

“Хөрмәтле Эльвира Хатмулла ҡыҙы һәм Флүр Валерий улы! Улығыҙҙы илебеҙҙең тоғро, намыҫлы ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Айрат артабан да хәрби бурысын үтәүҙә өлгө булып торор, Алыҫ Көнсығыш хәрбиҙәренең хәрби традицияларын лайыҡлы дауам итер, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Улығыҙ өсөн хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ. Ул – намыҫлы, тәртипле һалдат, үҙенә ышанып тапшырылған ҡорал менән оҫта эш итә. Өлгөлө, намыҫлы хеҙмәте менән командирҙары һәм иптәштәренең хөрмәтен һәм абруйын яуланы”, – тиелә хатта.
Айрат Шәрипов Красноусол башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Яҡшы уҡыуы, гимназияның йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы менән бер рәттән спорт менән дә етди шөғөлләнә ул. Волейбол, пляж волейболы, саңғы, дөйөм гимнастика, ҡул һуғышы, спорт көрәше – панкратион, карате-до киокушинкай (кекусинкай) буйынса район, республика ярыш-чемпионаттарында ҡатнашып, призлы урындар, еңеүҙәр яулай. Маҡтау грамоталары, Дипломдар, Рәхмәт хаттары, Сертификаттарға эйә була. Гимназияны тамамлағас, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инә. 2-се курстан һуң, армияның тормош мәктәбе булыуын аңлап эш иткән егет былтыр үҙ теләге менән хәрби хеҙмәткә китә. Айрат һеңлеләре Элина (БДУ-ның 2-се курсында уҡый) менән Заринаға (КБГИ-ның 3-сө класс уҡыусыһы) ағайҙары менән ғорурланыу өлгөһө булып тора.
Әсәһе Эльвира Хатмулла ҡыҙы үҙенең һөйөнөсө менән уртаҡлашып, улы Айрат тураһында ҡыҫҡаса ғына ошоларҙы һөйләп: “Айрат бала сағынан үҙаллы, тырыш һәм үҙ-үҙенә талапсан бала булды. Нимәнелер эшләтер өсөн уға ҡат-ҡат әйтеү кәрәкмәй: әйткән һүҙ, атҡан уҡ, тигәндәй, ул һәр ваҡыт һүҙендә тора. Ваҡытын да нисектер дөрөҫ бүлергә өйрәнгән, шуға ла һәр ваҡыт һәм һәр ҡайҙа өлгөрөр булды: уҡыуҙа ла, спортта ла, өйҙәге эштәрҙә лә. Беҙ атаһы менән улыбыҙ өсөн бик ныҡ шатбыҙ”, - тине.
Айрат Флүр улына хеҙмәтен тултырып тыуған йортҡа ҡайтырға ла күп ҡалмаған. Ата-әсәһе һәм туғандары уның бер айҙан ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Уңыштар һиңә, Айрат!
"Табын" гәзитенән. Индира Ишкина.