Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Декабрь 2021, 12:10

Һеҙҙе лә нисек оноторһоң Мәүлиҙә Әхмәтйәнова

—Әтей, әтей! — Гөләй иң алдан йүгереп килеп атаһының иңенә йәбешә. Әмир  бабайҙың ҡулынан мендәрен эләктерә лә, уны башына ҡуйып, маймыл шикелле һикергеләп алдан атлай. Зәлифә менән икәүләшеп иҫке толопто алабыҙ. Ул бик оҙон, ергә һөйрәлә.  Шырыҡ-шырыҡ көлөшөп, артта тороп ҡалабыҙ. Уны тәүҙә  Зәлифә  ябына, ә мин арттан тотоп барам, аҙаҡ алмашынабыҙ. Башҡалар ҡайһыһы уңдан, ҡайһыһы һулдан, бабайҙы етәкләй. Шулай урам буйлап ауыл яҡҡа төшөп китәбеҙ.

Һеҙҙе лә нисек оноторһоң    Мәүлиҙә ӘхмәтйәноваҺеҙҙе лә нисек оноторһоң    Мәүлиҙә Әхмәтйәнова
Һеҙҙе лә нисек оноторһоң Мәүлиҙә Әхмәтйәнова

Беҙҙең Ҡамышлы тыныс урамдарҙан иҫәпләнә. Тәүге  мунса хәтлем генә  өйҙә  Ямал ҡарсыҡ йәшәй. Уның йортонда балаҫтай йомшаҡ үлән  үҫә. Бәпкә көтөргә инәйем беҙҙе шунда индереп ҡуя. Тәүҙә ҡарсыҡ һин дә мин булып, асыҡ йөҙ менән һөйләшә, аҙаҡ, үҙебеҙ генә ҡалғас, еҙ ҡомғанын күтәреп килеп сыға ла: “Ҡаҙҙарығыҙ үләнде бысрата, артҡа сауыллыҡҡа менеп көтөң”,− тип тиргәшә башлай

Артҡа менең, тип әйтеүе генә еңел, унда быҙау хәтле эттәрен эйәртеп көтөүселәр килеп сыға, Ғилмейҙәрҙең һөҙөшкәк үгеҙе көтөүҙән ҡасып ҡайта. Шуға әбейҙең һүҙҙәренә   эс бошһа ла,  иғтибар итмәй, йортта ғына ултырабыҙ.  Беләбеҙ  бит инде,  хәҙер ул  тәһәрәтен алып,  матур күлдәктәрен, тәңкәләр тегелгән бәрхәт камзулын кейеп, яулығын артҡа ташлап,  ашҡа китәсәк, сөнки уның өйөндә тамаҡ яғы  таҡы-тоҡо. Туған-тыумасаһы килтергән аҙыҡ-түлек менән, кешеләргә йөрөп кенә  йән аҫырай. Үҙенең мал-тыуары ла, ҡош-ҡорто ла юҡ, сөнки бик ҡарт инде ул.

         Йәнәштәге йортта ҡолаҡҡа ҡаты   инәһе менән Мәмдүҙә әбей йәшәй. Ул инәһенә бер ҙә тик кенә ултырырға бирмәй, һәр ваҡыт үҙе менән эйәртеп йөрөтә. Улар утын өйә, бәрәңге сүпләй. Уға йөҙ барҙыр инде, ти  ҡайһы берәүҙәр, шуға  һаңғырауға әйләнгән әбейгә, ҡыҙы ҡысҡырып өндәшә.  Урамдың  был осонда башҡа  ығы-зығы ла,  тауыш-тын да юҡ.

        Ә инде бире торған  Сәлмән бабай менән  Ҡәмәр әбей  ғауғалаша башлаһа, әбейҙең тауышы әрәмә аша үтеп, Тирмән тауына бәрелеп, кире килеп, бөтә Ҡамышлы урамына яңғырай:

—Сығып кит!

 Сәлмән бабайҙың мөңгөрҙәүе үҙенән ары китмәй, ә әбейҙең тауышы тау яра:

              —Ит! Ит!

  Уларҙың бәләкәй ҡыҙҙары Гөләйҙе уртаға алып, мин, Әмир, уның энеһе Илшат, һеңлеһе Зәлифә, күмәкләшеп,  ҡапҡа төбөндә ултырабыҙ.

Гөләйгә − рәхәт, уның инәһе иртәнән кискә тиклем өйҙә, ә беҙҙең инәйҙәр иртән эшкә китә лә, кискә генә ҡайта. Шуға Гөләй, ул замандар  әле йыраҡ та ҡалмаған, уйнай торғас, асығып китһә, йүгереп кенә өйөнә инә лә, Ҡәмәр әбейҙең еләкле яландай киң итәген күтәреп, башы менән эскә инеп китә. Беҙ уның имеп бөткәнен сабыр ғына ишек төбөндә көтөп торабыҙ. Бына ул, инәһенең күлдәге аҫтынан һөт тамсыһы йәбешкән ауыҙын йырып, ҡояштай балҡып  килеп сыға, беҙ өсәүләшеп дөбөр-шатыр сығып йүгерәбеҙ.

Шуға ул һаман да бәләкәй кеүек, ә кемдең өйөндә тауыш, шул  ғаилә балаларына мөғәмәлә  лә икенсе. Шуға  Гөләйҙе бик йәлләп, “өф” итеп кенә торабыҙ. Мин дә бөгөн уға бер нәмәмде лә йәлләмәҫ инем, тик уйын ҡайғыһымы? Ололар үҙҙәренең нисек беҙҙе көйҙөргәнен аңлаһа икән?! Хатта уйнап та булмай, бары ыҙғышыусыларҙы  ғына күҙәтәбеҙ. Күҙәтмәйбеҙ, ә тыңлап ҡына ултырабыҙ, сөнки улар өйҙә талаша, ә беҙ  ҡапҡа алдында ултырабыҙ.

Йортта ығы-зығы бик ҡыҙа башлағас, Гөләй мыш-мыш илай башлай. Әмир, ҡулдарын һелтәп, уны тынысландырырға маташа:

              —Тапҡан, илап ултырырға... Хәҙер инәйең бәргесләп сығара ул һуҡырҙы.

               Гөләйгә атаһы йәл, шуға ул ҡаты итеп:

              —Минең әтейем һуҡыр түгел!—тип танауын тартып ҡуя.

Гөләй менән мин дә килешәм, Сәлмән бабайҙың бер күҙенә аҡ төшкән, шуға күрә уны һуғышҡа ла алмағандар,  әммә ул һуҡыр түгел. Пенсия ашап өйҙә ятмай, эшләй — сусҡа фермаһында малдарға  бутҡа бешерә. Ул  көн дә иртән  ҡасандыр ҡара төҫтә булған ферма халатын кейеп,  бөгөн  беҙ ултырған,    киң эскәмйәһендә  фермаға китеүселәрҙе көтә. Юлда егелгән ат  күренһә, оҙон кәүҙәһен көйәнтәләй эйеп, уларҙың алдына төшөп тора. Малсылар аттарын туҡтатып:

              −Тр-р, малҡай! Әйҙә, Сәлмән абзый, ултыр! — тигәс, ҡулы менән арба ситенә йәбешә лә, яйлап менеп ултыра.

              −Өйҙә бер семтем дә тартырға юҡ! — тип ул ҡарсығын һүгә-һүгә, тәмәке һорап ала. Шунан ел ыңғайына башын бороп ҡабыҙа ла,  күрер-күрмәҫ  күҙҙәре менән ян-яҡҡа ҡарап, тартып ултыра.

Сәлмән бабай һуҡыр түгел, әммә күҙе менән бик интегә. Аҡ төшөүе етмәгән, күҙ ҡабағының эске яғына керпек үҫә. Йәш ҡойоп, бөтөнләй ҡарай алмай башлаһа, ул Ҡәмәр әбейгә былай тип ялына:

              —Түҙер әмәлем ҡалманы, ҡыра бит, ҡыра! Йә, ташла инде, шул юҡ-бар эшеңде!

Гөләйҙең инәһе Ҡәмәр әбей итәгенә мендәр һала ла, ҡулына яп-ялтыр эҫкәк тотоп:

              −Ҡаңғырттың инде, йә, кил, ят! — ти. Ул ҡартының күҙ ҡабағын әйләндереп, эҫкәк менән керпектәрҙе берәм-берәм йолҡа башлай. Был эш бик оҙаҡҡа һуҙыла. Бер күҙҙе таҙартып бөткәс икенсеһенә күсәләр. Һуңынан Сәлмән бабай, тәтәй тапҡан малай шикелле, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп:

              −Бына, асылып китте, ҡый! — тип кинәнеп ултыра.

Ә Гөләйҙең инәһе ялт-йолт килеп торған эҫкәкте, бала-сағаның буйы етмәҫлек ергә йәшереп ҡуя. Ундай эҫкәк — урамда берәү.

Бер ҡолағым ауыртып төн йоҡламай илап сыҡҡас, инәйем итәкләп мине Ҡәмәр әбейгә алып китте:

−Халъя ҡаҙалғандыр,− тине, Гөләйҙең инәһе.

Ул мине лә тап бабайҙы һалған шикелле мендәр өҫтөнә ятҡырҙы. Ҡәмәр әбей урман бетен тартып сығарғансы, эй, аҡырҙым ғына. Алғас та әле, бетте миңә күрһәткәс тә, һаман иланым. Инәйем арҡамдан этеп:

−Рәхмәт әйт әбейеңә, улайһа бет мейәңә инеп китһә, үлер инең,−тип ҡурҡытҡас, мине шундай яҡын ғына торған үлемдән ҡотҡарған  әбейҙең һөт еҫе килеп торған сәскәле яландай киң итәгенә битемде терәп, уны ҡосаҡлап алдым.

Танауымды тарта-тарта инәйем менән етәкләшеп өйгә ҡайтып барғанда, Гөләй ниндәй бәхетле, тип уйланым.Ҡолағына бет ҡаҙалһа, бер ҡайҙа ла бараһы түгел, инәһе итәгенә мендәр һала ла, тарта ла ала.

 Беләм инде, йәш ҡыҙҙар ҡаштарын йолҡорға булһа ла Ҡәмәр әбейгә инә.

−Һуҡыр!  − Ҡәмәр әбейҙең көр тауышына, беҙ, киң эскәмйәлә аяҡтарыбыҙҙы  бәүелтеп ултырған бала-саға, терт  итеп ҡалабыҙ.

              −Ҡыр! Ҡыр! — Тирмән тауы ла бер аҙ торғас, яуап бирә һала.

Ысынлап та, шул минутта уҡ оло тауыш күтәреп, нимәлер шалтырап килеп төшә һәм сатнап ватыла.

              —Миңә килгәндә, нимәң барыйы? — тәҙрәләр зымбырҙап китә.

              Шул ваҡыт шалтырап ҡапҡа асыла. Беҙ  һикереп торабыҙ. Сәлмән бабай  ҡолаҡсын мендәре менән иҫке толобон ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, башын түбән эйеп, алпан-толпан йорттан килеп сыға.

                   —Курба, һимерҙе, өйҙән ҡыуа! — тип ул теш араһынан  серт  итеп төкөрә лә, ауа-түнә, ҡапҡа алдынан оло юлға төшмәк була.

Шуны ғына көтөп торғандай, беҙ  һикерешеп торабыҙ ҙа,  уның янына йыйылабыҙ. Шүрәлеләй  ябыҡ, ап-аҡ ҡылғандай сәсле, аяҡтарын көскә һөйрәп, алға атларға тырышҡан бабай, бик йәл булып китә.

              —Әтей, әтей! — Гөләй иң алдан йүгереп килеп атаһының иңенә йәбешә. Әмир  бабайҙың ҡулынан мендәрен эләктерә лә, уны башына ҡуйып, маймыл шикелле һикергеләп алдан атлай. Зәлифә менән икәүләшеп иҫке толопто алабыҙ. Ул бик оҙон, ергә һөйрәлә.  Шырыҡ-шырыҡ көлөшөп, артта тороп ҡалабыҙ. Уны тәүҙә  Зәлифә  ябына, ә мин арттан тотоп барам, аҙаҡ алмашынабыҙ. Башҡалар ҡайһыһы уңдан, ҡайһыһы һулдан, бабайҙы етәкләй. Шулай урам буйлап ауыл яҡҡа төшөп китәбеҙ.

Иң алдан  Әмир атлай. Ул башына һалып алған мендәрҙе ике ҡуллап  тоткан да, ялан аяҡтарында бейей-бейей, беҙгә йә арты, йә алды менән әйләнеп, оло туҙан күтәреп бара. Уртала Сәлмән бабайыбыҙ. Ул, үҙен  һырып йәбешкән ҡыҙы Гөләй менән Илшатты әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа бәүелтеп, сайҡалып, көскә атлап бара. Ул йығылып китә яҙғанда, йәнәштәгеләр сыр-сыу килеп, уға йәбешә. Бер аҙ барғас, ул шәбәйә төшә, аяҡтары ла тура ғына баҫа  һәм ул башын юғары күтәреп  йыр башлай. Уның тауышы моңло, бөтә урамға тарала:

Ултырған ҡаҙҙар, ултырһын,

Ояларын тултырһын,шул

Һеҙ әйтәһеҙ, оноторһоҙ, тип

Һеҙҙе лә нисек оноторһо-о-оң…

  Оҙон көйгә хисләнеп, моңайып ҡалабыҙ. Сәлмән бабайҙың  йыры берәү генә, әммә бик оҙон, башы-аҙағы юҡ.”Оноторһоң” ,тип тамамлай ҙа, бер аҙ тын алғас, ҡабат көслөрәк тауыш менән “ултырған ҡаҙҙар”-ҙан башлап ебәрә. Бара торғас  йырҙы отоп алабыҙ, инде  ҡушылып  йырлайбыҙ.

Бындай эҫе көндө алты тиренән тегелгән толопто күтәреп барыуы хәлде алһа ла, Зәлифә менән беҙ ҙә ҡалышмайбыҙ, хәлебеҙҙән килгән тиклем һуҙабыҙ:

                    Һеҙҙе лә нисек оноторһоң...

               −Эх, балалар, балалар...  −бабай юл буйына шулай уфтанып  ала ла, тағын йырлап ебәрә:

                        Ултырған ҡаҙҙар ултырһын…

                Күрше ауылға киткән юл  боролмаһында, уң яҡ  мөйөштә торған, эре бүрәнәләрҙе урталай ярып күтәрелгән бороңғо өй янына еткәнсе, Сәлмән бабай башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәй, йырлай ҙа, йырлай ҙа:

               −Эх, балалар, балалар... —тип уфтана ғына.

                Йорт алдында туҡтап ҡабат  башлай:

                               Ултырған ҡаҙҙар ултырһын…

Ҡапҡа шалтырап асыла, йыр ярты юлда өҙөлөп ҡала, сөнки  эстән дөпөлдәтә баҫып оло кәүҙәле, бабайҙың бер туған һеңлеһе,  ҡыҙҙар  Бибекәй килеп сыға. Ул бер үҙе атаһынан ҡалған төп йортта тора. Ауылда Бибекәйҙәр икәү  булғас, бутамаҫ  өсөн, был әбейҙе  ҡыҙҙар  Бибекәй тип йөрөтәләр.

 Мин башта, ҡартайып бөткән ҡатынды  шулай  йөрөткәндәренә  аптырап, көлкөгә ҡалырмын тип ҡурҡып, был хаҡта иптәштәремдән һорарға ҡыймайым. Ҡартинәйемә генә әйтһәм икән.”Ғүмерең буйына ҡыҙ исеме күтәрәһең килмәһә, ваҡытында кейәүгә сығырға кәрәк!” Белдегеҙ? Бына нимәлә икән уның ғилләһе.

 

               —Нимә, тағы бәргеләп сығарҙымы?

         Ҡыҙҙар  Бибекәйҙең тауышы ҡалын, танау аҫтында мыйығы бар.

Сәлмән бабай  тәртип боҙған малай шикелле, башын эйеп, шым ғына тора. Мыйыҡлы әбей   Әмирҙең башынан ҡолаҡсын мендәрҙе тартып ала, беҙҙән - толопто, саҡ йығылмай, бер-беребеҙгә йәбешеп ҡалабыҙ,  ярай мин дә сос, тунды ваҡытында ысҡындырып өлгөрәм, улайһа  китә инек тәгәрәп.

               —Яра, икенсе  кеше көлдөрөп йөрөмәҫкә шәп булыр. Бар, соланға инеп ятып тор.

Сәлмән бабай йәшкәҙәгән күҙен еңенең осо менән һыпыра ла, ҡулын һелтәп:  

−Эх, балалар... − тип ауыр һулай ҙа, өйгә йүнәлгән ҡыҙҙар Бибекәй әбей

артынан урыҫ ҡапҡаһының бағанаһына тотоноп, эскә инеп юғала.

 

Иртәгеһен беҙ Зәлифә, Илшат, Гөләйҙе уйнарға сығырға саҡырып килһәк, өйҙә яңғыраған тауыштарҙы ишетеп туҡтап ҡалабыҙ.

−Бер нәҫтә лә эшләмәйһеҙ! Баҡса тулы сүп! Бәрәңгенең төбөн тағы  бер ҡат йомшартып сығырға кәрәк!

Ғәҙәттәгесә киң эскәмйәгә менеп ултырабыҙ ҙа аяҡ һелкеп Гөләйҙе көтәбеҙ.

              −Утаныҡ та инде,−тип һүҙ ҡыҫтыра инәһенә оҡшаған оҙон буйлы, ҙур кәүҙәле Гөләйҙең апалары.

              −Утанығыҙ… Шуға билсән баҫып ултырамы? Тотоң  күмгес, сығың баҡсаға!

              Гөләйҙең апайҙары бындай саҡта артыҡ һүҙ ҡуйыртып тороуҙың   файҙаһыҙ икәнен яҡшы белә, шуға өндәшмәй генә арҡаларына күмгес һалып, ҡапҡалырынан килеп сыға һәм мыңғыр-мыңғыр тиргәшеп, беҙгә боролоп та ҡарамай, юл аша ятҡан бәрәңге баҡсаһына юнәлә.

              Беҙ апалары артынан Гөләй килеп сыҡмаҫмы тип көтәбеҙ. Юҡ.

              − Ә һин, бөтә ергә гәзит йәй ҙә, себендәрҙе үлтер, бер бөртөгө ҡалмаһын!

                 Беҙ был йомошто ишетеп, ауыр һулап ҡуябыҙ. Бер бөртөгө лә ҡалмаһын тигәс, был бик оҙаҡҡа инде.

 

              −Берегеҙ ҙә үҙе белеп, бер нәмә эшләмәй! Алай итең, былай итең тип, гел артығыҙҙан эйәреп йөрөргә кәрәк!

       Өйҙән ишетелгән тауыштарҙан, Ҡәмәр әбейҙең бер минут та тик тормай, әле һауыт-һабаһын йыуып ҡаплап ҡуйғанын, әле йортонда нимәлер эшләп йөрөгәне аңлашыла.Тик ауыҙы ғына ябылмай.Тағы  бер ярты сәғәттән, ул тамам һыуына, тауышы ла үҙгәрә, бәлки  улына өндәшкәнгә шулайҙыр:

              −Бар, әтейеңде апҡайт!  Ҡыҙҙар  Бибекәйҙә бот күтәреп ятыр ине шул. Йә тегеһе берәй эш ҡушҡандыр.Үҙебеҙҙең дә йорт тулы эш.  Ана, баҡса кәртәһе төртһәң,  ауырға  тора! Мунсаның иҙәнен алмаштырырға кәрәк!  -тип, Хәлилде атаһы артынан ебәрә.

Был юлы ҡолаҡсын мендәрҙе Хәлил ҡултыҡ аҫтына ғына ҡыҫтырып, теш араһынан һыҙғыра-һыҙғыра алдан атлай. Ә иҫке толопто Сәлмән бабай үҙе яурын аша һалып ала. Ул  йырламай, ә  урамда осраған һәр кеше менән иҫәнләшә, хәл-әхүәл һораша. Ҡәмәр әбейҙең холҡон белгән  күрше-тирә, талаш-ҡырыштан һуң, ирен мендәре менән толобон күтәртеп, өйҙән ҡыуып сығарғанын белеп:

              − Сәлмән абзый, ҡаян киләң былай таң менән,? –тип шаярта.

               −Ә-ә-ә... –тип ул ҡулын ғына һелтәй , − Курба һимерҙе, өйҙән ҡыуа!

 

Бик ҡартайғас  Сәлмән бабай  яңылыша башланы. Берәй бәләгә тарыр тип ҡурҡып, уны өйҙән сығармай ҡарап ҡына торҙолар.Алйый башлаған бабайҙы  бала урынына ҡаранылар. Сирләп китһә, көнө буйы ыңғырашып карауатында ятты. Аҙыраҡ терелһә, иҫке фуфайкаһын яурынына һалып,  тышҡа  ла сығарып ултыртырҙар ине. Бигерәк тә шәбәйеп китһә:

              − Ҡарсыҡ,  барып ҡына кил әле, килтермәнеләрме икән?

 Ҡәмәр әбей, ҡарты көн-төн һорап  бик ҡаңғыртҡас,  ҡолағына  ҡысҡырып,  былай тип алдаша:

− Бөткән, бөткән! Һатмайҙар!  Сулеяға машина ебәрергә тейештәр! Ебәрмәгәндәр әле!  Машиналары ватылған!

Һин  уныңдан исемең нисек тип һора, балаларың нисәү  тиң, ишетмәҫһең бер нәмә лә. Кем менән тораң, тип тә әйтеп ҡара, уныһына ла яуап  алмаҫһың. Ә бына бер әйбер иҫендә.

Бер заман ултырабыҙ   ҡапҡа алдында, әллә ҡайҙан яңғыраған тауышты ишетеп, юлға югереп сыҡтыҡ та, аптырашып ҡарап торабыҙ. Ауыл яҡтан аҡыра-баҡыра берәү килә:

              −Магазинға килтергәндәр! Магазинға килтергәндәр!

              Сәлмән бабайҙың   яңылышып киткәнен белепме,  белмәйме, юлда осраған күрше абзый:

               −Уның ни Сәлмән абзый, магазинда өҙөлгәне лә юҡ инде. Ҡаҙағы, балта-бысҡыһы юҡ, ә уныһы ат йөҙҙөрөрлөк.

              Бабай ябыҡ, сәсе тап-таҡыр итеп алынғас, ҡыйыш һалынған кәбән кеүек булып киткән оҙонса башы, нәҙек муйынында саҡ торған кеүек, ҡалтырап китә, ике ҡулын һелтәп, кешене ишетеү юҡ ул, һаман үҙенекен һөйләй:

  −Ҡарсыҡ әйткән ине шул. Машиналары ватылған. Шуңа бармайҙар. Кем малайы йөрөтә икән? Бына эшләгән, апҡайтҡан.

   Өҫтөндә һарғайып бөткән ыштанлы кальсон. Бындай аҫлы-өҫлө әйберҙе әтейем дә кейә, тик улай кеше араһында түгел, ә эстән генә. Шуға беҙ Гөләй артынан юлға йүгереп сығып, күмәкләшеп бабайҙы итәкләп өйөнә илтеп ҡуйҙыҡ. Уның сығып киткәнен Ҡәмәр әбей күрмәй ҡалған икән.

  

             Сәлмән бабай оҙаҡ ҡына сирләп ятты ла, уны аръяҡҡа һуңғы юлға оҙаттылар. Оҙон көйгә «Ултырған ҡаҙҙар ултырһын, ояларын тултырһын»,тип  йырлап  ҡалды ул хәтерҙә. Ә Ҡәмәр әбей уның вафатынан һуң ҡулдарын кәртәгә ҡуйып, башын һалып, сәғәттәр буйы уйға батып торҙо. Ашаманы, эсмәне, йылмайманы, көлмәне, бер кем менән юнләп һөйләшмәне.

              Ямал ҡарсыҡ та һаман яулығын артҡа ташлап аш-һыуға йөрөй бирҙе. Мәмдүҙә әбей ҙә, йөҙ йәшкә еткән, һәм инде бәлки ашып та киткәндер инәһе менән  һирәк- һаяҡ тауыштары сығып бәрәңге алды, утын бысты, ә Ҡәмәр  әбей бабайы мәрхүм булып, төп-төгәл бер ай үткәс, кистән мунсала йыуынып-таҙарынып, өҫтөн-башын алмаштырып,  йоҡоға киткән еренән генә  китеп барҙы.

              Өйө  ялт итеп тора,  йорт тулы мал-тыуар,  үҙе дөбөр-шатыр  йөрөй ине.  Ҡарты алып китте  Ҡәмәрҙе, тине  ауыл халҡы.

                                                                                          Оло Ыҡтамаҡ , 2012 йыл, яҙ

Альбина ТАҠАЛОВА (Әхмәтшина) һүрәте. 

                                                                                             

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас