Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, композитор, шағирә, драматург, балалар яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар Союзы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар Союзы ағзаһы, Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов, Баймаҡ районының Хөсәйен Әхмәтов, Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Зөһрә Фәйзуллинаның Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәтендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән "Мөғжизәгә ышаныс" тип аталған китабы сыҡты. Китапҡа әҙибәнең һуңғы йылдарҙа яҙған, әлегәсә донъя күрмәгән хикәйәләре, пьесалары ингән.
“Ул үҙе һәр ваҡыт мөғжизәгә ышанды, йырҙары ла мөғжизәүи көс менән халыҡ һөйөүен яулар ине, пьесалары, хикәйәләре лә шулай уҡ. Нисәнсе йылдалыр, уның хикәйәләрен йыя һалып, ИРО нәшриәтендә ошо исем менән китап эшләттерҙем. Эй, ҡыуаныуы! "Үҙебеҙҙең "Китап"та ла ошолай итеп сығарырға яҙһын!"- тигән теләген әйткәйне. Шөкөр, сыҡты! китаптың һәр хәрефенә Зөһрә Хәдит ҡыҙының күңел йылыһы һалынған! Әҫәрҙәрен оло һөйөү менән яҙғанын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, йөрәгем менөн тойҙом. Шул илаһи процесты күҙ уңынан ысҡындырмай, китап өҫтөндә рәхәтләнеп эшләнек. Әлфиә Әсәҙуллинаға рәхмәттәрем барып етһен. Әлфиә Нәжип ҡыҙы һәр авторға иғтибарлы, ихтирамлы! Зөһрә апайҙың рухы шат булһын! Башҡорт теленең байлығын, тәмен, һутын тойоп уҡығыҙ!” – тип яҙҙы Зөһрә Фәйзуллинаның уҡыусыһы, яҙыусы, журналист Рәзилә Ырыҫҡужина үҙенең диуарында.
Бик күп билдәле йырҙар авторы, яҙыусы Зөһрә Фәйзуллинаның был китабы ла үҙ уҡыусыһына тиҙ арала барып етһен, һәм таралып бөтһөн, пьесалары театр сәхнәләренә сыҡһын, тигән теләктәр еткерәбеҙ!