

– Әсәй, тегенеһендә йөрөйөк!
– Атай, анауына ла барайыҡ!
– Ярай, ярай!
– Арыуҙарһығыҙмы әле?
–Һаумыһығыҙ!
Ҡатыным ҡасандыр Фәниә апай менән бер мәктәптә эшләгән, хәҙер хаҡлы ялда. Ул ҡатынымды ла, унан ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡосағына ҡыҫып-ҡыҫып, дөпөлдәтеп һөйҙө. Әле ейәнсәрен паркка алып сыҡҡан. Исеме Амелия тине.
–Минең исемем Алтынай, – тине ғорурлыҡ менән өлкәне.
–Ә минеке – Таңсулпан, – тип тәтелдәне бәләкәсе.
–Әләл-ә-ә-ә-л, исемдәрегеҙ ҡалай матур, тәүфиҡле булып үҫегеҙ! Уҡымышлы, мәҙәниәтле кешеләрҙең балалары икәнлеге күренеп тора. Үҙҙәре хас ауылдағы һымаҡ, матур итеп, беҙҙеңсә һөйләшәләр бит әле.–Унан таныш апай берсә ҡатыныма, берсә миңә текәлеп торҙо ла үҙ һығымтаһын сығарҙы.
- Ҡыҙҙарығыҙ бигерәк һылыуҙар бит әле, тфү-тфү, күҙ теймәһен, икегеҙгә лә оҡшамаған.
Ҡапыл да бындай комплиментҡа ни тип әйтергә лә белмәй, икебеҙ ҙә бер тауыштан:
– Рәхмәт! - тинек!
Фото:pediatrinfo.ru