Бер-беребеҙҙән өйрәнеп, өй эштәрен бергәләп эшләп үҫтек. Атай яғынан тәртип булһа, әсәй яғынан наҙ бирелде. Әсәйем район үҙәгенә йөрөп эшләй торғайны. Уның эштән ҡайтыр ваҡытын белеп, беҙ ҡаршы сығабыҙ. Ошо юлда уның һөйләгән хәбәрҙәре иҫемдә, миңә ҡарап, атайың кеүек тура атлап йөрө, һин – егет кеше, кәүҙәң дә матур булыр, тиер ине. “Атайың кеүек”, тиеүе генә үҙе ни тора! Шулай бала саҡтан улар аша ғаиләлә үҙ-ара мөнәсәбәткә аҡыл биреүе лә ошо ғына миҫалда күренә. Ә атайым көслө булырға өйрәтте, үҙ-үҙеңде яҡлауға әҙерлек дәрестәрен тап унан алдым. Әсәйҙән күргән – тун бескән, атайҙан күргән – ат еккән, тигән халыҡ һүҙе тап беҙҙең ғаилә хаҡында.
    Беҙҙе, атай-әсәй иркәләтеп үҫтермәне. Әле аҡыл кергән мәлдә, хәтеремдә, ауылға автобуста ҡайтып төшкәс, минең йәштәш малайҙы атаһы ҡаршы алғайны. Уларҙың ҡосаҡлашып күрешеүен күреп, уйланып алдым, атайҙы ҡосаҡлау бәхетме икән, тип.

    Алмаз. Бәхет. Беҙ һине ҡосаҡлап, үҙебеҙҙә ышаныс, көс тоябыҙ. Һин үҙең беҙҙе, “яратам”, һүҙен әйтергә өйрәтеп үҫтерәһең. Атай булараҡ, әйт әле, балаңды ҡосаҡлау – бәхетме?

    Илгиз Тайфур улы. Эйе, улым, оло бәхет. Мин яратыуҙың артыҡ булыуынан да ҡурҡмайым. Балалар менән бергәләп ултырып кино ҡарау, тәбиғәттә ял итеү, китаптар уҡыу ҙа бәхеттең тап үҙе.

    Алмаз. Тормошҡа ашҡан ниндәй бала саҡ хыялы эсендә йәшәйһең?

    Илгиз Тайфур улы. Балаларымдың бөгөнгө бала сағы минең хыялым ине. Беҙҙе хеҙмәт менән тәрбиәләп үҫтерҙеләр, мәктәптән ҡайтам да, өйгә эш эшләргә ултырам. Аҙаҡ урамға йүгерә инем, мунса яғыр өсөн һигеҙ фләгә (50 литрлыҡ) һыу ташырға кәрәк, мал-тыуарҙы һуғарыу, аҫтарын таҙартыу, урам һепереү, ҡар көрәү кеүек эштәр минең елкәлә. Шуларҙы башҡармайынса, шар һуға, йәки футбол, хоккей уйнарға сыға алмайым. Ә балаларымдың киреһенсә – мәктәптән ҡайталар ҙа, ашап алғас, бер аҙ уйнайҙар һәм өйгә эш эшләргә ултыралар. Унан түңәрәктәр, китап уҡыу һәм башҡа күңелең теләгәндәр.

    Алмаз. Мин дә үҫкәс, ғаиләмде үҙебеҙҙекенә оҡшатып ҡорғом килә.

    Илгиз Тайфур улы. Ҡорорһоң, улым. Уның өсөн үҙ-үҙеңә ышаныс, маҡсат ҡуя белеү һәм бер-береңде ихтирам итеү кәрәк.

    Алмаз. Тимәк, ошо сифаттар булһа, һин яратҡан кешеңде табаһың һәм ғаилә ҡора алаһың. Юҡтыр. Маҡсаттарҙың тап килеүе лә мөһимдер, тип уйлайым.

    Илгиз Тайфур улы. Дөрөҫ уйлайһың. Әсәйең менән беҙ тап бер маҡсатҡа ынтылдыҡ. Ул – матур ғаилә. Ғаилә – ул ғәфү итә белеү, аңлау ҙа. Ғаиләлә атай – хужа, өйҙө, ғаиләһен һаҡлаусы, әсәй – ғаилә йылыһын һаҡлаусы. Йәнһүрәттәге кеүек, арыҫлан – мал (аҡса) табыусы. Әммә аҡса-аҡса тигән юлда балаларға иғтибарың булыуы ла мөһим икәнде күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Атай ҙа әсәй ҙә балаларға тейешле иғтибарын бирә алырға тейеш. Был – оло яуаплылыҡ.

    Алмаз. Берәй боҙоҡлоҡ эшләр алдынан, мин, әсәйем ни әйтер, тип уйлайым. Атай аңлар, ә әсәй борсолор бит...

    Илгиз Тайфур улы. Минең дә шулай була торғайны, әле лә булғылай. Сөнки әсәй менән бала араһында күҙгә күренмәгән бәйләнеш ебе бар. Әсәй ошо бәйләнеш аша беҙҙе күп кенә хаталаныуҙарҙан һаҡлай.

    Алмаз. Әгәр киләсәктә мин сәнғәт юлынан китмәй ҡуйһам, үҙ балаларыма, ейәндәремә Сәнғәт төшөнсәһен нисек аңлатайым икән?

    Илгиз Тайфур улы. Сәнғәт – ул беҙҙең тормош. Уның аша йәшәйеште, донъяның асылын төплөрәк итеп, бәлки кеше йәшереп йөрөгән яҡтарын асығыраҡ итеп тә күрһәтәбеҙ. Ысын тормоштан сәнғәтте айырып күрһәтеп булмай. Рәссам да бит һүрәтте тормоштан, нимәгәлер ҡарап төшөрә. Ә театрҙа юҡты күрһәтмәйҙәр, унда матурлыҡты ғына түгел, насарҙарҙы ла күрһәтәләр. Насарлыҡты күрһәтеп, бына ошондай яңылышлыҡтар менән осрашҡанда, үҙеңде нисегерәк тоторға, тигән ҡараш, уйҙар менән ҡуйыла. Тасуирланған ваҡиғалар беҙҙең тирә-йүндә барған ғибрәтле йәки фәһемле хәлдәр. Былар бөтәһе лә сәнғәт. Тик бер аҙ моңлораҡ һәм сағыуыраҡ.

    Алмаз. Эйе, атай, аңланым. Тормош ығы-зығыһынан бер аҙ арыныр өсөн һүрәттәр күргәҙмәһендә булып ҡайтһаң, уйҙар үҙгәреп китә. Был да сәнғәт тәьҫире. Аңланым, рәхмәт.

    Күктә емелдәшкән йондоҙҙарға оҙаҡ ҡарап торһаң, ҡайһылары баҙыҡ, ҡайһылары бигерәк емелдәк, ә бүтәндәре тоноғораҡ кеүек күренә. Әммә барыһы ла Айға ҡарап, уның яҡтыһында кинәнә кеүек. Был беҙҙең күҙгә шулай күренә. Ай, йондоҙҙарҙың атаһылыр, тигән фекерҙе өндәшкәндәре юҡ, әммә әкиәттәрҙә улар ата менән ул булып һынланыусан. Ер кешеләре лә шулай үҙ яҡынына, ата-әсәһенә ынтылып йәшәй. Атай менән әсә балаларына тормош асылын үҙҙәренсә аңлата, үҙҙәре генә төшөнгән ҡиммәттәргә һоҡлана, уларҙы һаҡлай, быуындан-быуынға еткерә. Шуға ла бала атай күҙлеге аша тормошто аңлауы яҙыҡ түгел. Ҡайсаҡ киреһенсә лә булған осраҡтар бар. Атайҙың – улына, улдың атаһына биргән аҡылы ҡәҙерлеләрҙән дә ҡәҙерле икәнлеген иҫтә тотоу зарур.

    Рәзилә Ырыҫҡужина.
Автор:Венер Исхаков