Шоңҡар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2021, 22:50

Мин ҡайҙа?

Күҙҙәренә  аҡшайтып һөрмә һөртөп ултырған Маһира кеҫәһенән зажигалкаһын килтереп сығарҙы ла тунға төртөп алыуға бүлмәлә һыйыр башы өткәндәге кеүек һаҫыҡ еҫ таралды.

Мин ҡайҙа?
Мин ҡайҙа?

 

                                                    Юмореска

Сәғиҙә бүлмәгә килеп инеү менән сумкаһын бер мөйөшкә олаҡтырҙы ла үҙенең шатлығын сурыта башланы.

 – Ҡыҙҙар, бөгөн минән дә бәхетле кеше юҡ. Күптәнге хыялым тормошҡа ашты. Кисә фирменный магазиндан яңы тун алдым әле, – тине ул урынында өйөрөлөп. – Әтеү ни кеше күҙенә күренергә ғәрләнә  инем.

– Аһ-аһ, былтыр ғына пальто алған инең түгелме ни?

– Алһа һуң, оялмайынса шул иҫкене кейеп йөрөмәҫмен инде. Йә, килешәме? – Сәғиҙә арт һаны ҡыйшанлатып тегеләй-былай йөрөй башланы.

– Бигерәк матур булған, кейәү ҡулдары тейһен.

– Күпме тора?

– Утыҙ мең һум.

– Оһо-о, ҡыйбат ҡына. Былай булғас, ысын күндән икән.

Бер яҡтараҡ башын тырнап ултырған Ҡәбиҙә лә белдекле ҡиәфәт менән һүҙгә ҡушылды.

– Ҡыҙҙар, уныһын белеү өсөн яндырып ҡарайҙар икән. Шулай иттеңме һуң?

– Әлләсе, ҡайҙан башҡа килһен.

– Әлегә һуң булмаҫ элек тикшереп ҡарарға кәрәк. Минең бер танышым куртка алған да икән, ике-өс көндән вис бүҫелеп сыҡҡан, ти.

– Ысынмы-ы-ы? Абау аллаҡайым. Ҡыҙҙар, һуң булмаҫ элек, әйҙәгеҙ минекен дә шулай итәйек. Утыҙ мең аҡса һыуға ағыр. Тәүбә, тәүбә.

Күҙҙәренә  аҡшайтып һөрмә һөртөп ултырған Маһира кеҫәһенән зажигалкаһын килтереп сығарҙы ла тунға төртөп алыуға бүлмәлә һыйыр башы өткәндәге кеүек һаҫыҡ еҫ таралды.

– Ура-а-а, былай булғас ысын икән! – Сәғиҙә ҡыуанысынан сәпәкәй итә-итә  бейеп китте. 

– Йыуырға кәрәк. Әтеү тиҙ туҙыр.

– Уныһы беҙҙән ҡала торған эш түгел.

–  Бер тауыҡ та бер һауыт.

Бына ҡыңғырау шылтыраны. Бүлмәлә ығы-зығы ҡупты.

– Нисәнсе дәрес әле?

– Хәҙер ҡайһы класҡа инәм икән?

– Ах, мин бөгөн шәмбе тип торам да.

Әле генә зыҡ ҡупҡан уҡытыусылар, кеме  сумкаһын, кеме журналды  эләктерә һалып, кластарға ҡабаланды.

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: