Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
28 Ноябрь 2021, 10:05

Туй машинаһы фажиғәгә осраған

Полиция хеҙмәткәрҙәре аныҡлауынса,  "Ford" водителенең машина йөрөтөүгә  хоҡуғы булмаған.

Туй машинаһы фажиғәгә осрағанТуй машинаһы фажиғәгә осраған
Туй машинаһы фажиғәгә осраған

Бөгөн төн уртаһында  Өфө-Инйәр-Архангел юлында  Архангел ауылына яҡын  туйға биҙәлгән "Ford Explorer" машинаһы ҡаршы килгән ВАЗ-2110 машинаһы менән бәрелешкән. Руль артында 20 йәшлек егет булған.  Бәрелеш шул тиклем көслө булған - ВАЗ-2110 тимер-томор өйөмөнә әүерелгән. Уның шоферы "Ашығыс ярҙам" килеп еткәнсе һәләк булған, 22 йәшлек пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға эләккән.  Полиция хеҙмәткәрҙәре аныҡлауынса,  "Ford" водителенең машина йөрөтөүгә  хоҡуғы булмаған.

Юл хаталаныуҙы ғәфү итмәй. Руль артына ултырыр алдынан ошо хаҡта онотмаһаҡ ине.

Сығанаҡ: @bash_gibdd

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас