Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь , 20:00

Ҡыҙҙарым -талибәләрем

Ә теге кис күптәрҙең яҙмышына йоғонто яһаны. Наза, күпме генә тырышмаһын, башҡа уҡый алманы. Аҙып-туҙып, аҙмы-күпме йөрөнө лә, Себер яғына сығып олаҡты, тинеләр. Шунда Ҡафтау яғынан сыҡҡан егеттәрҙең тырнағына эләккән. Магазинда ҡол хәлендә һатыусы булып эшләгән. Өҫтөнә әллә күпме аҡса сыҡҡан. Аҙаҡ, эскегә һалышып, бөтөнләй эҙһеҙ юғалған. Араларында Зифа исемле ҡыҙ бар ине. Үҙ аллы инглиз, немец, төрөк телдәрен үҙләштерҙе, уҡыу араһында сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөнө, һомғол буйлы, һылыу ҡыҙыҡай ине. Ҡырҙан килгән ҡунаҡтар менән төнө буйы дауам иткән бер мәжлестән һуң ҡайтып киткән дә, юлда йығылып, туңып үлгән. Шул кисәнән һуң Гәүһәрҙең Сания исемле әхирәте лә баҙарҙа бер егет менән танышҡайны.

Ҡыҙҙарым, талибәләрем (хикәйә)

Уҡыу йылы башланып, күп тә үтмәне, район үҙәгенән, ваҡ-төйәк эштәр ҡушып, күрһәтмәләр ағыла ла башланы. Дәүләтҡол мәктәбе оло юлда урынлашҡан, шуға бик һирәк урап үтәләр. Был юлы ла шулай булды. Ҡоролтай эштәре менән йөрөйҙәр, тиме, бер “Газель” булып килеп төштөләр ҙә, мәктәп буйлап таралдылар.

 
Гәүһәр Самат ҡыҙы өсөнсө дәрескә әҙерләнеп ултыра ине, коридорҙан уҡ таныш тауыштар ишетеп, бер аҙ туҡталды. Кемдәр килде икән? Уҡытыусылар бүлмәһенә инһә, Зөлфиә апай менән әлеге Фәнәүи Яныбаевич тора. Ир Гәүһәрҙе күргәс тә:

– Һаумыһығыҙ! Беҙ һеҙҙең менән таныш түгелме? – тип өндәште.

– Әллә тағы. Белмәйем, – тип аҡланған һымаҡ һөйләнеп кенә ҡуйҙы ҡатын.

– Ҡайҙа уҡып бөттөгөҙ? Стәрлетамаҡтамы, әллә Сибайҙамы? – тип ныҡыша теге һаман.

Гәүһәр аңлашылыр-аңлашылмаҫ ҡына итеп мөңгөрләне лә, урынына барып ултырып, китабына тексәйҙе. Юҡ, һаман ҡалмай бит. Эргеһәнә үк килеп ултырҙы. Уф, хатта йылын да онотмаған бит әле. Һуң, 25 йыллап ваҡыт үтте түгелме һуң? Күҙҙәрен майландырып, төпсөнә лә, төпсөнә.

Гәүһәр һүҙҙе икенсе яҡҡа бороға теләп:

– Өфөлә хәлдәр нисек? – тип һорашып ҡарағайны.

– Өфө урынында. Ҡалабыҙ гөрләп тора, – тине.

– Ә тел уҡытыу мәсьәләһендә алға китеш бармы һуң? – тип һорашҡан булды Гәүһәр, артыҡ ҡыуанырлыҡ хәбәр көтмәһә лә.

– Бына, халыҡтың тын алышын белешеп йөрөйбөҙ ҙә, – тип асылғандай булды Фәнәүи Яныбай улы. – Һеҙҙән дә әүҙемлек кәрәк ине. Хаттар яҙығыҙ, ата-әсәләрҙән ҡултамғалар йыйырға кәрәк. Йыйылышып, ошо яҡтан сыҡҡан абруйлы ағайҙарҙың да һүҙҙәре артыҡ булмаҫ, Ҡоролтай ҙа эшен күрһәтһен.

Һаман элекке Фәнәүи икән. Бар кәсебе – шау-шыу сығарып, ашап-эсеү ойоштороп, олораҡ ағайҙарҙың күңелен күреү инде. Әле икенсе һүҙҙәр һөйләп аҙапланған була.

Ул арала булмай, ҡыңғырау шылтыраны. Йә тағы һорауҙар менән күмә башлар. Гәүһәр Самат ҡыҙы класына кереп ултырҙы.

Ул йыл ифрат ҡоро килде. Урмандарҙа еләк-емеш түгел, баҡсаларҙа картуф ҡурылып бөттө. Иң ауыры шул, колхоз-совхоздарҙа эшләгән ата-әсәләр эш хаҡынан мәхрүм ҡалды. Уҡырға килеүҙәренә, студенттарға, стипендияғыҙ быйыл һуңлаясаҡ, тип иғлан иттеләр. Студенттарҙың сосораҡтары ҡайҙандыр эш тапты. Егеттәр – ҡарауылға, ҡыҙҙар иҙән йыуыуға эшкә ялланды. Ҡала ҙур, уларҙан башҡа ла ас халыҡ етерлек, асығыусы улар ғына түгел. 90-сы йылдарҙың уртаһы бына шундай ауыр һынауҙар менән хәтерҙә ҡалған. Гәүһәр шунда беренсе тапҡыр Фәнәүи Яныбай улын күреп ҡалды. Элегерәк комсомолда, заманалар үҙгәргәс, студенттар советындамы, әллә профсоюз тирәһендәме, урын биләгәндер. Әлеге һымаҡ, сәстәре ап-аҡ түгел, килешһеҙ мыйығы туҙып бөтмәгәйне әле. Уның коридорҙа күренеүе, ҡиәфәтенә ҡарағанда, бик яуаплы эш башҡарған һымаҡ тойолһа ла, бер яҡшылыҡ та, изгелек тә вәғәҙә итмәй. Үҙенә Зөлфиә эйәреп алған, ул тағылһа, бер яҡшылыҡ та көтмә инде. Фәнәүи ҡабалана, әле бында, әле тегендә уның:

– Йәгеҙ, йәһәтерәк ҡыйланығыҙ. Ағайҙарығыҙҙы көттөрмәгеҙ! – тип екеренеү менән генә сикләнмәй, ҡайһыларын, йомшаҡ һүҙҙәр табып, өгөтләп тә ебәрә.

Гәүһәр өсөн ул килде ни ҙә, килмәне ни. Уға эйәреп йөрөй торған ҡыҙҙарҙан түгел. Егете сельхозда уҡый, бына-бына килеп етергә тейеш.

Гөлсара килеп, әхирәтен ҡосаҡлап алды:

– Гәүһәркәйем, – тине ул. – Теге зәңгәр күлдәгең хатта миңә килешә ине!..

Гәүһәр әхирәтен этеп ебәреп, күҙенә ҡараны:

– Бәй, һин дә бараһыңмы ни?

Тегеһе, уңайһыҙланып, аҫҡа ҡараны:

– Һуң, бармай, ни эшләйем, бер тин аҡсам юҡ. Асығып йөрөйөм бит. Исмаһам, һин тыйма инде.

– Күпме кәрәк, бирәм, – тине Гәүһәр.

– Ҡуйсы, әхирәткәйем. Былай ҙа, бурысҡа батҡанмын. Көҙгөлөккә итегем дә юҡ. Бармай, сарам юҡ.

– Эх, һин!.. – тип Гәүһәр, әхирәтенә күлдәген тоттороп сығарҙы.

– Нимә, тағы йыялармы? – тине мәғәнәле генә итеп, бүлмәләш ҡыҙҙарының береһе. – Баяраҡ Фәнәүи менән Зөлфиә йөрөп ята ине шул.

Утты һүндерҙе лә, икенсе ҡаттан ятаҡтың артҡы яғын ҡараны:

– Оһо, автобус менән килгәндәр! Бик күмәктәр, тимәк, күмәк кәрәктер инде.

Гәүһәр ҙә тәҙрәгә ҡараны. Ысынлап та, автобус ултыра, артҡы ишектән генә сығып, ятаҡ ҡыҙҙары шул яҡҡа ыңғайлай. Ҡыҙҙар араһында тәмәке тартыусылар ҙа бар.

Гөлсара, колхозда ике йыл һыйыр һауып, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып килгәс, автобусҡа ултырыр-ултырмаҫ, Фәнәүи эргәһенә килеп, мөмкин булғанса, ҡыҙҙарҙың мәнфәғәтен яҡлай башланы:

– Хаҡын алдан уҡ һөйләшәйек, Фәнәүи ағай, күпме түләйһегеҙ? – тине ул шунда уҡ.

– Күпмешәр, тип, хаҡы, билдәле инде, үткәндәгеһенән кәм булмаҫ. 12-гә заказ бирҙеләр, аҡса йыя торабыҙ, тинеләр.

– Үткәнендә һин бармай ҡалдың, йөҙәр һум, тинеләр, иллешәрҙе генә бирҙеләр, аҙаҡ унарҙы өҫтәнеләр.

– Мин унда булманым, әйтә алмайым, – тип аҡлана башланы Фәнәүи.

– Булмаһаң, ни, һин ултырытып ебәрҙең, һин вәғәҙә иттең,

– Был юлы теүәл булыр, алдан уҡ вәғәҙә итәм, баштан алып, аҙаҡҡа тиклем үҙем булам. Әйткәндәй, берәүегеҙ минеке.

– Ҡарарбыҙ, – тине Гөлсара ҡәтғи генә. – Тәк. Ҡыҙҙар ас. Ашатыу һеҙҙең иҫәптән һәм барғас та.

– Быныһы еңелерәк буласаҡ, – тине Фәнәүи. – Өҫтәлдәрен күрҙем, мул ғына йыйғандар, импортный шоколадтар күренә ине.

– Шоколад менән алдаштырма, ағай. Туйымлыҡ нәмә түгел. Ит, колбаса, шашлык булмаһа, барып та тормайбыҙ.

Фәнәүи Гөлсараға килеп бышылданы:

– Ә быны нимәгә эйәрттегеҙ? – тине һәм бәләкәй генә буйлы Назаға күрһәтте. – Уға кем ҡыҙығыр, тиһең? Ҡалһын.

– Һуң, үҙе барам, ти бит. Мин уға әйтмәнем. Йөрөһөн. Ашап, булһа ла, ҡайтыр.

– Тәк, ун ике кеше булды, – тине Гөлсара.

– Ҡуҙғалабыҙмы?

– Ҡуҙғалдыҡ!

– Ә кемдәр саҡырҙы? – тип һораны Гөлсара.– Кәңәшмәгә килгәндәр. Күрше өлкәләрҙән дә бар. Аҡсалы, йомарт халыҡ күренә. Директор үҙе эргәләрендә йөрөй, – тип кәперенде Фәнәүи.

– Борсолмағыҙ, беҙҙең мәнфәғәттәрҙе ҡайғыртып йөрөйҙәр, – тип ҡушылды Зөлфиә.

– Эй, һеҙҙең һәр ваҡыт важный кешеләр инде. Үткәнендә лә алтын тауҙар вәғәҙә иттегеҙ, биргән күстәнәстәрен дә аҡсалата хисаплап ҡуйғандар.

– Ни хәл итәһең, төрлө ваҡыт була инде.

– Ятаҡта эҫе һыу юҡ. Мунса, бассейн буламы? – тип һаман ныҡышты Гөлсара.

– Һорап тораһың тағы. Мунса ғына түгел, һабын менән шампунь да бар, үҙем күрҙем, – тине Фәнәүи.

Килеп еттеләр, ахыры. Йорттар араһынан, бер йорттоң башында подавалға терәлеп, тигәндәй, туҡталдылар.

– Бәләкәй генә иғлан! – тине Фәнәүи. – Һеҙҙе ағайҙарығыҙ һағынып көтә. Улар бөгөн көнө буйы кәңәшмәлә эшләп, арынылар. Кеше һымаҡ ял итеп, ҡунаҡсыл ҡыҙҙар менән танышып, һеҙҙең менән күңел асһындар. Бер үтенес – эстә һәм ҡайтҡанда хәүефһеҙлек мәсьәләләрен һаҡлауығыҙ талап ителә, – тине һәм автобустың ишеген асырға ҡушы.– Рәхим итегеҙ, ҡыҙҙарым, талибәләрем!..

– Хәйерле сәғәттә! – тип сәрелдәе Зөлфиәһе. – Үҙегеҙҙе лайыҡлы тотоғоҙ, балаҡайҙарым!

Ҡыҙҙар быҫҡаҡлап ямғыр яуып торған урамдан подвалда урынлашҡан саунаға килеп ингәс, йылы һауаға иҙрәп ҡалғандай булдылар.

Фәнәүи, алдан килеп:

– Йә, хөрмәтле ҡунаҡтар, беҙҙең гүзәл заттар менән танышығыҙ инде, – тигәс, өҫтәлгә ҡапланып ултырған ир-ат дәррәү башын күтәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы барлай башланы.

Мунса шундай урын, ғәҙәттә, кейемһеҙ осрашыу кешеләрҙе үҙ-ара тигеҙләй һәм барыһы ла бер дәрәжәлә, бер кимәлдә, хатта бер енестә, бер милләттә һымаҡ тойола. Был юлы ла шулай булды. Ҡыҙҙарҙың әрһеҙерәктәре туйғансы ашап алырға ла, саунала йыуынып сығырға ла, хатта подвалдың яртыһын биләп торған бассейнда сумып алырға ла өлгөрҙө. Бындай урында әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре бөтөнләй онотола һәм иҫкә төшмәй, хатта йәш айырмаһы ла күҙ алдында юйыла. Хатта Назаны яраттылар. Силәбенән килгән ҡунаҡ менән бер түрә, Ырымбурҙыҡы тинеләр, ҡурсаҡ ҡына һымаҡ ҡыҙыҡай өсөн үҙ-ара төрткөләшеп тә алдылар.

Гөлсара Фәнәүиҙе туҡтатып:

– Ана, күрәһеңме, кемде яраттылар? – тип ҡәнәғәт булыуын йәшермәне. – Теге, нисек әле, американдар нимә тип әйтә әле, секс-бомба тигәндәре ошо булалыр инде.

Дөйөм ятаҡта ғына түгел, уҡыуҙа ла бик һөйләшеп бармаған Наза, үҙе ҡыҙып алғас, килеп, бер тел биҫтәһе икән. Теге ике дәрәжәле ҡунаҡты албырғатты ла ҡуйҙы.

Зөлфиәһе лә ҡәнәғәт, хатта, тағы ла кәрәк булырҙар, тип ҡыҙҙарҙың исемдәрен, бүлмәләрен яҙып алды. Былай байтаҡ ял иттеләр. Ҡунаҡтарҙың да, ҡыҙҙарҙың да күңелдәре булды. Эргәлә генә икешәр метрлы тахталар һыйышлы бүлмәләре бар, уныһын кабина, тиҙәр икән. Ҡәҙимге “Камаз” кабинаһынан саҡ ҡына ҙурыраҡтыр. Шунда юғалып-юғалып алдылар. Тик быйыл килгән Сәриә генә эште боҙҙо бер аҙ. Килгәс тә, Һарытауҙан килгән бер ҡунаҡ үҙенә күҙ һалғайны. Сәриә бындай урында беренсе тапҡыр ҡатнаша булып сыҡты. Бер заман сар-саулап, илап, кабинанан йүгереп килеп сыҡмаһынмы! Артынан дүрт аяҡлап, тигәндәй, түрәһе килеп сыҡты. Гөлсараға йүгереп барыуҙан башҡа сара ҡалманы.

– Ул бит мине көсләргә итә, – тип ҡалтырана-ҡалтырана бышылданы Сәриә Гөлсараның ҡолағына.

– Нисек көсләй? Беҙ бит шуның өсөн килдек. Улар бит аҡса түләй, – тип аңлатты уға Гөлсара.

– Мин бит белмәнем, – тип һаман ҡалтырана тегеһе.

– Нисек белмәйһең, – тип ныҡыта Зөлфиә апаһы.

– Мин беренсе тапҡыр, – әллә үҙе алып китерҙәр, тип ҡурҡҡан һымаҡ, Гөлсараны ҡосаҡлап ултырған.

– Һылыуым, ни эшләрһең икән? – тип аптыранды Гөлсара.

– Мин ҡайтам, – тине Сәриә, кейемдәрен тотоп алған.

Ул арала булмай, Фәнәүи килеп сыҡты:

– Нимә булды тағы?Гөлсара еңел генә итеп аңлатып бирҙе:

– Сәриә беренсе тапҡыр һәм ул, нисек әйтергә, ҡатнашырға теләмәй.

Фәнәүиҙең күҙҙәре майланды:

– Үҙемә генә килһәңсе, улай булғас. Йә, ярай, ана, трамвайҙар, троллейбустар йөрөй, теләмәгәс, ҡайтаһың.

Кистең иң ҡыҙыу мәлендә Сәриәне кейендереп, сығарып ебәрҙеләр. Ебәрҙеләр ҙә, шартлатып, ишекте бикләп тә ҡуйҙылар.

Уйын булғас, ҡағиҙәләре бар һәм улар теүәл үтәлергә тейеш. Гөлсара еңелсә халатын эләктереп, Фәнәүиҙе арғы бүлмәләрҙең береһендә эҙләп тапты.

– Тәк, абзый, аҙағына етеп киләбеҙ, ҡыҙҙарға рәхмәт әйтәһең дә, тейешле әжерен тоттораһың.

Аҡса тураһында һүҙ сыҡҡас, Фәнәүиҙең йөҙө етдиләнде:

– Ҡыҙҙарың өҫтәлде һыпырып, ашап бөттө. Ҡунаҡтарға бер нәмә лә ҡалманы. Директор киске ашты һеҙҙән дә тоторға ҡуша, – тине аҡлана-аҡлана.

– Уф, тағы отолдоҡ, – тип бот сапты Гөлсара. – Шулай булыр, тип уйлағайным да. Өҫтәлегеҙ, ташҡа үлсәйем, ҡалдыҡ-боҫтоҡ, икмәк тә етмәне хатта.

– Йә, ярай, – тине Фәнәүи. – Һикһәнешәрҙе бирәм.– Ниндәй һикһәнешәр? Йөҙ тип әйттең, йөҙҙө бирәһең.

– Ағайҙарығыҙ һеҙҙең өсөн йөрөй! – тип ҡыҫылды Зөлфиәһе. – Саҡ ҡына намыҫ кәрәк! Ятаҡта бер тин түләмәйҙәрҙер әле.

– Түләйме, түләмәйме, уныһы – беҙҙең эш, – ти Гөлсара, бирешеп тормай.

– Ярай, әлегә туҡһанышар. Ун икегеҙгә – 1080. Теге ҡыҙыҡайҙыҡын алып ҡалам.

– Ярай, быныһына ла рәхмәт. Ә нисек ҡайтабыҙ?

– Хәҙер директорҙан һорармын.

Фәнәүи, директорҙы эҙләп, байтаҡ йөрөп килде.

– Автобус юҡ, – тине ул килгәс. – Ике сәғәт түҙегеҙ. Анауында трамвай ҡуласаһы, ә был яҡта – троллейбус. Улар икеһе лә буш.

– Эх, алдандыҡ, – тине тағы ла Гөлсара. – Буш, тимәк, юҡ тигән һүҙ ул. Буш, тип иғлан итеү менәнме ни, йүнләп йөрөмәгәс улар.

Ҡыҙҙар йылы подвалдан һалҡын һауаға сыҡты һәм боҙ ерҙе шатырлата-шатырлата, ҡаланың икенсе башында урынлашҡан ятаҡтары яғына ыңғайланы.

Гәүһәр Самат ҡыҙы әхирәте Гөлсара һөйләгәндәрҙән сығып, шулай хәтирәләргә бирелеп, үткәндәрҙе уйлай, үҙе дәрес биреп аҙаплана. Тәҙрәгә килеп, Өфө ҡунаҡтары ултырып килгән автобусты ҡарай. Китһәләр генә ярар ине, анауы, һөмһөҙ Фәнәүи менән Зөлфиәһен күргеһе килмәй.

Ә теге кис күптәрҙең яҙмышына йоғонто яһаны. Наза, күпме генә тырышмаһын, башҡа уҡый алманы. Аҙып-туҙып, аҙмы-күпме йөрөнө лә, Себер яғына сығып олаҡты, тинеләр. Шунда Ҡафтау яғынан сыҡҡан егеттәрҙең тырнағына эләккән. Магазинда ҡол хәлендә һатыусы булып эшләгән. Өҫтөнә әллә күпме аҡса сыҡҡан. Аҙаҡ, эскегә һалышып, бөтөнләй эҙһеҙ юғалған. Араларында Зифа исемле ҡыҙ бар ине. Үҙ аллы инглиз, немец, төрөк телдәрен үҙләштерҙе, уҡыу араһында сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөнө, һомғол буйлы, һылыу ҡыҙыҡай ине. Ҡырҙан килгән ҡунаҡтар менән төнө буйы дауам иткән бер мәжлестән һуң ҡайтып киткән дә, юлда йығылып, туңып үлгән. Шул кисәнән һуң Гәүһәрҙең Сания исемле әхирәте лә баҙарҙа бер егет менән танышҡайны. Ике тапҡыр килгән егет быны өйөнә ҡунаҡҡа саҡырған. Бер ҡатлы ауыл ҡыҙы ышанып, эйәреп барған. Барһа, егеттең тағы ла дүрт дуҫы көтөп ултыра икән. Ҡайтармайынса, тәүлектән артыҡ тотҡандар. Көсләгәндәр, ҡаршылашҡас, туҡмағандар. “Әгәр ялыу итһәң, үлтерәбеҙ”, – тип ҡурҡытҡандар. Гәүһәр менән былай бәйләнештә торалар. Уҡып бөткән, ауылға ҡайтҡан, кейәүгә сыҡҡан, ике ул үҫтерә. Ара-тирә һөйләшкәндә Гәүһәр шуға иғтибар ите: Сания үткәндәрҙе оноторға тырыша. Уҡыған йылдар тураһында һүҙ сыҡһа, һүҙҙе шунда уҡ икенсегә бороп ебәрә. Ә Сәриә барыбер үҙе булып ҡалды. Шунда уҡыған бер егет менән танышып, уға кейәүгә сыҡты һәм әле лә төпкөл райондарҙың береһендә бәхетле ғаилә ҡороп йәшәп яталар. Ә Гөлсара менән нимә булып бөттө? Үкенесле хәл, уңған, егәрле ҡыҙ уҡып бөткәс, ауылға китте. Зөлфиә апаһы бер генә килеп киткән, әллә күпме ғәйбәт ҡалдырған. Үҙ теләге менән эшенән киткән, икенсе районға күсенгән, ләкин үткәндәге мажараларға бай тормошо бында ла ҡыуып еткән. Бер генә күрҙе әхирәтен. Ҡартайған, бик таҙарған. Баҙарҙа ваҡ-төйәк һата ине. Ҡалғандарының яҙмышы билдәһеҙ.

Тәнәфестә тағы уҡытыусылар бүлмәһенә йыйылдылар. Фәнәүи Яныбай улы һөмһөҙләнеп, тағы ла Гәүһәр эргәһенә килде:

– Һеҙ 95-се йылдарҙа уҡынығыҙ, шикелле, – тине ул ниндәйҙер аҙғын хәтирәләргә бирелгән һымаҡ, ҡатындың күҙҙәренә ҡарап.

– Эйе. Уҡыным, – тине Гәүһәр уға хатта уҫал ғына итеп. – Тик мине үҙегеҙҙең ҡорбандарығыҙ араһынан эҙләмәгеҙ. Һеҙҙең исемлектә юҡ мин. Ә булғандарҙы мин беләм. Уларҙың һәр береһен хәтерләйем һәм йәлләйем. Күбеһенең яҙмышы ауыр булды. Рәхәт тормоштан эйәреп китмәне улар һеҙгә. Ә һеҙ уларҙың ауыр хәлдә ҡалыуынан бик оҫта файҙалана торғайнығыҙ. Ә улар һеҙҙең төшөгөҙгә инеп йонсотмаймы?

Фәнәүи ағарынды, һирәк мыйыҡтары тырпайғандай булды һәм нимәлер тип мөңгөрҙәп, ситкә китте.

Аҙаҡ Гәүһәр үҙе лә үкенеп ҡуйҙы. Бушҡа яһилланды. Хәйер, үҙе ғәйепле, йөрөй шунда, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп.

Р. ҒӘЛИМОВ.

Фото -sovcom.ru

Ҡыҙҙарым -талибәләрем
Автор: