Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь , 21:08

Тоҡсай тарихы

Бер ауылдан Тимерхан менән Миңлехан Сибай ҡалаһына эшкә барған.Үҙҙәре менән, тоҡсайға һалып, бер таба икмәге алғандар.

Тоҡсай тарихы
Бер ауылдан Тимерхан менән Миңлехан Сибай ҡалаһына эшкә барған.Үҙҙәре менән, тоҡсайға һалып, бер таба икмәге алғандар. Бер урыҫтарға туҡтап, өйгә ингәндәр. Урыҫ өйҙә булмаған. Ҡатыны башҡорт икән. ”Беҙ эшкә килдек, ошо тоҡсайҙы элеп китәйек, эштән ҡайтҡас, ашап алырбыҙ”, – тип, тоҡсайҙарын мөйөштәге сөйгә элеп киткәндәр.
 
Тимерхан менән Миңлехан, эштән арып-талып, баяғы өйгә ҡайтып инһәләр, ҙур һаҡаллы, ҡыҙыл йөҙлө, айыу кеүек бер урыҫ өҫтәл артында таба икмәге ашап ултыра, ти. Ә ҡатыны ҡайҙалыр сығып киткән булған. Мөйөштө ҡараһалар, тоҡсай юҡ. Нимә тип һорарға русса белмәй­ҙәр бит инде. Етмәһә, урыҫ та бик ҡурҡыныс. Шунан Тимерхан Миңлеханға:
 
– Һин ”ски”,”мски” тип ҡушып, бер аҙ һупалайһың түгелме? Һора әле, – тигән. Миңлехан:
 
– Вот ошо мөйөшкә тоҡсайҙы ҡуйғанский, килһәм – юғыски, – ти икән. Урыҫ, аптырап, ашанып тик ултыра. Миңлехан тағы ҡабатлай:
 
– Вот ошо мөйөшкә тоҡсайҙы ҡуйғански – килһәм, юғыски.
 
Шул ваҡыт урыҫтың ҡатыны килеп ингән. Был икәү тоҡсайҙарын һорай.
 
– Куда дел их мешок? – тип, ҡатын бабайын әрләй башлаған. Ә урыҫ:
 
– На, туксаиски! – тип, буш тоҡсайҙы ҡатынына ташлап ебәргән.
Автор:Айнур Акилов