Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Декабрь 2021, 17:35

Хоҙай биргән малай

Ҡыҙҙарға бай булғандары өсөн Кәримдең затындағы ир-аттарҙы мәрәкәләп-шаяртып «ювелир оҫталары» тип атап йөрөтәләр. Имеш тә, ҡыҙ баланы донъяға яралтыу өсөн бигерәк тә атай кешенән ювелир оҫталығы, уның әйберҙәрҙе йырлағандағы нәзәкәтлеге, биҙәгәндәге нескәлеге, илаһи һәләте талап ителә икән дә. Ә малай тыуҙырыу өсөн арлы-бирле балта тотоп, утын яра белһәң дә етә, имеш. Бына һиңә – мә! Берәү әйтер: ҡыҙ табыуҙың ни ауырлығы бар, бына һин малай табып ҡара. Ҡайһы берәүҙәрҙең әлегә туҙға ғына яҙған фекеренсә, әгәр ҙә ир кеше ҡатынын нығыраҡ яратһа – ҡыҙ бала, ҡатын ирен нығыраҡ һөйһә – ир балалар донъяға ярала, имеш.

Хоҙай биргән малай (хикәйә)

Аптыраным был ҡатынға:

Ҡыҙ таба ла, ҡыҙ таба.

Һин тимен, малай хаҡында

Докторға барып ҡара...**

Шағир был юлдарҙы фәҡәт Кәримгә һәм уның ҡатыны Зөләйхаға арнап яҙған һымаҡ. Ҡулынан балтаһын төшөрөрлөк, атаһын шатлыҡ атына атландырырлыҡ, һис юғы фамилияһын дауам итерлек йоморо ҡара малай табып бирмәне бит тәки ҡатыны, һис юғы, берәүҙе. Орлоҡ өсөн. Атай нигеҙен кем һаҡлар? Әллә Аллаһы Тәғәлә уларға малай лимиты бүлмәгәнме? Уларға ғына булһа, бер асыу. Кәримдең ир туғандары араһында ла һуңғы ун йылда малайлы кешеләр юҡ. Шыр ҡыҙҙар. Гел ҡыҙҙар тыуыуҙы донъя тыныслығына, бәрәкәтле тормошҡа юрау ҙа бар халыҡта. Өлкәндәрҙең иҫләүе буйынса, Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан уларҙың ауылында тик малайҙар ғына тыуған. Герман һуғышы сығыр алдынан да шундай уҡ хәл күҙәтелгән, тиҙәр. Кем белә, әллә уларҙың нәҫеленә Хаҡ Тәғәлә тик ҡыҙҙар ғына ебәреп, ниндәйҙер оло бәлә-ҡазанан аралаймы икән?

Ҡыҙҙарға бай булғандары өсөн Кәримдең затындағы ир-аттарҙы мәрәкәләп-шаяртып «ювелир оҫталары» тип атап йөрөтәләр. Имеш тә, ҡыҙ баланы донъяға яралтыу өсөн бигерәк тә атай кешенән ювелир оҫталығы, уның әйберҙәрҙе йырлағандағы нәзәкәтлеге, биҙәгәндәге нескәлеге, илаһи һәләте талап ителә икән дә. Ә малай тыуҙырыу өсөн арлы-бирле балта тотоп, утын яра белһәң дә етә, имеш. Бына һиңә – мә! Берәү әйтер: ҡыҙ табыуҙың ни ауырлығы бар, бына һин малай табып ҡара. Ҡайһы берәүҙәрҙең әлегә туҙға ғына яҙған фекеренсә, әгәр ҙә ир кеше ҡатынын нығыраҡ яратһа – ҡыҙ бала, ҡатын ирен нығыраҡ һөйһә – ир балалар донъяға ярала, имеш. Бәй, ошонан һуң да Кәримдең хәләле, мине ирем яратмай, тип әйтеп ҡараһын. Ә бына һис малай тапмаған ҡатынына ул шулай тип әйтә ала. Хатта әйткәне лә бар.

Ир бала тыуҙырыуҙың ауырлығы ла бар, тиҙәр. Быныһын табиптар әйтә: ҡыҙ балалар сос, етеҙ була, мөҙҙәте етер-етмәҫтән әсәһенең балаятҡыһынан яҡты донъяға сығырға ашҡына, тибешә башлай. Ҡыҙҙарҙың ир затына ҡарағанда иртәрәк өлгөрөүе лә шул сослоҡҡа һәм етеҙлеккә бәйле. Малайҙар иһә, әллә инде үҙҙәрен мең михнәттәр көткән донъяға тыуырға теләмәйенсә, үжәтләнеп ята бирә, кендек аша әсәһенең һутын һурыуын ғына белә. Хәс тә ата-әсәһенең пенсияһына йәшәгән ялҡау бешәлкәһеҙ егет һымаҡ.

Ҡатын менән йоҡларға ятыр алдынан түшәк йә яҫтыҡ аҫтына балта һалыу тураһындағы лаҡап та тап ошо хәлгә бәйле. Имеш тә, был йоланың асылын аңламаған ситтән төшкән бер килен, ирем мине төндә сабып үлтерер өсөн балтаһын шунда һалып йоҡлай, тип уйлап, шикләнеп йөрөгән-йөрәгән дә, тегеһе был ғәҙәтен ташламағас, ахыр сиктә, милицияға мөрәжәғәт иткән. Улар йоҡларға ятыр алдынан килгән тәртип һаҡсылары. Йәш сержанттар. Улар ҙа был йола-ырым хаҡында белмәйҙәр икән. Протокол төҙөгәндәр. Йәш кейәү йоланың мәғәнәһен тегеләргә ҡат-ҡат аңлатып ҡараған. Тәүҙә унан көлгәндәр, аҙаҡ нығыраҡ тотонғандар. Һөҙөмтәлә кейәү баланы баллы-майлы айындағы йылы түшәгенән айырып, алып барып бикләп үк ҡуйғандар. Ваҡиғаның аҙағы нисек бөткәндер, иллә-мәгәр, ирем мине балта менән сабып үлтерә, тип милиция саҡыртҡан ҡатын бер-бер артлы дүрт малай тапҡан, тиҙәр. Ҡурҡышынан микән? Әллә теге ырымдың тәьҫире көслө булғанмы?

Зөләйха малай тапманы, уның ҡарауы, ике йылға бер тапҡыр береһенән-береһе гүзәлерәк, береһенән-береһе нәфисерәк, береһенән-береһе иркәрәк ҡыҙҙары берәм-берәм тупылдап тыуып ҡына торҙо. Исемдәрен дә әсәләренекенә оҡшатып ҡушырға тырыштылар: Зөлхизә, Зөбәйҙә, Зөлхәбирә, Зәлифә, Зөмәрә. Йорттағы бер түгел алты «3» хәрефенә башланған исемдәрҙең тәүлек әйләнәһендәге туҡтауһыҙ яңғырашында Кәримдең башы «зыйылдап» ҡына торҙо.

Теге шағир дөрөҫ әйткән икән: ҡыҙ булһа ла, белдегеҙме, нисауа була икән дә. Ҡыҙ бала – наҙлы бала. Ҡыҙ бала күберәген атаһына тартылыусан. Зөләйханы республиканың биш бала табыусы әсәләре менән берлектә баш ҡалаға саҡырып миҙал менән бүләкләнеләр. Тик атай кешегә һис юғы «Маладис атай» тигән маҡтау ҡағыҙы ла бирмәнеләр. Әммә күп балалы ғаилә башлығы булыуҙың заманына күрә бик күп кенә уңайлыҡтары, йәғни льготалары бар...

Бик-бик иртә өйләнде Кәрим. Атаһы менән әсәһенең бер-бер артлы фанилыҡҡа күсеүе лә быға булышлыҡ иткәндер. Атаһының васыят итеп әйткән һуңғы һүҙе лә шулай булды: «Кеше, улым, утыҙ йәшкә тиклем үҙе өйләнмәй, утыҙҙан һуң ҡурҡып өйләнмәй. Буйҙаҡлыҡта бәхет юҡ ул. Өйлән, ҡырҡ йәшеңә тиклем өйөң балалар тауышы менән тулмаһа, мәхшәр менән тулыр...» Тиңдәштәре әле әрмеләрҙән ҡайтып, институт-фәләнгә инергә, аҡсалыраҡ эшкә урынлашырға, тип ҡалаларға юлланған бер ваҡытта Кәрим ағайыбыҙ наҙлы кәләш ҡуйынында ине инде. Башҡалар белем эстәне, карьера яһаны, ҡалаларҙы яуланы, ә ул иһә урта мәктәпте тамамлағас, әрмегә барып килде лә, үҙенән өс йәшкә кесе Зөләйханы мәктәбен бөтөрөр-бөтөрмәҫтән әйттереп, ҡыҙ аттестат алғас, туй ҙа үткәрҙеләр. Кинйә малай булараҡ, Кәрим атай йортонда тороп ҡалғайны. Зөләйха йортҡа килен дә, хужабикә лә, ҡәйнә лә булып төштө. Кәримдең һөнәре етмештән ашып китһә лә, махсус уҡып алғаны сварщик һәнәре булды. Атаһы тимерсенең улы ла тимерсе.

Кәрим Зөләйханы балаға күмде. Әллә киреһенсәме икән? Зөләйха башта ҡалаларға ағылған әхирәттәренә көнләшеп ҡараны. Ҡалаға китәйек, тип, иренә туҡтауһыҙ тылҡыны. Әммә һәр бер ынтылышы сиратта тыуған ҡыҙ балаға ҡарата хәстәрлек менән баҫырыла килде. Ғаиләлә ҡыҙҙар һаны артыу менән был ынтылыш кәмей-кәмей барып, аҙаҡтан бөтөнләй онотолдо.

Шартына килтереп эшләй ҙә, йәшәй ҙә белә ине Кәрим. Барыһына ла өлгәште ул: иҫкеһен ҡутарып, сарҙаҡлы итеп йортон да һалды, ҡураһы тулы мал, ҡош-ҡорт, баҡса артындағы урман ситендә умарталары геүелдәп ултыра. Баҡсаһында емеш-еләге, йәшелсә-фәләне күтәргеһеҙ булып уңа. «Ир хәстәрле булһа, ҡатын таҫтарлы» тиҙәр. Зөләйхаһы ла берҙе биш итергә тора.

Кәримдең тормошҡа ашмаған хыялдары ла бар. Бер түгел, икәү улар. Тәүгеһе йоморо ҡара малай булһа, икенсеһе – халыҡ телендә «Крузак» тип йөрөтөлгән «Ленд-Крузер» машинаһы. Тәүге хыялы, нимә генә итмәһен, үҙенән тормай – Хоҙай ихтыярында. Ә бына икенсеһенә килгәндә, Кәрим инде нисәмә йыл ир исемен күтәреп йәшәп, әҙәм рәтле машинаға тейенә алғаны юҡ.

«Ҡатын-ҡыҙ күрке – сепрәк, ирҙеке – ат». Был әйтем халыҡтыҡы иҫәпләнәме-юҡмы, иллә-мәгәр Кәрим йыш ҡына уны ҡабатларға ярата. «Ат» тигәне – хәҙергесә әйткәндә, машина. Быға тиклем Кәрим ауылда йәшәүсе күптәр һымаҡ 1-сенән башлап 15-сегә тиклемге «атамарка»ның кәттәһе «Жигули»ҙа елдереүҙе иң ҙур егетлеккә тиңләй ине. Әммә йәй башында үткән класташтары менән осрашыуы был мәсьәләлә уның ҡарашын теүәл 180 градусҡа үҙгәртте. Ниндәй генә «инәмаркаларға» атланып килмәгән ҡалаларҙа һәм ер шарының башҡа төбәктәрендә көн итеүсе класташтары? Уларҙың ҡайһы берҙәрен Кәрим хатта төшөндә лә күргәне юҡ. Уларҙың эргәһендә Кәримдең 15-се һанлы «Жигули»һы төҫһөҙләнеү генә түгел, интерьерҙы боҙған музей экспонаты кеүек. Хатта күренмәй ҙә. Эйәр һалған һыйырға, баҡтаһы ҡойолған һәүерек алашаға атланып килгән мәхлүктәй хис итте үҙен Кәрим. Уның намыҫсан йөрәге дөпөлдәп тибеп ҡуйҙы. Етмәһә, Себерҙә йәшәүсе класташы Сәмиғулла үҙенең һуңғы сериялы «Тойота»һы янында тороусы Кәримдең машинаһына ишаралап:

– Был машинаға магазинда запчастар бармы әле һаман да? – тип төрттөрөп һорау биреп ҡуйҙы.

– Булмаһа ни, мин бит сварщик. Үҙем тимерҙән әтмәләп алам, – тип класташының төрттөрөүен үҙенсә мәрәкәгә борорға теләне Кәрим.

– Ә, онотоп торам. Һеҙ бит «ювелир оҫталары...»

– Ҡыҙ яһау һиңә «Тойота» һатып алыу йә малайҙар әтмәләү түгел...

Кәрим Сәмиғулланың ике малайы барлығын, ҡыҙҙары булмауын иҫенә төшөрҙө. Тик класташы ла бирешерлек түгел. Оторо ярһыны ғына. Уҡтарын ире менән класташтар осрашыуына килгән Кәримдең ҡатыны Зөләйхаға тоҫҡаны.

– Ир аҫылы мал таба, ҡатын аҫылы ул таба, ти ҡарсәйем. Өйөң тулы ҡыҙҙар, йөрөгән машинаң музей экспонаты булғас, артабан ни әйтеп тораһың инде...

Кәримдең бармаҡтары үҙенән-үҙе йоҙроҡҡа төйнәлде. Асыуын теш араһына ҡыҫып, көскә йотоп, ул барыһына ла ишеттерерлек итеп:

– Тағы ла биш йылдан осрашҡанда бына ошо урында «Крузак» ултырмаһа, бына был фуражканы кейеп тә йөрөмәйем. Исемем дә Кәрим булмаһын... – Ул машинаһының капотына фуражкаһын сисеп бәрҙе.

– «Крузак»? – Сәмиғулла мыҫҡыллы йылмайҙы. – Уны һатып алырға аҡсаны ҡайҙан алмаҡсыһың? Ә-ә-ә... Онотоп торам, һин бит «ювелир оҫтаһы». Ҡыҙҙарыңды гастарбайтер үзбәктәргә һатһаң, алаһың инде...

Кәрим артабан түҙеп тора алманы. Бер-береһенә көҙгө әтәстәй ябырылып йәбешкән ике класташты көскә айырҙылар. Сәмиғулланан ғәфү үтендерҙеләр класташтары. Эскәнлегенә һылтанып маташҡан булды ул тәүҙә. Әммә табындағы башҡа ир-аттар уны яғаһынан нығыраҡ бороп алғас, тәүҙә әртисләнеп маташты, аҙаҡ майлаған ҡайыш хәленә килде.

– Инде һаҡалың билеңә етеп бара, Сәмиғулла. Һаман малайҙарса ҡыланмаһаң, – тине ауыл хакимиәте башлығы булып эшләүсе класташтары Мәсҡүҙә.

– Үҙе шаяртҡанды аңламай бит, ауылдан сыҡмағас, кеше менән һөйләшә белмәй, – тип аҡланды Сәмиғулла.

Әммә байрамдың ҡото киткәйне инде. Кәрим класташына тыныс күңел менән ҡарай алманы. Уға тиҙ генә машинаһына ултырып ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.

Ҡыҫҡаһы, Һаҡмар буйына йыйылған класташтарҙың был осрашыуы, дөрөҫөрәге, Сәмиғулла менән һүҙгә килешеүе Кәримдең тормошона ҡырҡа боролош алып килде. Иллә-мәгәр, уның намыҫы ҡуҙғалды. Тағы ла биш йылдан уҙасаҡ класташтар осрашыуына «Крузак»ҡа атланып барыһының да танауына сиртмәһәме, исеме, ысынлап та, Кәрим булмаясаҡ. Әлегә класташтарының береһе лә бындай машина менән маҡтана алмай.

«Асыулы сағыңда хөкөм сығарма, бәхетле сағыңда вәғәҙә бирмә», тип әйтәләр әйтеүгә. Кәрим ныҡ асыулы сағында барлыҡ класташтары алдында «Крузак» алмаһаммы, тип вәғәҙә биргәндәй булды. Ысынында иһә, үҙ-үҙенә хөкөм дә сығарҙы. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Хәҙер инде ул шул һүҙендә, үлһә лә, торорға бурыслы. Кем уйлаһын инде: тап ошо осрашыуҙа Кәримдең тормошо ҡырҡа боролош кисерер, тип. Һе, мәле еткәс, бәлки, Сәмиғуллаға рәхмәт тә әйтер әле Кәрим. Тик әйтерме икән? Күрһәтер шул сағында ошо Сәмиғулла ишеләргә кемдең кем, нимәнең нимә икәнлеген. Көлкөләрен яңыртыр. «Ювелир оҫтаһы», имеш...

* * *

Талпыныуы сикһеҙ, ниәттәре ҙур булһа ла, маҡсаты ҡолас етмәҫлек, үрелеп ҡарайым тигәндә генә лә баштан кәпәс төшөп китмәле ине шул. Кәрим тәүлек әйләнәһенә ҡырҡҡа ярылып эшләһә лә, биш йыл эсендә ундайын машина һатып алырлыҡ аҡса туплай алмай. Береһен-береһе ҡыуалап үҫеп килгән ҡыҙҙарын да ҡарарға кәрәк. Ҡыҙҙар наҙлы, әммә ана шул наҙ өсөн дә түләргә кәрәк шул. Ҡыҫҡаһы, малайҙарға ҡарағанда ҡыҙҙарҙы тәрбиәләп үҫтереү кеҫә йәһәтенән ауырыраҡҡа төшкәнен ҡыҙ үҫтергән генә белә. Етмәһә, Зөлхизә менән Зөбәйҙәләре бер-бер артлы мәктәпкә барҙы.

Ауылда күптән инде эш урындары юҡ, колхоз-совхоздарҙың ҡолағанына ла биш былтыр. Оҙаҡ уйлаһаң, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Иң тәүҙә һөҙөү, шунан һуң ғына мөгөҙөңә нимә килеп эләккәнен байҡау лазым. Тәүәккәллек таш яра. Крәҫтиән балаһы крәҫтиәндәрсә эш итә инде. Тәүге йылында Кәрим ике йөҙ ҡаҙ себеше алып ебәрҙе, һимертергә өс баш башмағын айырып ҡуйҙы. Үҙенең һәм ауылдағы ташландыҡ ике өйҙөң картуфлыҡтарын силсәүиттән рөхсәт һорап һөрҙөрөп, өсөһөнә лә мансылдырып картуф сәсте. Себеште көҙ һанайҙар. Ҡырпаҡ ҡар яуыуға хужа усында төйөрөм генә аҡса барлыҡҡа килгәнен тойҙо. Тик был аҡсаһын ул кеҫәһенә, күптәр кеүек банкҡа һалып ҡуйырға ашыҡманы. Аҡса аҡса эшләргә тейеш. Икенсе йылына ҡаҙ себештәренең, һимертергә ҡуйылған башмаҡтарҙың һаны ике тапҡырға артып китте. Ҡаҙҙар һәм башмаҡтарына ем, көрпә алырға ла аҡсаһы етте.

Тап ошо мәлдә ҡасандыр алынып онотолған пай ере барлығы Кәримдең иҫенә төштө. Хәҙер инде ул картуфлыҡтар менән ваҡланып торманы. Пай ерен күрше ауылдағы фермерҙы яллап һөрҙөрөп, уның техникаһы менән картуфын да сәстереп ҡуйҙы. Хәләл көс менән табылғандың ҡәҙерен белә Кәрим. Ҡаҙҙары менән башмаҡтарын һуйып, ваҡлап һатты. Ауылға килеп күмәртәләп ит йыйып йөрөүселәргә әйләнеп тә ҡараманы. Баҙарға ит һатырға үҙе сыҡты. Йыйып алған картуфын ҡалалағы комбинаттың етәкселеге менән һөйләшеп бер юлы тапшырҙы. Комбинаттың йөк машиналары тейәп алып китте уңышын.

Ҡырпаҡ ҡарҙа түбәһе күккә тейҙе. Кәрәкле сумманың яртыһынан күберәге тупланды ҡулына. Буйтым ғына. Яҡынса иҫәбе буйынса тағы бер йыл ынтылһа, алдағы йылда «Крузак» ихатаһында балҡып ултырасаҡ. Әлеге аҡсаһы ҡулдан да ундайын машинаны алырға етерлек. Әммә был йәһәттән Кәримдең үҙ һүҙе лә бар: кәләште – ҡыҙҙан, машинаны – нулдән.

Малдар ҡышҡа ҡураға ингәс, тик ятырға күнекмәгән Кәримдең күҙенә гәзиттәге бер иғлан салынды. Бер бай ғына миллионермы-миллиардермы, олигархмы-ала ҡараҡмы, яҡындағы ҡалала сауҙа үҙәге төҙөргә эшселәр йыя. Төҙөлөшкә сварщиктар талап ителә икән. Кастинг тигән нәҫтәкәй менән алалар икән. Оҙаҡ уйлап торманы, китте шунда. Ҡулы эш белгәс, моңмо ни? Тимерҙе төрлөсә иретеп йәбештереп ярыштылар. Заявка биргән алтмышлап дәғүәсенән эшкә ҡабул ителгән бишәүҙең береһе Кәрим булып сыҡты. Ул эшкә көн һайын ауылдан үҙ машинаһында йөрөнө. Ике ҡулына бер эш. Алтын ҡуллы тырыш эшсене шундуҡ күреп тә алдылар. Үҙен иретеп йәбештереүселәрҙең бригадиры итеп тәғәйенләп ҡуйҙылар. Тәүге айҙарҙа хужа алдан вәғәҙә иткән эш хаҡының яртыһын ғына түләп килде лә, егеттәрҙең ышаныслы булыуы һыналғас, ҡалған сумманы ла бер юлы иҫәптәренә күсерҙе. Иш янына ҡуш булды Кәримдең көтмәгәндә ошо төҙөлөш бригадаһында эш башлауы. Был шөғөлө уға билдәләгән маҡсатына тиҙерәк барып етергә ярҙам итәсәк.

Әммә донъя бер алдын, бер артын күрһәтә тигәндәй, алдағы йәйҙең ҡоро килеүе, шул сәбәпле фуражға хаҡ артыуы, бесән наҡыҫлығы бәкәлгә һуҡты. Ауыл халҡы малын күмәртәләп һуйып, баҙарға тултырҙы һәм иткә хаҡ төштө. Картуф та йүнле үҫеп сыҡманы. Ҡатыны ҡыҙҙары менән көнө-төнө үҫентеләргә ҡоҙоҡтан һыу ҡойоп торһа ла, ямғырһыҙ, картуфтың картуфы ла ырап үҫмәй икән. Кәрим ергә һәм башмаҡтарҙың, ҡаҙҙарҙың тамағына һалған сығымдан саҡ-саҡ ҡына, утыҙ процент самаһы ғына артыҡ килем ала алды. Иҫәп тотҡан суммаһы килеп сыҡманы.

Уныһы ғына етмәгән, донъя, ил кимәлендә башланған иҡтисади көрсөк Кәримдең алдына тағы ла бөтөнләй көтөлмәгән ауырлыҡтар килтереп ҡуйҙы. Инфляция башланды. Бына-бына дефолт булырға тора, тиҙәр банктар хеҙмәткәрҙәре. Эштәр улайға китһә, Кәримдең өс йыл буйы ҡара тирен түгеп йыйған хәләл аҡсаһына «Крузак»тың үҙен түгел, бер тәгәрмәсен дә һатып алыу мөмкин булмаясаҡ. Ул сағында инде ер тырнап, йә сәсеңде йолҡоп иларға ғына ҡала.

Бер көн Кәрим эштән ҡайтҡас, һәр ваҡыттағыса киске ашҡа ултырҙылар. Ниңәлер ҡатыны Зөләйха иренең борсолоулы мәшәҡәттәренә битараф һымаҡ тойолдо. Туҡтауһыҙ йылмая, көлә. Бер-береһен бығаса һүҙһеҙ ҙә аңлай ине улар. Ир ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөгән саҡта ҡатынының бындай ҡыланышын нимәгә юрарға ла белмәне. Был йәһәттән Кәрим яңылышмаған булып сыҡты. Зөләйха өҫтәл артынан тороп киткән ҡыҙҙарының ҡайһыһы ҡайҙа йүнәлгәнен көтөп кенә ултырҙы ла, үҙенең сәйер хәләтенең серен асып һалды.

– Кәрим, бөгөн район үҙәгенә барып, табипҡа күренеп килдем...

– Ауырыйһыңмы ни?

– Юҡ та...

– Атыу?

– Шул, мин тағы ла ауырға ҡалдым...

– Нимә?

– Ауырға ҡалдым, тием. УЗИнан ҡараныҡ...

– Кем?

– Ҡыҙ...

– Нимә?

– Нимә түгел, кем. Тиҙҙән ҡыҙыбыҙ була...

– Ҡасан тиҙҙән?

– Ғинуарҙа...

– Ниңә һин был хаҡта миңә иртәрәк әйтмәнең? Юҡ, ниңә иртәрәк ауырға ҡалманың?

Ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәренең мәғәнәһе хаҡында аңларлыҡ хәлдә түгел ине Кәрим. Ул тәүҙә туҡтауһыҙ көлөргә тотондо ла, аҙаҡ ҡатынын бәпәй һымаҡ күтәреп, өй буйлап күтәреп йөрөтә башланы. Үҙе туҡтауһыҙ һөйләнде.

– Аптыранам был ҡатынға:

Ҡыҙ таба ла, ҡыҙ таба.

Һин тимен, малай хаҡында

Докторға барып ҡара...

Ғаиләләре өсөн лозунгҡа әүерелгән был шиғырҙы артабан Зөләйха дауам итте:

– Аптырағас, роддомға

Үҙең бараһыңмы ни?

Ҡатын тапмаған малайҙы

Үҙең табаһыңмы ни?

Шиғри әйтеште Кәрим дауам итте:

– Бында ҡыҙҙар фермаһы юҡ,

Өй тултырма ҡыҙ менән.

Ҡыҙға ҡарап тораһым юҡ,

Малай кәрәк бер тигән...

Уларҙың кинәйәле итеп ирәүән шаярышыуын ҡыҙҙары ла күреп ҡалды. Тәүҙә төпкө бүлмәлә телевизор ҡараған Зөлхизә менән Зөбәйҙә улар янына йүгерешеп сыҡты. Ҡыҙҙар аталары менән әсәләренең алмаш-тилмәш һөйләгән шиғырынан шуны аңланылар: тиҙҙән уларҙың тағы ла бер һеңлеләре донъяға киләсәк. Һеңлекәштәре Зөлхәбирә, Зәлифә, Зөмәрә тыуыр алдынан да улар тап ошо шиғырҙы һөйләгәйне. Бер аҙҙан тыштан бәләкәй һеңлеләре йүгерешеп килеп инде. Айыу бейетәләр тиһенме? Улар ишектән килеп инделәр ҙә, әсәләрен күтәргән аталарын күреп, ишек төбөндә йомош һорап ингән балаларҙай ҡатып ҡалдылар. Бер аҙҙан ғаиләләге шатлыҡлы яңылыҡ уларға ла мәғлүм булды. Мәктәптә уҡыусы Зөлхизә менән Зөбәйҙә тиҙҙән донъяға киләсәк туғандарының әсәләренең эсендә икәнлеген беләләр ине инде. Тик береһенән-береһе бәләкәс Зәлхәбирә, Зәлифә һәм Зөмәрә кескәй туғандарын Һаҡмарҙан тотоп алалар тигәнгә ышанғас, был хәлгә тик үҙҙәренең йәшенә ярашлы кимәлдә генә ҡыуандылар, булһа кәрәк. Кис ятҡас, Кәрим менән Зөләйха алтынсы ҡыҙҙарына йола буйынса «3» хәрефенә башланған исем эҙләп, Зарина тигәндә туҡталырға булдылар. Ҡыҙҙарҙың тыуасаҡ һеңлеләрен ҡаршыларға нисек әҙерләнеүен күҙәтеүе оло бер кинәнес ине. Кемдер ниндәйҙер уйынсығын бер кем дә белмәгән ергә йәшерә, икенселәре кейем хәстәрләй, кәнфит, печенье, һағыҙ запаслай.

Кәрим көн аша тиерлек ҡалалағы машиналар һатыла торған үҙәккә барып, үҙе һатып аласаҡ машинаның хаҡын һорашып-белешеп торҙо. Бер көн барғанында уға үҙәктәге дилерҙар ике айҙан машинаға хаҡтың ун процентҡа, өс айҙан утыҙ процентҡа артасағы хаҡында хәбәр итте. Кәрим йығылып китә яҙҙы. Машинаға аҡсаһын тултырыр өсөн, бик теләмәһә лә, кредитҡа алырға тура киләсәк уға. Банкҡа йүгереп барҙы. Унда ла ажиотаж. Офисҡа яҡын барырлыҡ түгел. Ярты көн буйы сиратта торҙо. Көтөүе бушҡа ғына булды. Дефолт алдынан ниндәй банк кредит өләшһен инде? Уға ике-өс айҙан, йәғни һумдар нисбәте кинәт һикереш яһағас ҡына килергә ҡуштылар.

Кәрим булған барлыҡ аҡсаһының яртыһын долларға, яртыһын евроға алыштырып алды ла, ауылына ашыҡты. Юлда ла, ҡайтҡас сәй эскәндә ҡатыны менән һөйләшкәндә лә, ҡайҙан аҡса табырға, тигән уй башынан сыҡманы. Ауылдағы барлыҡ туғандарын, дуҫтарын күҙ уңынан үткәреп сыҡтылар. Тик ауыл кешеһенә тотош капитал булып тойолған байтаҡ ҡына сумманы һорап алып торор кешене генә иҫләй алманылар. Дефолт алдынан кем кемгә аҡса биреп торһон инде? Барыһы ла барлы-юҡлы аҡсаларына нимәлер алып ҡалырға, күсемһеҙ милеккә өйләндерергә тырыша.

Теге саҡта ҡатынының ауырлы икәнлеген тәүләп ишеткән көндө Кәрим көтмәгәндә, үҙе лә һиҙмәҫтән Зөләйханан «Ниңә иртәрәк ауырға ҡалманың?» тип һорауы юҡтан ғына түгел ине. Ысынлап та, әгәр ҙә ҡатыны тап ошо көндәрҙә бала тапҡан булһа, машина өсөн ҡалған аҡса мәсьәләһен Әсәлек капиталы менән хәл итерҙәр ине. Ошо хаҡта уйлауы булды, Кәрим ултырған еренән һикереп торҙо.

– Әсәһе, миңә мул ғына итеп күстәнәс әҙерләп бир әле. Бер сирек бал, ике ҡаҙ һал. Мин иртәгә үҙем менән алып китәм...

– Ярар, әҙерләрмен. Сер булмаһа, кемгә ул күстәнәс?

– Әлегә сер. Килеп сыҡһа, үҙеңә генә әйтермен...

– Бигерәк ҡыҙыҡһың да инде һин, Кәрим...

– Ҡыҙыҡмын шул. Алла бойорһа, иртәгә «Крузак» менән ҡайтып төшһәм, тағы ла ҡыҙығыраҡ булыр...

Үҙе менән бер бригадала эшләүсе Ғәлләмгә таң һарыһынан китте Кәрим. Ул район үҙәгендә йәшәй ине. Бик ярҙамсыл хеҙмәттәше. Таңнамаҙҙан йортона килеп, тәҙрә аша ҡул иҙәүе менән тышҡа сығырға өндәгән бригадиры Кәримде күргәс, тиҙ генә кейенеп сыҡты. Кәримгә йомошон аңлатырға бер минут ваҡыт етте.

Ғәлләмдең бер туған ағаһы Ғәлим Сынбулатов район дауаханаһында баш табип булып эшләй. Кәримдең йомошо тап унда ине. Сынбулатовтың йортона киттеләр. Ғәлләм ағаһының йортона үҙе инеп китте. Ингән ыңғайы кире килеп тә сыҡты. Ағаһы иртүк эшенә киткән икән. Дауаханаға йүнәлделәр. Кәрим хеҙмәттәшенә ағаһына тигән күстәнәсте тотторҙо ла, коридорҙа ултырып ҡалды, Ғәлләм баш табиптың бүлмәһенә инде. Оҙаҡ ҡына һөйләштеләр. Балҡып килеп сыҡты Ғәлләм. Кәримдең ҡулын ҡыҫты ла:

– Ағайымды көскә күндерҙем. Тик ул һинең үҙең менән һөйләшкеһе килә. Бар...

Ғәлләм ағаһына оҡшаған икән. Тик баш табиптың саллана башлаған сәстәрен, маңлайындағы һырҙарын күрмәмешкә һалышҡанда, бүлмәлә Ғәлләм ултыра ине. Ул Кәрим менән урынынан тороп күреште. Шунан кире барып креслоһына ултырғас:

– Ғәлләм һиңә был справка эш урынында процентһыҙ кредит алыр өсөн генә кәрәк тине. Шулаймы?

– Эйе, тап шулай...

– Башҡа кеше һораһа, иғтибар ҙа итмәҫ инем. Ҡустым үтенгәс, баш тарта алманым. Беҙ туғандар ғына түгел, дуҫтар ҙа...

– Беҙ ҙә уның менән дуҫтар. Ҡустығыҙ ныҡ ярҙамсыл. Кеше йәнле кеше. Ундайҙар донъяла һирәк...

– Йәш саҡта минең улым бөйөр өйәнәге менән йығылғас, донор кәрәк булды. Үҙемдең дә бөйөрҙәр насар. Шул саҡта мин унан үтенгәйнем. Оҙаҡ уйлап та тормайынса, бер бөйөрөн улыма бирҙе. Улым бөгөн Мәскәүҙә медицина университетында профессор...

– Һеҙ бер-берегеҙгә оҡшағанһығыҙ...

– Әле яныма инеп йомошон әйткәс, шундуҡ ҡаршы төштөм. Ә ул малайымды иҫемә төшөрҙө. Тап шул арҡала ғына справка бирергә риза булдым. Ә һиңә нимәгә ул шул тиклем аҡса?

– Машина алырға ине, Ғәлим...

– Аңлашылды. Тик был справканы тотоп Әсәлек капиталы юлларға барып ҡуйма. Шундуҡ эләктерәсәктәр. Әгәр ҙә берәр хәл була ҡалһа, һин мине, мин һине белмәйбеҙ. Был справканы һин үҙең компьютерҙа әтмәләп алдың. Булдымы?

– Булды. Аңланым. Рәхмәт...

– Ҡыҙығыҙҙың имен-аман тыуыуын теләйем...

Баш табип уның алдына мисәтле документ сығарып һалды ла, минән бурыс төштө, тигән ҡиәфәттә телефонға йәбеште.

Ғәлләм менән ҡала буйлап елдерҙеләр. Төҙөлөш тресының офисына барып йомошон аңлатҡайны, унан шундуҡ балаһы тыуыу тураһында справка, сабыйҙың «Тыуыу тураһында танытма»һын һоранылар. Бындай хәлдең килеп тыуырын көтмәгәйне Кәрим. Әммә уға сигенергә түгел хәҙер. Загс бүлегенә барып, танытма алырға тура килде Кәримгә. Ярай әле, хеҙмәттәше Ғәлләм уны дәртләндереп торҙо. Бик күпте белә булып сыҡты хеҙмәттәше. Баҡтиһәң, бөтөнләй тыумаған да, булмаған да балалары өсөн был фани донъяла пособие, Әсәлек капиталы алып ятыусылар ҙа бар икән. Ундай хәлдәр булғанмылыр-юҡмылыр, быларҙы Ғәлләм коллегаһының күңелендәге уңайһыҙланыу тойғоһон алып ташлар өсөн һөйләне булһа кәрәк.

Танытма әҙер булғас, тағы ла офисҡа елдереп барып еттеләр. Ҡалғаны, кем берәү әйтмешләй, «техника эше». Кәримгә предприятиеның Уставына ярашлы, бер йыллыҡ эш хаҡын процентһыҙ кредит итеп бирҙеләр. Ун минуттан шығырлап торған өс йөҙ мең һум аҡса Кәримдең ҡулына күскәйне инде. Ул усына аҡсаһын йомарлап тотҡан килеш автоүҙәккә шылтыратты. Үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләй икән.

Иҫке машинаһын Кәрим Ғәлләмдәрҙә ҡалдырып торҙо. Ауылға ялтырап торған ап-аҡ «Крузак» менән ҡайтты. Өйҙәгеләр өсөн был көтөлмәгән байрам булды. Ҙур еңеү ине Кәримгә был көн. Ҡатыны табын әҙерләп, тиҙ арала ауылдағы туғандарын йыйып алдылар. Әйҙә, улар ҙа шатланһын, тинеләр. Әлегә тик район түрәләре, завод етәкселәре, эре-эре эшҡыуарҙар атланып йөрөгән машинаға ауыл балаһы Кәримдең эйә булыуы күптәр өсөн шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа күренеш булды. Кемдер Кәримгә, уның ҡатынына, ҡыҙҙарына ҡушылып, ихластан шатланды, кемдеңдер эсе көтөрләне.

Ҡунаҡтар таралышҡас, Зөләйха иренең ниҙер әйтеүен көттө. Әгәр ҙә машина алып ҡайтһам, һиңә генә һөйләрмен, тигәнде һәр саҡ иҫендә тотҡас, түҙемһеҙләнеүен көскә тыйҙы. Ҡыҙҙары йоҡлап киткәс, Кәрим түш кеҫәһенән танытманы сығарып һалды. Зөләйха документты ҡулына алып, оҙаҡ ҡына текәлеп торҙо. Тәүҙә унда яҙылғандарҙың айышына төшөнә алмайынса торҙо ла, барып еткәс, документты ипләп кенә кире урынына ҡуйҙы. Бер ни ҙә өндәшмәне. Тынлыҡты Кәрим емерҙе.

– Нимә, әсәһе, документта ҡыҙыбыҙҙың исеме дөрөҫ яҙылмағанмы әллә?

– Дөрөҫ тә. Тик, атаһы, әллә нисек бит әле. Иләнмәгән-һуғылмаған, ҡайным, һинә бер ыштан, тигән һымаҡ килеп сыҡмаймы? Ҡыҙыбыҙ тыумаған бит әле...

– Бишәүҙе тапҡасың, алтынсыһын да табырһың инде. Бик тырыш булып сыҡты Заринабыҙ. Тап ошо документ ярҙамында беҙҙең эштән процентһыҙ кредит бирҙеләр. Йыллыҡ эш хаҡы иҫәбенә. Машинаға аҡсаны шуның менән тултырҙыҡ...

– Шулай ҙа...

Был хәл-ваҡиғаға халыҡтың меңәр йылдар буйына аҡыл-тәжрибәһенән сығып ниндәй баһа бирергә мөмкин булыр ине икән? Хәйләһеҙ донъя файҙаһыҙмы? Бәлки, ысул маҡсатты аҡлайҙыр? Ә бит ҡыл да ҡыбырлатмайынса ла, арҡыры ятҡан таяҡты буйға һалмайынса ла, миллион-миллион долларҙарға эйә булыусылар менән сағыштырғанда Кәримдең был алдағы бөтөнләй күҙгә лә эленмәй кеүек. Был ваҡиғаның аҙағы ла яҡшы бөтөр ине. Әгәр ҙә Кәрим машина алып ҡайтҡандан һуң ай ярым үтеүгә Зөләйхаһы йоморо ҡара малай тапмаһа...

* * *

«Ювелир оҫталары» затында малай тыуыуы ғәҙәттән тыш хәл булып ҡабул ителде. Сәскәләр араһында үҫкән берҙән-бер дегәнәккә ҡарата ниндәй мөнәсәбәт булһа, бында ла, хәҙер инде Кәримдең үҙ исеменә оҡшатып ҡушылған Карам атлы йоморо ҡара малай ауылда һәм тирә-яҡ ауылдарҙа төп «сәйнәү объекты»на әүерелде. Бының әтнәкәһе ябай ғына: сәскәләр нисек кенә күҙҙең яуын алырлыҡ булмаһын, кеше улар араһындағы берҙән-бер булып айырылып ултырған дегәнәккә иғтибар итә. Иген баҫыуында ла иген түгел, башаҡтар араһында яңғыҙ һерәйеп ултырған көнбағыш күҙгә ташлана.

Шуға ла: «Һөйләрҙәр һөйләрҙәр ҙә, арығас, бер туҡтарҙар әле. Кем хаҡында ғына нимәләр генә һөйләнелмәй», – тип тәүҙә Кәрим барыһына ла ҡул һелтәп ҡарағайны. Тик һис тә туҡталырға оҡшамағайны уның һәм ҡатынының өҫтөнә ғәйбәт өйөү. Һуңғы көндәрҙә хатта малайҙың атаһының Кәрим икәнлегенә шикләнеп ҡараусылар күбәйеп китте. Имеш, Зөләйха тыума тапҡан. Имеш, малайҙың атаһы бөтөнләй башҡа кеше. Карамдың ысын атаһын сырамытыусылар ҙа бар икән хатта. Күбеһен Кәримдең ни рәүешле итеп башҡаларҙың төшөнә лә инмәгән ҡиммәтле машина һатып ала алыуы борсой икән. Имеш тә, улар балалар йортонан аҫрауға малай алып, Әсәлек капиталын ҡиммәтле машинаға тотонған. Был фаразды яҡлаусылар шыр ҡыҙҙар араһында йоморо ҡара малайҙың пәйҙә булыуын шул рәүешле аңлатып маташа.

Кәримде иһә, бөтөнләй башҡа мәсьәлә борсой ине. Ул да булһа, улы тыуыуға бәйле тик дүрт кеше, ағалы-ҡустылы Ғәлим һәм Ғәлләм Сынбулатовтар, ҡатыны менән үҙе генә белгән хәл.

Барыһынан бигерәк ошо серҙең сиселеренән ҡурҡты Кәрим. Улы Карамға «Тыуыу тураһында таныҡлыҡ” алырға тип район үҙәгенә барғанда ул баш табиб Ғәлим Сынбулатовтың янына инеп тә сыҡты. Уны күргәс, баш табиб бүлмәһен тултырып хахылданы.

– Ҡотлайым, Кәрим әфәнде, эш тәжрибәмдә бындайын да хәлгә осрағаным юҡ ине әле. УЗИ тыуыр сабыйҙың енесен йыш ҡына яңылыш күрһәтә. Был – ғәҙәти хәл. Ә бына бер үк сабыйҙың бер ай эсендә ҡыҙ һәм малай булып тыуыуы медицина тарихында тәүге тапҡырҙыр...

– Уныһы шулай, Ғәлим ағай. Тик бына был хаҡта тик үҙегеҙ генә белһәгеҙ, бик яҡшы булыр ине, тием. Юғиһә, ауыл төрлө хәбәрҙәр менән тулды...

– Борсолма, Кәрим ҡустым. Беҙҙә һәр табиптың «үҙ зыяраты» ғына түгел, «йәшерен экциклопедияһы» ла бар. Ул серҙәр һандығында ниҙәр генә юҡ. Кешеләр беҙгә үҙенең тәнен генә түгел, йәнен дә, бер кемгә лә һөйләргә баҙнат итмәгән серҙәрен дә ышанып тапшыра. Беҙ ул зыяратты ла, энциклопедияны ла үҙебеҙ менән «теге донъяға» алып китәбеҙ. Донъяла бөтөнләй һөйләргә ярамаған серҙәр ҙә була...

Справка алырға килгәндә баш табиб үҙен бик ҡоро һәм рәсми тотһа, был юлы Кәрим менән йәйелеп китеп, иркенләп һөйләште. УЗИға бәйле бер көләмәс тә һөйләп алды. Имеш, бер ауырлы ҡатын УЗИ-ға барып ҡайтҡас, ире:

– Әсәһе, малаймы, ҡыҙмы? – тип һораған.

– Ана, башҡа ҡатындарҙың ирҙәре УЗИ-ға бергә баралар. Хатта тыуасаҡ балалары менән һөйләшәләр. Ә һин? Шәп булғасың, үҙең бар ҙа ҡара. Әйтмәйем, анһат һиңә, – тип яуаплаған ҡатыны иренә үпкәһен белдергән ҡиәфәттә.

Ай самаһы ваҡыттан һуң ҡатын тағы ла УЗИ-ға барған. Буласаҡ атай ҙа уға эйәргән. УЗИ аппаратын тоташтырғандан һуң ир мониторға ҡараһа, әсәһенең ҡарынындағы бала һул ҡулы менән йән ерен ҡаплаған да, уң ҡулы менән атаһына йоҙроҡ күрһәтә, имеш...

Ғәлим Сынбулатов менән осрашып ҡайтҡандан һуң Кәрим еңелсә һулыш алып, үҙ-үҙенә икенсе күҙлектән, ситтән ҡарай башланы. Тик уның улы тыуыуға һәм машина һатып алыуға бәйле ғәйбәт һүҙҙәр бығаса булмаған әрһеҙлек менән тарала башланы. Хәбәр эйәһе менән йөрөмәй. Әммә бер көн килеп махсус рәүештә ғәйбәт таратыусы үҙен фашланы.

Һуңғы тапҡыр булған класташтар осрашыуына биш йыл үткәс, Кәримдең һабаҡташтары тағы ла осрашты, һабаҡташтар үҙҙәрен уҡытҡан башҡа уҡытыусылар, мәктәптә эшләгән хәҙерге коллектив менән рәсми рәүештә осрашып, фотоға төшкәс, класташтар осрашыуының төп өлөшөнә, Һаҡмар туғайына йүнәлде. Кәрим ҡатыны менән улы Карамды ултыртып, йылға буйына «Крузак» менән килеп төштө. Барыһының да күҙе дүрт булды. Кемдер биш йыл элекке ваҡиғаны иҫенә төшөрөп:

– Ысын ир икәнһең, Кәрим, афарин! Һүҙендә торғанһың бит. Менгән атын ҡарағыҙ әле, класташтар, Аҡбуҙаттың нәҡ үҙе бит, – тип әйтеп һалды.

– Былтыр ул тоҡомдарының «ювелир оҫталығы» йолаһына хыянат итте бит әле, класташтар. Малайы тыуҙы...

Был һүҙҙең авторы, әлбиттә, биш йыл элек Кәрим менән низағлашҡан Сәмиғулла ине. Маҡтаған Себеренән ғаиләһен ҡалдырып ҡайтып, хәҙер ул ауыл эшһеҙҙәренең командаһын тулыландырҙы. Шул уҡ «Тойота»һында йөрөй. Ауыл егеттәре менән урманға сығып араҡы эсеп, машинаһын ҡайынға төкөтөп, уныһы йәмшәйеп, бысранып бөткәйне. Махсус тап килтерергә теләһәң дә улай килеп сыҡмаҫ: уның машинаһы менән Кәримдеке был юлы ла йәнәш тура килгән.

Барыһы ла Кәримде машинаһы һәм улы тыуыуы менән ҡотланы. Тостар әйтелде, һабаҡташтар һәр ҡайһыһы айырып һүҙ алып, һуңғы дүрт йылда өлгәшкән уңыштары хаҡында һөйләне. Был йәһәттән дә иң күп маҡтауҙар һәм хуплауҙар Кәримдең адресына йүнәлдерелде. Барыһы ла туҡтауһыҙ Кәрим дә Кәрим дә тип ҡабатлай торғас, быға тиклем әйтер һүҙен тештәрен шығырлатып уртлап, йотоп торған Сәмиғулла байтаҡ ҡына төшөрөп ҡыйыуланып алғас, бер саҡ телгә килде:

– Ниңә, һеҙ, класташтар, барығыҙ ҙа бер туҡтауһыҙ Кәрим дә Кәрим тиһегеҙ ул? Унан башҡа беҙҙең арала кеше бөткәнме? Мәҫәлән, бына авиация университеты профессоры Тәлғәтте, Мәскәүҙә йәшәүсе класташыбыҙ Мусаны алайыҡ. Ниңә, улар Кәримдән кәмме ни? Йәиһә, Кәримдең уларҙан ҡайһы ере артыҡ?

Уның һүҙен күтәреп алыусы булманы. Көлдөләр генә. Шулай ҙа ауыл хакимиәте башлығы булып эшләүсе класташтары Мәсҡүҙә дәғүә белдереүсегә яуапһыҙ ҡала алманы.

– Бер кем дә, бер кемдән дә кәм дә, артыҡ та түгел, Сәмиғулла. Ниңә башыңа эсәһең? Теге юлы осрашыуыбыҙ ни менән бөткәнен оноттоңмо ни? Табындың йәмен ебәрмә...

– Һеҙ бит үҙегеҙ табындың йәмен ебәрәһегеҙ, Мәсҡүҙә. Бына ошонда беҙҙең килгәнгә сәғәткә яҡын ваҡыт үтте, бер туҡтауһыҙ бер кешенең исемен генә ҡабатлайһығыҙ. Нимә, әллә Кәрим Алланың ҡашҡа тәкәһеме?

– Ҡашҡамы, тәкәме, эш унда түгел, Сәмиғулла. Бында беҙ һуңғы биш йылда өлгәшелгән уңыштар хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Кәрим һуңғы биш йылда шәхси хужалығында эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса бер кем дә башҡара алмағанды атҡарҙы. Ана, ҡарағыҙ ҡыҙҙарына һәм улына. Ниндәйҙәр улар! Кәрим хәҙерге заман геройы. Беҙгә унан үрнәк алырға кәрәк, ә Сәмиғулла кеүек тар эсләнеп ултырмаҫҡа...

Сәмиғулла тағы ла нимәлер әйтергә уҡталды ла, туҡталып ҡалды. Шунан буҙарҙы, Кәрим һүҙ алырға йыйынғас, бупылдап, ауыҙы эсендә бутҡа бешерҙе. Кәрим һүҙ башланы:

– Һеҙ минән герой яһап ташланығыҙ. Машина һатып алыу ҙа булдымы геройлыҡ? Беҙҙең атай-олатайҙарҙы яҡшы ат менеп йөрөгәндәре өсөн генә батыр тип атамағандар, ил өсөн ҡылған ғәмәленә ҡарап баһа биргәндәр. Был йәһәттән мин бер нәмә лә эшләмәнем әле. Хоҙай һаулыҡ бирһә, ауылда эшһеҙ йөрөгән егеттәргә эш урыны ойошторорға ине ниәт. Аҡсаны уны шулай эшләйһең инде: мин ҡулыма килеп эләккән тәүге сумма аҡсаны кеҫәгә лә, банкҡа ла һалып ҡуйманым, тулыһынса эшкә һалдым. Этәргес көскә килгәндә... – Шул саҡ Кәрим Сәмиғулла яғына боролдо. – Сәмиғулла, мин һиңә бөгөн класташтарым алдында оло рәхмәтемде еткерәм. Рәхмәт һиңә! Әгәр ҙә һин теүәл биш йыл элек минең намыҫымды ҡуҙғатмаған булһаң, быларҙың береһе лә булмаҫ ине. Иң ауыр сағымда һине минә Хоҙай үҙе ебәргәндер...

Ошо ергә еткәс, Кәрим туҡталып ҡалды. Тәрән тынлыҡ урынлашты. Класташтары берсә Кәримгә, берсә Сәмиғуллаға ҡарап ҡатып ҡалды. Тынлыҡты буҙарыуы үтеп, ағара башлаған Сәмиғулла боҙҙо.

– Кәрим, минең шулай ҙа һиңә бер тәҡдимем бар. Һин шулай ҙа теге «Пусть говорят» тапшырыуын алып барған Андрей Малаховҡа шылтырат әле. Улар ДНК анализы яһайҙар бит. Юғиһә, «Ювелир оҫталары» йолаһына хыянат итәһең түгелме? Йоморо ҡара малай хаҡында әйтәм... – Сәмиғулла Зөләйханың ҡулындағы Карамға ишараланы.

Кәрим секундтың меңдән бер өлөшөндә башына килгән уйынан осоп китә яҙҙы. Юҡ, бындай ынтылыш ауылда ғәйбәт таратып ятыусының кем икәнен аңлауҙан түгел ине. Хәҡиҡәттең күҙенә туп-тура ҡарағандай булды ул. Шуға күрә һүҙҙәре лә асыҡ һәм ҡәтғи яңғыраны:

– Миңә малайҙы Хоҙай бирҙе, Сәмиғулла. Һиңә бик тә бик кәрәкһә, бар, Хоҙайҙан анализ ал. Уға икеләнеү белдереп, гонаһҡа батҡым килмәй минең...

Тағы ла тынлыҡ урынлашты. Ара-тирә теле асылып килгән кескәй Карамдың ауыҙ эсенән генә әсәһенә ниҙер әйтеп маташҡаны ишетелде. Был тынлыҡ тағы ла күпмегә һуҙылыр ине икән, уны һабаҡташтарҙың күмәкләп ҡул сабыуы боҙҙо. Сәмиғулла телһеҙ ҡалғайны.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

* Хикәйәгә тормошта булған ике ваҡиға нигеҙ итеп алынды.

Фото-ok.ru

Хоҙай биргән малай
Хоҙай биргән малай
Автор:
Читайте нас: