Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Декабрь 2021, 15:55

“ТУҒАН ТЕЛ ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА”

Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бирелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына төшөрөлгөн ҡыҫҡа (2-5 мин.) видеояҙмалар тиҙҙән телевидение һәм интернет киңлектәренә сығасаҡ.

“ТУҒАН ТЕЛ ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА”“ТУҒАН ТЕЛ ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА”
“ТУҒАН ТЕЛ ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА”

“ТУҒАН ТЕЛ ҒАИЛӘНӘН БАШЛАНА” исемле проект өҫтөндә эшләй​ бер төркөм ижадсылар. Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бирелгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына төшөрөлгөн ҡыҫҡа (2-5 мин.) видеояҙмалар тиҙҙән телевидение һәм интернет киңлектәренә сығасаҡ. Проект Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ярҙамы менән тормошҡа ашырылды, авторҙары – Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, “Сируси”, “Кластан тыш дәрес”, “Өс хат” исемле киң танылған фильмдар режиссеры Руслан Юлтаев һәм театрҙың әҙәбиәт бүлегенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Динара Ҡәйүмова. Видеороликтарҙа актерҙар Миңзәлә Хәйруллина, Илсур Байымов, Хөрмәтулла Үтәшев, Артур Ҡунаҡбаев, Руслан Ғәлимов, Милена Сираева, Зиләрә Юлтаева, Алһыу Бәхтиева, Ирада Ҡадырова, Айнур Ғәбитов, Лилиә Сәғитова, Илүзә Итекәйева, актер балалары – Гүзәлиә Ғәлимова, Әмир Ишаев, Айлина Ҡәйүмова һәм шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашты. Проект авторҙары фекерҙәре менән бүлешәләр.

“Туған тел ғаиләнән башлана!

Баланы бәләкәйҙән, уның теле асылғандан алып, туған телендә тәрбиәләргә кәрәк. Үҙебеҙҙең моңло, яғымлы, бөйөк башҡорт телебеҙҙә аралашырға өйрәтергә, уға ихтирам, хөрмәт тәрбиәләргә кәрәк. Ә бының өсөн ата-әсәйҙәр үҙҙәренә иғтибар итһәләр ине – һеҙ үҙегеҙ башҡорт телендә һөйләшәһегеҙме, балағыҙға туған телендә һүҙ ҡушаһығыҙмы? Балаға ҡат-ҡат әйтеп кенә өйрәтеп тә, тәрбиәләп тә булмай, уға миҫал күрһәтергә, өлгө булырға кәрәк” – тип өндәй Хөрмәтулла Үтәшев.

Уның һүҙҙәрен режиссер Руслан Юлтаев ҡеүәтләй: “Донъяла йылдан-йыл телдәр үлә бара. Тимәк, үлгән телдәр менән бергә халыҡтың йолалары һәм мәҙәниәте лә бөтөнләйгә юғала, тигән һүҙ. Туған телдең балалар баҡсаһында, мәктәптәрҙә, институттарҙа өйрәнелеүе бик тә мөһим. Атай-әсәйҙәр өйҙә үҙҙәренең балалары менән туған телдәрендә һөйләшмәһәләр, телде һаҡлау мәсьәләһен дә хәл итеп булмаясаҡ. Әгәр ҙә беҙҙең видеояҙмалар әҙ генә булһа ла кешеләрҙе ошо хаҡта уйланырға этәрһә, был хәл беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш буласаҡ”.

Динара Ҡәйүмова: “Туған телгә иғтибар, ысынлап та, ғаиләнән. Бөгөнгө көндә шундай хәлдәр ҙә бар –хатта башҡорт ауылдарында балалар рус ​ телендә һөйләшеүгә күсә бара. Тел менән бәйле проблемалар бөгөнгө көндә һәр кемгә тиерлек ҡағыла. Туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү – ул көндәлек, ҡатмарлы эш. Минең балаларым да башҡорт телен минең һымаҡ яҡшы белә, тип әйтә алмайым, ​ балаларыма аҙна һайын башҡорт телендә бер-ике куплет булһа ла шиғыр ятлатырға, башҡортса яңы йыр өйрәтергә, китап уҡытырға тырышам. Ошо видеояҙмаларҙағы сюжеттар тормоштағы күренештәрҙән алынды. “Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан” –шуны онотмайыҡ”.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас