Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 22:00

Балаңды баҡырға алдатһаң... Миңзәлә Сирғәлина

– Йәшәйең инде, ҡайҙа бараһың... Тик бына, әбейҙән ҡалынды... Әбейҙән ҡалған бабай бәхетһеҙ була, ти торғайны бер танышым, ысынлап та шулай икән. Ней, бала-сағам юҡ ҡайғы баҫып ултырырҙай...– Һуң, әле генә улыма барам ти инең дә? – Әллә хыялыйыраҡмы был ҡарт тип, уйлап та өлгөрмәнем:– Үҙем көтөп үҫтерешмәгән бала минеке һыналамы икән һуң? Өс йәшендә генә айырҙым бит әсәһен. Эх... Алйот булғанмын!..  

Балаңды баҡырға алдатһаң... (хикәйә)

 Яңы йыл алдынан ҡалаға барырға булып киттем әле. Өлкән улым саҡыра-саҡыра ялҡып та бөттө, байрам уңайынан ейән-ейәнсәрҙәремде лә күреп ҡайтырмын, каникулдары бит. Әбейем үлгәне бире бүлмәмә бикләнеп ятыу үҙемде лә ялҡытты. Хоҙай күрер көнөңдө, ейер ризығыңды биргәс ҡалайтаһың, әбейһеҙ ҙә йәшәйһең икән. Ярай әле яңғыҙ түгелмен, кинйә улым, киленем, ике бәләкәсебеҙ бар. Һуғымлыҡ тайҙың бер ботон турап, ике ҡулға бүлеп сумкаға аҫып, сыҡтым әле юлға. Машина яллап торманым. Әҙ булһа ла донья күрәйем тип, боронғоса вокзалға төштөм. Расписаниела үҙгәрештәр булып бөткән икән. Төшкө автобус өскә күскән. Ике сәғәттән ашыу ваҡыт бар. Ярай, вокзал йылы, халыҡ һәр ваҡыттағыса ҡымйып тора. Ингән-сыҡҡандарҙы ҡарап булһа ла ваҡыт уҙғарырмын әле! Эсәк шикелле оҙон билетты таҫлап ҡына кеҫәгә тығып, паспортты төпкәрәк йәшергәс, тынысыраҡ урын эҙләп күҙ йүгертәм. Бер яҡ ситтә эскәмйәлә бер оло ҡарт ултыра. Боронғо сетка сумкаға ниҙер тултырып ҡулына тотҡан, шунда ғына урын буш. Мин яҡынлауға боролоп ҡарап баш һелкеп таныштарса һаулыҡ һорашып ҡуйҙы ҡартым.

– Әйҙә, ултырығыҙ! Һауғынамы?!
– Һаумыһығыҙ.
Ҡолаҡҡа бер аҙ ҡатыраҡ ахыры ултырҙашым, кәпәсен бер аҙ ҡалҡыта биреп минең яҡҡы ҡолағын аса биреп ҡуйҙы. Ҡолаҡ төптәрендә етек аҡ сәстәре йәмһеҙ тырпайып тора.
– Ҡалаға юл алдыңмы, ҡустым? Щи эсергә?
Һуңғы һүҙҙәренә аптырай биреп ҡарағанға, тешһеҙ ауыҙҙарын йәйелдереп көлөп үк ебәрҙе юлдашым.
– Үпкәләп ҡуйма бер үк, беҙҙә ҡалаға юл алғандарға шаяртып шулай тиҙәр.
– Танһыҡҡа щи ҙә батыр ауыл кешеһенә, ә былай үҙем ашарлыҡ ҡына алдым ул, – тигән булдым сумкаларыма ишаралап.
Һыңар ҡулынан төшөрмәй тотҡан сетка-сумкаһын һаҡ ҡына иҙәнгә ҡуйып, ярым боролоп уҡ ултырҙы үҙемә ҡартым. Ваҡыт иҫәбен тиҙләтергә, ахыры, ул да хәбәрҙәшкә зар.
– Афтыуысты әйтәм, һуңыраҡ ҡуҙғала икән хәҙер. Элегерәк төшкә яҡын китә торғайны мин барыр яҡҡа, хәҙер тик өсөнсө яртыла ғына ҡуҙғала икән. Мына ултырам шуға көтөк-өтөк булып...
Ҡартым ихлас әңгәмәсе булып сыҡты, әллә аралашыуға һыуһағанмы? Минең баш һелкеп кенә тыңлап, һүҙ ҡыҫтырмауыма ла ҡарамай хәбәрен теҙҙе генә:
– Юлдашҡа китеп барам, улыма. Байрам тип балаларға күстәнәс алған булдым шунда.
Тауышымды күтәрә биреп, ҡолағына яҡынлап:
– Балаларың нисәү ағай? Үҙең ҡайҙа тораң һуң? – тип һорап ҡуйҙым.
“Әллә таныйһыңмы” тигәндәй, текләп ҡарап ҡуйғас:
– Шул бер улым инде, тәүге хатындан. Икенсеһенән булманы. Ней, ҡара әле, ҡустым, таныған һымаҡмын да... нисә йәште ҡыуаһың әле?
– Мин, ней, 38-ҙең көҙөндә тыуғанмын, 80-де тултырҙым.
Гүйә элекке танышын осраттымы ни ҡартым, сирыш йөҙөн яҡтыртып:
– Һуң, мин дә 38 бит! Йәй, йәй тыуғанмын. Ҡорҙаштар булабыҙ бит былай булғас! Дә-ә, ҡартайып кителде, 80-де лә тултырылды, – ҡартым көрһөнөп ҡуйҙы.
– Нишләп моңайырға, пинсиә килеп тора, ауырып-һыҙланмаһаң әйҙә, йәшә лә йәшә! – тигән булдым күңелен күтәремләргә теләп.
– Йәшәйең инде, ҡайҙа бараһың... Тик бына, әбейҙән ҡалынды... Әбейҙән ҡалған бабай бәхетһеҙ була, ти торғайны бер танышым, ысынлап та шулай икән. Ней, бала-сағам юҡ ҡайғы баҫып ултырырҙай...
– Һуң, әле генә улыма барам ти инең дә? – Әллә хыялыйыраҡмы был ҡарт тип, уйлап та өлгөрмәнем:
– Үҙем көтөп үҫтерешмәгән бала минеке һыналамы икән һуң? Өс йәшендә генә айырҙым бит әсәһен. Эх... Алйот булғанмын!
Йоҙроҡҡа төйнәлгән ҡулдарын бер-ике ҡат ҡаты ғына төйөп ҡуйҙы, әйтерһең дә тик уның ғәйебе. Тыңлайһыңмы, тигәндәй ҡараш тағы ла миңә төбәлде.
– Йәшлек ҡалайтһаң да үтә икән, ҡартлыҡта яңғыҙ булыу ай-һай ауыр. Ярты йыл булды икенсегә алған әбейем үлгәнгә, яңғыҙлыҡ яңғыҙ айға ғына килешһен. Етмәһә...
Һүҙен әйтеп бөтөрмәҫтән туҡтап ҡалған ҡорҙашымдың хәсрәтен аңлай ҙа башланым. Яңғыҙлыҡтың, яртыңдың үлеме кисереше үҙемә лә сит түгел дә, сабыр ғына тыңларға булып киттем. Ә ул теҙҙе лә теҙҙе...
– Калхузда ғөмөр буйы бригадир булдым. Бик һуң өйләндем, тәүге ҡатынымды 32-лә алдым. Йыл үтеүгә тупылдатып ул табып та бирҙе. Әллә нишләп балаға һалҡын булдым, тубығыма алып һөйгәнемде, бишек бәүетешеп йоҡлатҡанымды иҫләмәйем. Эш тә баҫҡандыр инде. Көн-төн план тип сабылды. Бригадир бит ул мәлдә авторитет һөнәр ине, вәт, ҡырын-мырын ҡыйҡандаған ҡатын-ҡыҙға ҡарай башланым. Һылтау табып, өйгә ҡайтыуҙы һирәгәйтәм, йә ҡайтҡан хәлдә лә, сәбәбен табып, төнгөлөккә сығып китәм. Ышанды тәүлә ҡатын, аҙаҡ тауыш күтәреп маташты. Йоҙроҡ та сос булды, "тымыҙа" инем, эш йәнәһе лә, план имеш. Өйҙә ҡунғанда төнөн бала илаһа, сәңгелдәктән алып быраҡтырғаным, хатта бер енләнгәндә ҡар өҫтөнә сығарып һелтәгәнем иҫтә... Ҡатыным сабыр булған икән, хәҙер уйлайым да иҫем китә, түҙгән. Улым тәпәй баҫып, теле асылып атлай башлағас, мин төнгөлөккә сығырға ишеккә барһам, артымдан килеп, балағыма йәбешер ине. Күҙемә ҡараған баламды кеҫәмдәге баҡыр биш тинлеккә әүрәтеп, сығып тайыр инем икенсе ҡатынға. Ишек төбөндә биш тинлеккә әүрәгән сабый ярай ҙа, ә бына ҡатын ниҙәр уйлап төн уҙғарҙы икән?
Уның өс йәше тулыр-тулмаҫ, доньямды ташлап сығып киттем йәш ҡатын ҡуйынына. Бер ауылда, бер урамда йәшәүҙе күтәрә алмай ҡайтып китте ҡатын ауылына. Оноттом, хатта иҫкә лә алманым. Ә бит ваҡытында яратып өйләнгәйнем. Тик һылыу, йәш ҡатыныма бала һөйөү бәхете яҙманы, йөрөмәгән ер, тикшерелмәгән ек ҡайҙа, файҙаһыҙ ғына. Бала рәнйеүе төшкәндер тием, хәҙер уйлап. Тәүге ҡатын менән икәүләп һалған өй буш ултырҙы, йәш ҡатын күсенергә риза булманы. Йәшәнек шулай. Эш тә барҙы, аш та тигәндәй, дан күптән баштан ашҡан, алдынғы калхуз бригадиры бит инде! Ара-тирә эш хаҡынан алимент түләнде, барып күреү, хәл белешеүҙе белмәнем. Донья һәр саҡ бер төрлө бармай икән, пинсийәгә сығып ҡына тороума ҡатыным үлде. Аҫтыртын йылан кеүек булған, аҙаҡ белдем, йәшәгән өйөбөҙҙө ҡустыһының улына яҙҙырып, миңә лә остоҡ ҡына хат ҡалдырып, йығылып китте.Ул хатта мине балам һәм ҡатынымдан сихыр ярҙамында һыуындырыуы, өйөмә боҙом һалғанға ла күсенергә риза булмауы хаҡында әйтелгән ине...
Мин урамда ҡалдым, бар ғүмер йыйышҡан мөлкәт һыпырылып ҡалды шунда. Нисек ҡара төндә сығып киткәнмен үҙ өйөмдән, шулай бер ҡат кейемдә ҡайтып индем ҡышҡы кистә һалҡын мөйөшөмә. Бар ғүмерем ялағай йыланға һылашып үткәненә үкенеп үкһенем. Иҫке өйөм эсендә улымдың ятып ҡалған фотоларын ҡарап, ҡайғынан иланым. Ҡап-ҡара тумалаҡ малайымдың бала сағын һағынып үҙемде ҡайыҙланым. Әҙәм ҡайын түгел, дөрләп янырға, ҡыйыулығымды йыйып, тәүге ҡатын йәшәгән ауылға барҙым. Таптым йортон. Индем. Танымай торҙо бер аҙ. Икенсегә кейәүгә сығып, ире үлгәнен белә инем, бергә йәшәргә теләүемде әйттем.
Ипле ҡатын ипле инде, сәйен яһап эсереп, ҡасандыр үҙем түләгән алимент квитанцияларын һөйрәп сығарҙы. Бер ус ҡағыҙ. Ике-өс айға бер 22-25 һум ни бары. Түләгән аҡсаларыңды кире ҡайтарам теләһәң, тик улымдың тормошона ҡыҫылаһы булма, тип киҫәтте. Әрләмәне, һүҙемде бороп, сығарып ебәрҙе. Улым әрмелә ине ул мәл. Әле ул, әле был яңғыҙ әбей тупһаһын тапаным, йә балалары ҡыуҙы, йә әбейҙәр үҙҙәре иш итмәне. Өҫ-башымды, тамаҡ яғын хәстәрләүе ауыр, өй ризығы һағындыра. Аҡса булыу менән ме ни? Көңгөр-ҡаңғыр һөйләшер кешең булмағас. Байрам фәлән етһә ҡорҙаштар ейән-ейәнсәрҙәргә тип бүләк һайлай, ә минең кемем бар? Калхузда эшләгәндә яңы йыл етһә, Ҡыш бабай булып, балаларҙы ҡыуандырыр инем кәнфит таратып, ә үҙемдең бер бөртөк балама Ҡыш бабай күстәнәсе тотторғаным да булмаған! Вәт, атай исмаһам! Улым әрменән ҡайтҡан, өй һалған, ғаиләле булған, ә мин белмәгәнмен дә! Кисәге биш тин баҡырға әүрәгән баланы күрәм тип барҙыммы икән әллә теге юлайы?
Үҙемдең йәш сағым сағылышын күреп, телһеҙ ҡалдым. Гүйә, улымдың оҙон, мыҡты кәүҙәһе янында баҡыр биш тинлеккә әүрәгән малайҙай ҡарап торам, аңшайып. Таныны балағынам! “Атай, һаумы!” – тиеүе генә лә ни тора! Хатта ебеп киттем! Тышҡа сыҡҡас, әллә бергә йәшәргә рөхсәт бирһә тип һораным, килен балаң тарһынды, тине. Ҡалайтаң, ҡайттым тағын шыҡһыҙ өйөмә. Ҡырҙа ейәнем, ейәнсәрем барын белеп, бәләкәсен күреп ҡыуанған булдым. Бына әле, Яңы йыл алдынан, моғайын, ҡайталарҙыр каникулға, барып сығам әле. Бәлким килен бала кире уйлар, бүләккә тип алтын алҡа алдым үҙенә. Көтөргә риза булһалар, өйөмдө үҙҙәренә яҙҙырыр инем...
Ҡорҙашым һөйләүенән туҡтап сәғәт эҙләгәндәй стенаны боролоп ҡарап ҡуйҙы ла:
– Хәсрәтемде һөйләп ултырып афтыуыстан ятып ҡалмайым, ҡорҙаш, һиңә нисәгә?
– Миңә өскә генә ул. Әле өсөнсө ун минут.
– Әәә, улай булһа ярай, ҡалай ваҡыт үтеп ҡалды әле ул!? Миңә өсөнсө яртыға бит...
Юлдашҡа йыйынған ҡорҙашым иҙәндәге сетка-сумкаһын ҡулына тотоп, сығырға әҙерләнә лә башланы. Һорамай түҙмәнем:
–Һуң, ҡорҙаш, һорайым әле?! Хәҙер бит закун сыҡты, әлиминт түләгәсең, улың һине көтөргә тейеш бит!
Аптыраулы ҡараш тағын ярты-йорто ишетеүенә ишаралай ине.
– Көтһәләр риза булып көтһөндәр, көтмәйем тиһәләр көсләшмәйем, ҡарттар йортона булһа ла барырмын инде, ҡарыуым бөтөнләй бөтә башлаһа...
Тауыш көсәйткес аша автобус туҡталышҡа килеүен иғлан иттеләр. Урынынан ауыр күтәрелеп, башын бороп ҡына хушлашып китте яңы танышым. Һәр аҙымы уйға, ауыр уйҙарға, икеләнеүҙәргә сырмалған кеүек тойоло. Кем икәнен дә, ҡайһы колхоз бригадиры булыуын да белмәй ҡалдым. Минең кем, ҡайҙан булыуым да ҡыҙыҡһындырманы, ахыры. Эсендәге бар әрнеүен түгеп, әҙерәк еңеләйҙеме был ҡарт, әммә мине ауыр уйға һалып китте. Миңә лә сығырға ваҡыт. Ҡолағымда "Әбейҙән ҡалған бабай бәхетһеҙ" тигән һүҙҙәре тик тора. Юҡ, айырылыу ауыр булһа ла, әбейең менән бергә тәрбиәләгән балаларың барҙа йәшәү дауам итә.
Уйҙарымды бүлеп телефоным шылтыраны. Улым икән.
– Алло, атай, һаумы?! Ултырҙыңмы әле автобусҡа?
– Һауғынамы, улым! Хәҙер ултырам, хәҙер!
– Эштән яңы сыҡтым, атай, вокзалға сығып ҡаршы алам, йәме! Китеп барма маршрутка эҙләп.
– Ярай, ярай, балам... – ғәҙәттәгесә һөйләшһәм дә, күҙҙәремдән йәшем сығып, тауышым ҡалтыраны: “бәхетлемен, Аллаға шөкөр...”
Миңзәлә Сирғәлина.
Фото - makedo.ru
Балаңды баҡырға алдатһаң... Миңзәлә Сирғәлина
Автор: