Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
8 Декабрь 2021, 10:15

“Мин туғандарыма Яңы йыл бүләге эшләнем”

Өфөлә йәшәүсе Искәндәр Хәсәнов Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылындағы апайы Разия Ғиззәтоваға байрам алдынан сюрприз итеп, киләһе йылға журналға подписка бүләк итте.

“Мин туғандарыма Яңы йыл бүләге эшләнем”“Мин туғандарыма Яңы йыл бүләге эшләнем”
“Мин туғандарыма Яңы йыл бүләге эшләнем”

Матбуғатҡа яҙылыуҙың ҡыҙыу осоро бара. Етмәһә, 16 декабргә тиклем “Шоңҡар” журналына акция ваҡытында осһоҙораҡҡа яҙылырға була. Шуныһы ҡыҙыҡлы – етеп килгән Яңы йыл байрамы алдынан туғандарына журналыбыҙҙы бүләккә яҙҙырғандар ҙа етәрлек.

Өфөлә йәшәүсе Искәндәр Хәсәнов Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылындағы апайы Разия Ғиззәтоваға байрам алдынан сюрприз итеп, киләһе йылға журналға подписка бүләк итте.

- Журнал бүләк итеү бик үҙенсәлекле алым, – ти Искәндәр. – Алты ай буйына өйөнә “Шоңҡар” килгән һайын апайым мине иҫкә аласаҡ. Икенсенән, был журналда һәр йәштәге кешегә яратып уҡырҙай мәғлүмәттәр, ҡыҙыҡлы хикәйәләр , файҙалы кәңәштәр етерлек.

Афарин, Искәндәр! Бындай матур мөмкинселекте башҡа дуҫтарыбыҙ ҙа ҡулланыр һәм туғандарын ҡыуандырыр тип уйлайбыҙ.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас