Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
7 Декабрь 2021, 03:35

2 меңдән ашыу пациентҡа иҫәпләнгән ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

Амбулатория «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында төҙөлә.

Башҡортостанда 2 меңдән ашыу пациентҡа иҫәпләнгән ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә

 Туймазы районында табип амбулаторияһы төҙөлә. Ул сменаһына 75 кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән. Яңы дауаханала Иҫке Туймазы ауылы ғына түгел, тағы ла дүрт ауыл халҡы - ике меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндереләсәк. Амбулатория «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында төҙөлә.

Бер бәләкәй фельдшер-акушерлыҡ пунктына ике меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән биш йөҙгә яҡын бала. Иҫке Туймазыла медицина учреждениеһы 70-се йылдар аҙағында төҙөлгән. Бина заманса талаптарға яуап бирмәй. Туймазы районында фельдшерҙар яңы табип амбулаторияһы асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

Фото - bash.news

#Национальныепроекты

#Миллипроекттар

2 меңдән ашыу пациентҡа иҫәпләнгән ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә
2 меңдән ашыу пациентҡа иҫәпләнгән ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас