Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2021, 12:35

“Ашҡаҙар” радиоһында Сәсәндәр көнө!

«Башҡорттарҙың гимнына әүерелгән «Урал» йырын кем сығарған? Халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡомартҡыһы  «Урал батыр» эпосын кем яҙып алған? Ни өсөн Байыҡ сәсән тарихта Әбләев тип түгел, ә Байыҡ Айҙар тигән исем менән билдәле? Ни өсөн Ерәнсә сәсән ерләнгән урын изгеләштерелгән?

“Ашҡаҙар” радиоһында Сәсәндәр көнө!
“Ашҡаҙар” радиоһында Сәсәндәр көнө!

«Сәсән- һүҙ таратыусы,
Сәсән-дан ҡайтарыусы,
Сәсән- моң өләшеүсе,
Сәсән-белем әйҙәүсе» -, тип яҙа «Ашҡаҙар» радиоһын даими тыңлаусыларҙың береһе Хәйҙәр Көмөшбаев.

Нәҡ ошондай мәшһүр шәхестәребеҙ – сәсәндәребеҙ 2 декабрҙә республиканың “Ашҡаҙар” радиоһы геройҙары. Эфирҙа көн дауамында барған тапшырыуҙар Башҡортостанда ғына түгел, илебеҙ  төбәктәрендә лә билдәле һүҙ оҫталары менән таныштыра. Был көндө Мөхәмәтша Буранғолов, Мифтахетдин Аҡмулла, Ерәнсә сәсән, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Сәйет Исмәғилев һәм башҡалар тураһында айырым тапшырыуҙар эфирҙа яңғыраясаҡ.

«Башҡорттарҙың гимнына әүерелгән «Урал» йырын кем сығарған? Халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡомартҡыһы  «Урал батыр» эпосын кем яҙып алған? Ни өсөн Байыҡ сәсән тарихта Әбләев тип түгел, ә Байыҡ Айҙар тигән исем менән билдәле? Ни өсөн Ерәнсә сәсән ерләнгән урын изгеләштерелгән? Сәсәндәр тормошона бәйле ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар – көн дауамында «Ашҡаҙар» радиоһы эфирында», - ти каналдың баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

Сәсәндәр көнөндә билдәле журналист Зөмәйрә Сафина филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева менән әңгәмә ҡорасаҡ. «Беҙҙең донъя» тапшырыуында улар тыңлаусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирәсәк. Һөйләшеү тура эфирҙа 12.15 сәғәттә башлана. Студия ҡунаҡтарына һорау, теләк-тәҡдимдәрен еткерергә теләүселәр: 8 (347) 246-14-81 телефонына шылтырата ала. «Ашҡаҙар» тулҡындарында бергә йөҙәйек!

Фото:infourok.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: