+22 °С
Ямғыр


ӘСӘ...
Бөйөк исем.
Нимә етә ӘСӘ булыуға.
Ҡатындарҙың бөтә матурлығы,
Бөтә күрке ӘСӘ булыуҙа...
Әсә булырға хыялланмаған ҡатын-ҡыҙ бармы икән? Был ханым да, моғайын, әйтеп аңлатҡыһыҙ ошо бәхетте татығыһы килгәндер. Шулай булмаһа,
ошо йәштә бәпес алып ҡайтырға йөрьәт итер инеме ни! Өфөлә Республика перинаталь үҙәгендә 68 йәшлек ҡатын әсә булырға әҙерләнә. Әлеге ваҡытта
ул йөклөлөктөң 36 аҙнаһында. Мәғлүм булыуынса, бала ЭКО процедураһы ярҙамында яралған. Сабый декабрь аҙағында донъяға килергә тейеш. Буласаҡ әсәйгә сабыйын иҫән-һау ҡулына алырға яҙһын!