Был ғибрәтле хәлде Бишуңған ауылы кешеләре теленән төшөрмәй һөйләне. Ҡотлояр һунарсы үҙе лә Аҡтырнағын маҡтап бөтә алманы.
– Ҡышҡы урмандың матурлығына, Елсыҡҡандың һомғол ҡарағайҙарына һоҡланып китеп барам. Ҡапыл һиҫкәнеп, артыма әйләнеп ҡараһам, ни күрәйем, уттай янып торған бүре күҙҙәре миңә тексәйгән. Ул, һөжүм итергә уңайлы мәлде яйлап, аңғармаҫтан өҫкә ырғырға тип арттан эҙәрлекләп килгән, күрәһең. Аҡтырнаҡ ҡуян баҫтырып, урман эсенә инеп киткәйне. Ни эшләргә белмәй, ҡаттым да ҡалдым. Йыртҡыс артҡы аяҡтарына ултырып алды. Бүре – һиҙгер йәнлек, минең мылтыҡлы икәнемде белгәнлектән, һағайҙы. Шулай күҙгә-күҙ текләшеп, байтак торҙоҡ. Ҡаушауымды һиҙҙермәҫкә тырышам, үҙем ҡыбырҙарға ҡурҡам. Ни эшләргә белмәй торғанда, бәхетемә ҡаршы, йәнасыҡҡа сабып, ағастар араһынан Аҡтырнағым килеп сыҡты. Этем үткер тештәрен ялтыратып, яман итеп ырылданы ла, артҡы аяҡтарына баҫып, барлыҡ көс-ғәйрәте менән бүрегә ташланды. Йыртҡыс та бирешмәне, үткер тештәре менән үҙенә һөжүм итеүсенең яурынын һыҙырып алды. Хәҙер былар көрттә икәүләп айпалаша башланы. Шул арала этем тегенең боғаҙынан эләктереп алды. Үҙе: «Ни эшләп тораһың, ярҙам ит», тигәндәй, миңә ҡарап-ҡарап ала. Шунда ғына аңыма килеп, мылтығыма йәбештем. Бишуңған ауылы кешеләре Аҡтырнаҡтың көс-ғәйрәтенә хайран ҡалды.
– Эте булмаһа, бүре үҙен өҙгөсләп ташлар ине, – тине һунарсылар.
– Даланы бар, – тине икенселәре.
– Хужаһын яҡлап, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған бындай тоғро эттәр һирәк осрай, – тине Бишуңған ауылының ҡарт һунарсыһы Мырҙағәле ҡарт. – Күптәре бүре еҫен һиҙеү менән ҡойроғон һыртҡа һала. – Күпте күргән ил ҡарты бер аҙ уйланып ултырғас, өҫтәп ҡуйҙы:
– Бүре – үсле йыртҡыс. Улар беҙҙең тирәне тыныслыҡта ҡалдырмаҫ, һаҡ булайыҡ...
Ысынлап та, Мырҙағәле ҡарт әйткәндәр дөрөҫкә сыҡты. Ҡотлоярҙың ауылы тирәһендә бүре эҙҙәре күренә башланы. Хатта эңер мәлендә ауыл уртаһынан биш-алты бүренең үтеп киткәнен күреүселәр булды. Кистәрен урман ситенә килеп олоп, бүреләр ауыл кешеләренең күңеленә шом һалды. Кешеләр көндөҙөн дә урамға сығырға, балаларын уйнарға сығарырға ҡурҡа башланы. Төрлө хөрәфәттәргә ышаныусы әбей-һәбейҙәр ҙә кешеләр йөрәгенә шом һалыуға үҙ өлөшөн индерҙе.
– Бүре менән шайтан – икеһе лә Иблес ялсылары, ҡара көстәр. Улар айырылмай, бер юлдан йөрөй. Елсыҡҡан урманының шайтандары ебәрә булыр беҙгә бүреләрен. Етмәһә, ҡороп ҡалғырҙар, ауылға инеп йөрөй башланы. Һаҡ булайыҡ, ауылыбыҙға берәй ҡаза килмәгәйе, – тине им-томсо Шәмсиҡәмәр инәй. Һәр өйгә инеп, ишек башына бүре тешен, бүре тырнағын табып элеп ҡуйырға ҡушты. Үҙегеҙ менән ҡуша алып йөрөтһәгеҙ ҙә була, тине. Бишуңған ауылы гөж килде.
– Үлтерелгән бүре, моғайын, өйөр башлығы булғандыр, ҡалғандары уның үсен алырға йөрөй, – тине ауыл ҡарттары.
Һунарсы Ҡотлояр тыныслығын юғалтты. Яурынынан мылтығын төшөрмәй, этен эйәртеп, көн тимәй, төн тимәй, ауылдаштарын ҡурсаланы, бала-сағаға күҙ-ҡолаҡ булды. Нисек тә бүреләрҙең эҙенә төшөргә самаланы.
Аҡтырнаҡтан үс алырға ҡанығып йөрөгән йыртҡыстарҙың яуызлығы үҙ баштарына булды. Көтмәгәндә һунарсы ҡулына улар үҙҙәре килеп ҡапты. Төнгө сәғәт ун икеләр тирәһе булғандыр. Аҡтырнағы лауылдап өрә башлауға, Ҡотлояр күҙ асып йомғансы мылтығын алды ла йүгереп тышҡа сыҡты. Эт яман ырылдай, ғыжылдауға оҡшаған тауыш сығара. Ах, харап ҡына итеп ҡуймаһындар Аҡтырнағын. Ул бер бүрегә тоҫҡап атып ебәрҙе. Йыртҡыстар өсәү булып сыҡты. Ҡалған икеһе һарай артына ҡасырға итте. Тик йыраҡ китеп өлгөрә алманы улар, һунарсы мылтығы патрондары ҡыуып етте. Ул-был була ҡалһа, йә бүреләр һөжүм итһә, тип, һунарсы этенең муйынына сәнскеле муйынсаҡ кейҙереп ебәргәйне, шуға, ныҡ ҡына ойпаланған булһа ла, яуыздар ҡапыл да боғаҙлай алмаған. Әлһерәгән, ҡанһыраған Аҡтырнаҡ хужаһының аяғына йығылды. Йәшәү өсөн көрәштә бөгөн ул кеше ярҙамы менән еңеп сыҡты. Иң мөһиме – ул тере. Яраларын ялап уңалтыр әле.
Ошо хәлдән һуң Бишуңған ауылына бүреләр яҡын юлламай башланы, олоған тауыштары ла ишетелмәне. Бөтә ауыл иркен тын алды.
– Үәт, эт, исмаһам, – тине ауыл кешеләре. Аҡтырнаҡтың даны бөтә тирә-яҡҡа таралды. Ҡотлояр һунарсыға:
– Этенде һат, – тип килеүселәр йышайҙы.
Бер ҡышта һунар эте хужаһына иллеләп ҡуян, унлап төлкө, ете-һигеҙ тейен тотоп биргәнен ишеткәс, һунарсыларҙың Аҡтырнаҡҡа күҙе ҡыҙҙы. Бигерәк тә күпер төбөндәге өйҙә йәшәүсе һунарсы Юнирҙың эсе көтөрләне. «Йә инде, аңшайған, ни тип алабарманланып көсөк сағында күпер төбөнә сығарып ырғытҡанмын», – тип әрләне ул үҙен. Их, яңылышты шул, яңылышты, үрәҡарау, алйот. Байғош ҡына хөрәсән нәмәнең мал булырына ышанманы. Ниңә генә алдан белмәне икән уның ғәйрәтле ажар һунар эте булып китерен. Шулай ҙа әле лә һуң түгел. Барырға ла Ҡотлоярҙан этте кире һорап алып ҡайтырға кәрәк. Намыҫ яғы самалы Юнир оҙаҡҡа һуҙмай, һунарсының өйөнә йүнәлде. Күҙ ҙә йомманы:
– Этемде кире бир, – тине.
– Нисек улай? Бәләкәс кенә сағынан ҡарап үҫтерҙем, – тине Ҡотлояр. – Көсөкләһә, ана, таратып алырһығыҙ.
– Миңә Аҡтырнаҡ кәрәк.
– Теге саҡ кәрәкмәгәйне, – ул хужаның көсөктө күпер төбөнә сығарып ырғытыуына ишараланы. Ҡотлояр бынан ике йыл элек булған хәлде әле онотмаған. Әйткән һүҙе лә иҫендә. «Арыуҙарын алып бөттөләр. Быныһы – һайландыҡтан ҡалғаны. Йә үлмәне, йә ҡуйманы. Инәһе лә имеҙмәй. Эшкә индерә алырһыңмы?» тигәйне.
– Әйтһәм, әйткәнмендер. Тел һөйәкһеҙ. Эт барыбер минеке. Ҡул артың ауыр булды, һин көсөктө алып киткәс, ҡурамдан ҡот китте.
– Барыбер үлер ине.
– Хатамды төҙәтәм, этте кире бир...
Ҡара сәмле Юнир Аҡтырнаҡты төрлөсә үҙенеке итергә тырышып ҡараны. Иң башта уға сей ит ырғытып, «маһ-маһ» тип эйәртеп алып ҡайтырға маташты. Әммә эт ул биргән нәмәләргә ҡағылып та ҡараманы. Эт ошо кешенең уны күпер төбөнә сығарып ырғытҡанын һаман иҫләй. Мәрхәмәтлеге самалы хужа бер ҡалаҡ һөт бирмәне. Ҡайҙа барырға, ни эшләргә белмәй, асығып, һыуһап, тилмереп ятҡанда, ярай әле, ошо Ҡотлояр һунарсы килеп сыҡты. Юнир, уның өйө тапҡырына килеп туҡтағанын күреп, ҡаршыһына сыҡты. Аҡтырнаҡ иҫләй, йорт хужаһы көсөктө яманлап, алмаҫка өгөтләне. Тик мал йәнле һунарсы уны тыңламаны, йомшаҡ йомғаҡты ҡуйынына тыҡты ла алып ҡайтты ла китте, һөт эсереп, тамағын һыйлап, ҙурайтып алды, йылы ояға урынлаштырҙы. Быларҙы Аҡтырнаҡ мәңге онотмаясаҡ. Әҙәм балаһы яҡшылыҡты онотһа оноталыр, ә эт халҡы изгелекте һис тә хәтеренән сығармай. Шуға ла Аҡтырнаҡ һәр саҡ хужаһының ышанысын аҡларға тырышты.
Юнир этйығышланыуын ҡуйманы. Аҡтырнаҡты икенсе яҡҡа илтеп һатыу ине уның иҫәбе. Ул хәлле, бай әҙәмдәрҙең бындай аҡыллы эттәрҙе бик ҡиммәткә һатып алырын яҡшы белә.
Юнир хәҙер ялбарыуға күсте.
– Ни теләһәң, шуны ал, тик этемде кире бир. Ана, һимертелгән тайым тора, бөгөндән алып кит, – тип ялынды. Үҙе уйлай һалды, машина эргәһендә – тай бүстәк. Яҡшы эттәргә ысын һунарсылар машина ла йәлләмәй хәҙер.
– Эй, һырпаландың даһа. Мәхлүк сағында кәрәкмәне, хәҙер һуғымың да йәл түгелме? – Ҡотлояр асыулана башланы. Эт үҙе тураһында һүҙ барғанды уларҙың күҙҙәренән аңлап торҙо. Аҡыллы йәнлек килеп хужаһының ҡулын ялап алды, шулай итеп, рәхмәтен белдерҙе.
– Ярай, мәйелең, – тине лә Юнир ҡайтып китте. Боҙоҡ күңелле әҙәм эстән уйлап ҡуйҙы: «Бер яйы сығыр әле. Белербеҙ ни эшләтергә. Миңә булмағас, әйҙә, һиңә лә булмаһын».
Ул бер нисә рәт Аҡтырнаҡҡа энә ҡаҙалған ит ырғытып китте. Итте ағыулап та биреп ҡараны. Нисек кенә сей ит яратһа ла, һиҙгер эт уның ҡулынан ризыҡ еймәне.
Көҙөн Аҡтырнаҡ көсөкләне. Балаларын башта имеҙеп туйындырҙы. Бер аҙҙан һунар эте өй ризығын мөрхәтһенмәй, урманға ҡуян, ҡош-ҡорт ауларға йөрөй башланы. Телен оҙон итеп сығара ла, сабып сығып китә, ауыҙына берәй йәнлек эләктереп ҡайтып инә. Балаларының ырылдаша-ырылдаша йәш иткә йәбешеүҙәрен кинәнеп ҡарап тора. Ашамһаҡтар, үҙе һымаҡ әрһеҙ булмаҡсылар. Инәй инәй инде, көсөктәре туйынғас ҡына, ҡалған-боҫҡанын ялап ҡуя. Бер аҙҙан йылға буйына төшөп китә. Шаршынан балыҡ тотоп ашай. Тамағы туйғас, тағы көсөктәре янына ашыға. Төнгөлөккә имеҙеп һалырға кәрәк бит бәләкәстәрен.
Аҡтырнаҡ балаларын үҙе һымаҡ һунар эте итеп үҫтерергә хыялланды. Иң мөһиме, эт еҫте һәйбәт белергә тейеш. Унан көслө, ғәйрәтле, тәүәккәл булһын. Өй ризығы тәрбиәгә кире тәьҫир яһай. Шуға ул көсөктәрен бындай ашҡа яҡын ебәрмәне. Үҙенә нисек кенә ҡыйын булмаһын, ризыҡты ҡырҙан ташыны. Урманға көнөнә әллә нисә ҡат барып урай, ахмалға төшөп, ҡайтып инә. Ни эшләһен, инәй булғас, түҙә. Эттәргә лә бит бала ғәзиз.
Аҡтырнаҡты күҙ уңынан ыскындырмай күҙәтте Юнир. Ҡотлоярҙан нисек тә үс алырға тырышып, бәйләнергә төрлө сәбәп эҙләне. Бер саҡ боҙоҡ әҙәм ауылға хәбәр таратты.
– Ҡотлоярҙың эте ҡоторған. Көнө буйы, телен һәлендереп ала ла, урам буйлап саба. Кешегә ташлана. Яңыраҡ ейәндәремде ҡурҡытҡан. Бәрәстәремде тамаҡлап китте...
Юнир һөйләнеп кенә ҡалманы, милицияға ялыу ҙа яҙҙы. Ҡотлоярҙы саҡыртып алдылар, һораштылар.
– Ҡотормаған ул, балаларына ашарға ташый. Әйҙә, мал врачына алып барайыҡ, – тип ҡарағайны һунарсы, милиция ҡоро тотто.
– Ҡоторған этенде яҡлашҡан өсөн беҙ үҙеңә лә статья сәпәй алабыҙ...
Эткә түгел, әҙәм балаһына һан юҡ был заманда кемгә нимә иҫбатлай алһын һунарсы.
...Үҙен алырға килеүселәрҙе Аҡтырнаҡ лауылдап өрөп ҡаршы алды. Сөнки зирәк күңеле уларҙың насар ниәт менән йөрөгәнен һиҙҙе. Килеүселәр араһында һунарсы Юнир ҙа бар ине. Улар башта, «Этең ниңә сылбырҙа түгел», тип бәйләнде. Көсөктәрен күргәс, уларҙы ла бергә алып китергә итте.
– Закон буйынса ҡоторған эт һәм уның көсөктәре атылырға тейеш, – тине. Тик Ҡотлояр ағай көсөктәргә теймәүҙе үтенде. Уларҙы ветбольницаға алып барып тикшертергә һүҙ бирҙе. Ауырыу булһалар, үҙем атырмын, тине.
Саҡырылмаған ҡунаҡтарҙың ниңә килгәнен һиҙеп торған Аҡтырнаҡ хужаһының күҙенә ҡарап сыйылданы. Үҙен бер гонаһһыҙға атырға тип килгән кешеләргә ташланып, үткер тештәре менән өҙгөсләр ине, тик ояла бер ни белмәй мәш килеп уйнаған шундай ҡәҙерле, матур, йомшаҡ көсөктәре бар. Аҡтырнаҡ сабыйҙары хаҡына барыһына түҙергә булды. Яуыз бүре, ни саҡлы уҫал булмаһын, уны еңеп була. Ә бына яла менән мәкерҙе еңер көс юҡтыр, ахырыһы, донъяла. Уны үткер тештәр менән генә өҙгөсләп ташлап булмай икән шул. Аҡыллы эт әле ана шуны аңланы. Үҙен йәлләүҙән ары бер ни эшләй алмаған хужаһына мөлдөрәп ҡараны. Бүре һынлы бүреләр менән алышырға ҡурҡмаған, шундайын да таҫыллы, оһолло хужаһы ла уларға буйһонғас, килеүселәр бик ҡурҡыныс әҙәмдәрҙер, тип уйланы Аҡтырнаҡ. Ул һунарсы Юнирҙың ҡәнәғәт йөҙөнә ҡарап алды. Был әҙәм бүренән дә әшәке, тип уйланы ул. Тик мөнәсәбәтен белдермәне, түҙҙе. «Көсөктәремә генә теймәһендәр», – булды уның уйы. Ҡапҡанан алып сығыр алдынан Аҡтырнаҡ тағы өнһөҙ-тынһыҙ мөлдөрәп хужаһына ҡараны. Был ҡараштан Ҡотлояр ағай Аҡтырнаҡтың көсөктәрен имеҙергә рөхсәт һорауын анланы...
Ул сылбырын бушатты. Аҡтырнаҡ көсөктәре ятҡан ояға табан йүгерҙе. Имеҙеп бөткәс, һәр береһен ялап сыҡты. Бер аҙҙан хужаһының аяҡ аҫтына килеп йығылды. Инде ни эшләтһәгеҙ ҙә эшләтегеҙ, тип әйтергә теләне, ахырыһы, бисара. Мылтыҡ таҡҡан Юнир һәм тағы бер ир Аҡтырнаҡты ауыл осона алып сыҡты. Ҡотлояр ҙа арттарынан эйәрҙе, «һүҙемде һүҙ иттем», – тип маһайған Юнир иң алдан бара. Яҡты донъя менән хушлашҡыһы килмәүҙән, көсөктәрен йәлләүҙән күҙҙәренә йәш алып килгән Аҡтырнаҡ ҡапыл башын күтәрҙе. Уның ҡан һауған ғазаплы күҙҙәре Юнирҙың йылтыр мут күҙҙәре менән осрашты. Элекке хужаһының маһайыулы ҡарашын тойоп, ҡапыл тызрайҙы. Әйтерһең, ысынлап та, ҡоторҙо. Ырылдап ебәрҙе лә күҙ асып йомған арала бар көсөнә тартылып, сылбырҙы хужаһының ҡулынан һурып алды. Кешеләр уны-быны аңғарып өлгөргәнсе, һунар эте, тештәрен ыржайтып, Юнирға ташланды. Ул көсөк сағында үҙен күпер төбөнә сығарып ырғытыуы өсөн дә, үлтерергә тырышып, ағыуланған ит биреүҙәре өсөн дә, нахаҡҡа ялыу яғып, әле үлтертергә йөрөгәне өсөн дә язаһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Аҡтырнаҡ аңра түгел, барыһын да һиҙеп йөрөнө. Асыу-ярһыу менән эт Юнирҙың уң ҡулын эләктереп алды һәм үткер тештәрен үтәнән-үтә батырҙы. Әйтерһең, башҡаса ғәйепһеҙ кешегә нахаҡ яла яғып, ялыу яҙырға ҡулың эшкинмәһен, тип әйтергә теләне...
Мылтыҡ тауышы гөрһөлдәне, Аҡтырнаҡ ергә ауҙы...
Лира Яҡшыбаева.