Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2021, 19:00

Теге ваҡыт мәсеткә китеп барған танышым ине ул

Дуҫым да, райондашым да түгел ул минең. Яҙа-йоҙа бер таныш инде шунда.

Теге ваҡыт мәсеткә китеп барған танышым ине ул
Теге ваҡыт мәсеткә китеп барған танышым ине ул

 

Дуҫым да, райондашым да түгел ул минең. Яҙа-йоҙа бер таныш инде шунда. Бер шулай бахмурҙан үлә яҙып йөрөгәнендә, һорап торғас, күпмелер аҡса биргәйнем, шунан бирле, кәрәге төшһә, минең янға елдереп килә лә етә.

Аҡса юғыраҡ бит әле, тиһәң, әтеү илле һум булһа ла бир инде, тип күҙгә мөлдөрәп баға. Шуныһы ғәжәп: килгән һайын эшкә урынлашырға йөрөгән була.

– Бына әле генә фәлән ерҙә эш белештем. Иртәгә килергә ҡуштылар.

Үҙен ҡарарға ла ваҡыты ҡалмаған был әҙәмде урамда ла йыш күргеләштерәм.

Көндәрҙең береһендә Туҡай урамында йәнә күҙгә салынды ул. Күреп ҡалмаҫ элек тип йәһәт кенә йорттар араһына инеп китергә уйлағаным да, барыбер шәйләп өлгөрҙө лә:

– Сәләм – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

– Сәләм!

Осрашҡас, өндәшмәй булмай бит инде.

– Хәлдәр нисек, ҡайҙа китеп бараһың? – тип һораным.

– Мәсеткә, – тине был ауыҙындағы ике-өсө тешен күрһәтеп. –Мин хәҙер эсмәйем бит.

Бер нисә көндән ашханала иңемә йомшаҡ ҡына итеп ҡағылғанға ҡараһам, бер әҙәм тора. Таныш та һымаҡ. Йөҙө ҡарағыһыҙ булып шешенгән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан. Үҙенән әллә ниндәй еҫ килә. Уй, Алла!

– Ҡайҙа илле тәңкә биреп тор әле, – тигәс, кенә төҫмөрләй ҡуйҙым.

Теге ваҡыт мәсеткә китеп барған танышым ине ул.

Фото: muslimsyzran.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: