Ата ҡаҙ менән йыландан ҡурҡам. Йортобоҙ йылға янында ғына булғас, беҙҙең тирәлә был ике йән эйәһе йәйен йыш ҡунаҡ. Шуға ла инә ҡаҙы менән бер төркөм бәпкәләрен эйәрткән ата ҡаҙҙы алыҫтаныраҡ урап уҙырға тырышам. Ә икенсеһе ҡапыл, абайламаҫтан ғына килә лә сыға. Йыландың өйө юҡ, тиҙәр бит. Минең ҡурҡып ҡысҡырған тауышҡа зыян итеүҙән бигерәк яныма яҡынларға ла ҡурҡа ул. Үҙе ҡаса. Әммә эргә-тирәләгеләрҙе аяҡҡа баҫтырырға өлгөрәм барыбер. Күрәһең, йылан күреп, сәрелдәгәнем ауылдың икенсе осонда йәшәгән егетемә лә (хәҙер тормош иптәшем инде) йыш ишетелгән. Шуға ла: “Бесәй булған йортто йыландар урап уҙа ул”, – тип бәләкәс кенә бесәй балаһы бирҙе. Әсәйемдең иртәле-кисле йылы һыйыр һөтө менән генә һыйлауы килеште теге мыраубайға. Әкиәттәгесә, ай үҫәһен көн үҫте тиһәң дә шаштырыу булмаҫ. Тәүге хужаһының уйын да теүәл үтәне. Ул тере саҡта урамда йылан күреп, сарбайлап яр һалғаным булманы.
Үлеләрен генә йортҡа килтереп һалып ҡуя ине. Быны ул, моғайын, хеҙмәтен күрһәтеү өсөн эшләгәндер. Эшен тигәндән, үҙенең беҙҙең йортҡа ниндәй маҡсат менән килеп эләккәнен яҡшы белде ул. Йылан менән мине осраштырманы, әммә төп бурысын да үтәмәне. Бесәй кешегә нимә өсөн кәрәк? Эйе, дөрөҫ, сысҡан тотһон өсөн. Ә беҙҙеке ул ҡоротҡостарҙан йортто һаҡлау түгел, ҡайһы ваҡыт уларға тип һалынған махсус ағыулы емдәрҙе ашап аптыратты. Йә ағыуланған сысҡандар ней үлә, ней ҡаса алмай шаңҡып, беҙҙең янға килеп сыҡһалар ҙа, тыныс ҡына ҡарап тик ултырҙы. Уның ҡарауы ит менән ҡатын-ҡыҙҙы яратты...
Ауылда һуғым осоро етһә, һимереп китә торғайны. Шуға ике-өс көн юғалып тороуына ла күнеп бөттөк. Ә гүзәл заттар янында үҙенең бәҫен төшөрмәйенсә генә, эре һәм һәлмәк кенә баҫып йөрөр, ныҡ оҡшағандарының алдарына менеп иркәләнер ине. Ғөмүмән, үҙ дәрәжәһен ныҡ белде. Башҡа бесәйҙәр кеүек аяҡ аҫтында уралып та йонсотманы. Шулай ҙа сысҡан тотмағаны, ҡайһы саҡта иҙәндәге гөл төптәренә сәптереп киткәне өсөн әсәйемдән йыш ҡына әрләнеүен иҫәпкә алмағанда, ҡағылмай-һуғылмай, ҡәҙерләнеп кенә йәшәне. “Минең бишенсе үгәй балам бит ул, ата ялҡау”, – тип иркәләй-иркәләй ашата, атайым күрмәгәндә генә өйгә индереп, йоҡлатып сығара ине.
Ата ялҡау, әй, Ата бесәйҙе мыяубикәләр ҙә яратты. Үҙе лә уңға ла, һулға ла күп йөрөнө. Һулға йөрөнө тиеүемдең сәбәбе шунан, ул бер нисә тапҡыр инә бесәй алып ҡайтып, “йәшәп” ҡараны. Әммә, матурҙар уртаҡ була тигәндәй, “кәләше” өйҙә “донъя көтөп” ҡалғанда ла ситкә йөрөүенән туҡтаманы. Шунлыҡтан башҡа ата бесәйҙәр менән һуғышып, ҡанға туҙышып ҡайтҡан саҡтары күп булды. Үҙенә генә оҡшап торған һорғолт-йәшкелт йөнлө бесәй балалары ла әсәләренә эйәреп килеп китә торғандар ине. “Ана, уйнаштан тыуған балаларың алиментҡа бирергә килгәндәр”, – тип көлә инек ул саҡта. Эйе,
типтереп, донъяның кәрәген биреп йәшәй белде ул беҙҙең Ата бесәй. Шул бәйһеҙлеге, гелән еңел табыш артынан йөрөүе башына етте лә инде. Ноябрь айы ине. Эйәге һелкенеп (ауыҙы ла йүнләп ябылмай дерелдәп тора), артҡы аяҡтарын саҡ-саҡ һөйрәп йөрөгән, ҡоро тире лә һөйәккә ҡалған бесәйебеҙҙе танымай, был мәхлүк йән эйәһе ҡайҙан килеп сыҡты икән тип, аптырап торҙом. Һуңынан әсәйем бер нисә аҙна элек ҡайҙандыр ныҡ туҡмалып ҡайтыуы тураһында әйтте. Йә берәйһенең итен сәлдергәндә тотолған, йә ата бесәй менән сираттағы һуғышында үҙенең бесәйен яҡлашып, кемдәндер туҡмаҡ эләккән инде. Тамағына ла ашай алманы. Оҙаҡламай бөтөнләй юғалды. Яҡшы эт менән бесәй хужалары йәшәгән ерҙән ситкә китеп үлә, тиҙәр. Был да йән биргәндә беҙҙең йәлләгәнде күрмәҫ өсөн сығып киткәндер. Унан һуң бесәйҙән уңа алманыҡ. Дүрт йыл самаһы беҙҙә йәшәп, ғаилә ағзаһына әйләнеп бөткән Ата бесәйҙе алмаштырырҙайы табылманы. Әле һин ҡарт та түгел инең бит, елғыуарлығың, бәйһеҙлегең башыңа етте, их, Ата бесәй, тип, һаман да уны һағынып иҫкә төшөрөп алабыҙ.