Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2021, 09:25

Көрәш һәм ғилем майҙанында

Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫә Әбүбәкер Ишмырҙин. Күптәр унан: “Шул төпкөлдән нисек нефть институтына барып индең?” – тип ҡыҙыҡһына.

Көрәш һәм ғилем майҙанында
Көрәш һәм ғилем майҙанында

 

Тәүге еңеү

– Ҡайҙан килеп сыҡҡан был егет?
– Өфөнән, тиҙәр.
Борай районында һабантуй гөж килә. Ҡарап тороуға ҡураныс ҡына күренгән егеттең таһыллығын, дәғүәселәрен берәм-берәм баш аша сойорғотоп тороуын барыһы ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Үҙҙәренекен майҙан батыры итеп күрергә теләгән райком секретарҙары, ыуаланып, ни эшләргә лә белмәй.
Бына майҙанға ҡунаҡтан бер башҡа бейегерәк әзмәүер килеп сыҡҡас, барыһы ла, йә, егет, бик шәп булғас, хәҙер быныһын еңеп ҡара тигәндәй, һынамсыл баға. Әммә алыш башланып, барса халыҡ күҙ асып-йоморға өлгөрмәй, быныһы ла салҡан барып төшмәһенме!
– Ах! Танауға сиртте бит!

Геолог булғым килде

Ғафури районының Сәйетбаба ауылында тыуып үҫә Әбүбәкер Ишмырҙин. Күптәр унан: “Шул төпкөлдән нисек нефть институтына барып индең?” – тип ҡыҙыҡһына.
– Беҙ бәләкәй саҡта ауылыбыҙ янында геологтар, палаткалар ҡороп, ниндәйҙер эҙләнеү эштәре менән булаша торғайны. Уларҙың тәбиғәт ҡосағындағы тормошона эй күҙем ҡыҙҙы, геолог булғым килде, – тип хәтер йомғағын тағата Әбүбәкер Әхмәҙулла улы.


Әммә Өфөлә был һөнәр буйынса белем биреүсе юғары уҡыу йорто булмай. Бер туған ағаһы Ситдыҡ, ауылдан йәнә дүрт-биш егет нефть институтында уҡығас, үҫмер шунда юл тота. Физика, алгебра, геометрия фәндәрен биш бармағы кеүек белгән егеткә, бер урынға етеләп кеше дәғүә итһә лә, уҡырға инеүе ауыр булмай.

Уйламағанда фән юлынан киттем

– Институтта һәйбәт уҡыһам да, уҡытыусылар иғтибарына эләгеп, улар ҙур өмөт бағлаған отличник булманым, – ти ғалим. – Күберәген спорт менән шөғөлләндем, бейергә яраттым, Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайындағы бейеү ансамбленең солисы инем.
Институттан һуң “Башнефть” етештереү берекмәһендә һәм “Башнефтепроект” институтында тиҫтә йылға яҡын инженер булып эшләй Әбүбәкер Әхмәҙулла улы. Ойошмала теге йәки был мәсьәлә буйынса бәхәстәр, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, бөтәһе лә кәңәш һорап уға килә.
– Шул нисек була әле?
– Һис баш етерлек түгел!
Теоретик белемде сәнәғәт менән нығытып, нефть һәм газ тармағының барлыҡ нескәлектәренә төшөнгән егет тап шул саҡта мотлаҡ фән юлынан китергә кәрәклегенә асыҡ төшөнә, үҙ көсөнә ышана. Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел.
Әммә шыма ғына бармай фән майҙанындағы көрәш. Алма-Ата ҡалаһында аспирантураға уҡырға инеп әҙме-күпме үтеүгә, ғилми етәксеһен икенсе урынға күсерәләр. Бәләкәйҙән ныҡыш, башлағанын ташлап ҡуймаҫ егет Мәскәүгә килеп, фәнни эшен шөһрәтле нефтсе-ғалим И. Муравьев етәкселегендә тамамлап ҡуя. 1972 йылда Әбүбәкер Ишмырҙин Өфө нефть институтына килә.


Производствола эшләп, үҙ эшенең бөтә айышына төшөнгән белгес кандидатлыҡ диссертацияһын яҙыуға яуаплы ҡарай. Уның насостар өсөн тәҡдим ителгән ҡулайламаһы Яңауылда “Краснохолмнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығында һынау үткәндән һуң яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Иҫке насостар оҙағыраҡ эшләй башлай. Нефтселәр ҙур экономияға өлгәшә. 1996 йылда докторлыҡ диссертацияһын да уңышлы яҡлай ғалим.
Хеҙмәттәштәре араһында абруйлы шәхес Әбүбәкер Әхмәҙулла улы. Бөгөн ул ҡырҡтан ашыу патент эйәһе, бихисап ғилми хеҙмәт, монографиялар авторы, “Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы” тигән маҡтаулы исемде лайыҡлы йөрөтә.

Белем алырға теләһәң – эшлә

– Илдә барған тотороҡһоҙ сәйәсәт бөртөкләп тигәндәй йыйылған белем биреү системаһын селпәрәмә килтерҙе. Фәнгә мөнәсәбәт үҙгәрҙе. Хәҙер ысын, үҙ эшен төплө белгән белгестәр һирәк. Һатып алынған дипломлы әҙәмдәрҙән ниндәй һөҙөмтә көтәһең инде? Аспиранттар, студенттар үҙ йүнәлеше буйынса шөғөлләнәһе урынға, ҡайҙалыр икмәк-сәйлек тигәндәй аҡса табырға мәжбүр, — тип борсола профессор.
Ә бит иҡтисадты, етештереү сәнәғәтен белгестәрһеҙ күтәреү мөмкин түгел. “Башнефть” ойошмаһына башҡалар хужа булыуы, фән менән шөғөлләнергә теләүселәрҙе унда яҡын да юлатмауҙары әсендерә уны. Улар бит – дөйөм халыҡ байлығы. Фән менән сәнәғәт бергә барырға тейеш.
– Бөгөн нефть, газ бөтә, тип һөйләйҙәр. Мин, ошо өлкәлә эшләгән кеше булараҡ, был фекер менән килешмәйем. Улар бар әле, океан, диңгеҙ төптәрендә етерлек, – ти ғалим.
Ғаиләһе тураһында ла әйтеп үтте ул:
– Ҡатыным Нәзирә Мөхәмәтдин ҡыҙы ла фән кешеһе, техник фәндәр докторы, Нәрминә исемле ҡыҙ үҫтерҙек. Ейәнсәребеҙ Карина ла уңыштары менән ҡыуандыра. 

Буш торорға форсат юҡ

Һикһән биш йәшен тултырған уҙамандың әле лә теремек булыуына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Һис кенә лә буш ваҡыты юҡ тиерлек. Ғүмер буйына йыйған тәжрибәһен йәштәр менән ихлас уртаҡлаша, аспиранттар, докторанттар әҙерләй. Нефть университетында лекциялар уҡый, студенттар өсөн китаптар, дәреслектәр яҙа. Кисә генә вуз тамамлап, бер көн дә производствола эшләп ҡарамағандарҙың студенттарға белем бирергә ынтылыуын аңлай алмай. Шуға ла Әбүбәкер Әхмәҙулла улы практик дәрестәрҙе, лаборатор эштәрҙе лә үҙе алып бара.
Ул арала төрлө баҫмаларға материалдар өлгөртөргә лә кәрәк. Әйткәндәй, махсус журналдар уның төплө, нигеҙле, аңлайышлы һәм ябай тел менән яҙылған ғилми эштәрен теләп баҫтыра. Әле Ҡазанға, әле Пермгә, Ҡаҙағстанға студенттарға лекция уҡырға йыш саҡыралар.
Беҙ әңгәмәләшеп ултырғанда ла телефон шылтыраны.
– Украинала көтәләр, – тине ғилем эйәһе.
Теге ваҡыт Борай һабантуйында барыһын бөрөп һалған Әбүбәкер Әхмәҙулла улы бөгөн ғилем майҙанында ла үҙ кеше. Күптәр, бик күптәр ғалимдың аҡыллы кәңәштәренә, тәжрибәһенә мохтаж.

Венер ИСХАҠОВ
Өфө ҡалаһы.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: