Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
10 Декабрь 2021, 17:15

Ҡайһы бер кабинеттар заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй...

Өфө ҡалаһының “Йәйғор” шифаханаһында Башҡортостан милли инновация мәктәптәре директорҙарының форумы дауам итә. Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһына баһа бирҙе.

Ҡайһы бер кабинеттар заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй...Ҡайһы бер кабинеттар заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй...
Ҡайһы бер кабинеттар заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй...

Өфө ҡалаһының “Йәйғор” шифаханаһында Башҡортостан милли инновация мәктәптәре директорҙарының форумы дауам итә. Сара барышында ойошторолған төрлө семинарҙарҙың, үҫешкә ҡоролған стратегик "түңәрәк өҫтәл"дәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Мәктәп директорҙарының һүҙҙәренә ҡарағанда, тығыҙ аралашыуға ҡоролған бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк, ул эште еңеләйтеүгә этәргес бирә.

Әйткәндәй, форум белем усаҡтары етәкселәре менән Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы вәкилдәре менән берлектә үтә. Бындай үҙенсәлекле эш алымы директорҙарға уҡыу сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, уларҙы федераль һәм республика грант конкурстарында әүҙемерәк ҡатнашырға өндәй, заман менән бергә атларға саҡыра, алдынғы белем биреү учреждениеларының ыңғай эш тәжрибәһен өйрәнеү йәһәтенән дә отошло.

Форумда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолованың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы. Эльвира Ринат ҡыҙы белем һағында тороусыларҙың барыһына ла уңыштар теләне, изге теләктәрен еткерҙе.

Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн мәктәп директорҙарына күп хоҡуҡ бирелгән, уларға ең һыҙғанып эшләү өсөн һәр яҡлап та шарттар тыуҙырылған, белем усағын юғары кимәлгә күтәреүгә бөтөн мөмкинлектәр бар.

"Һеҙ етәкселек иткән белем биреү учреждениелары барыһына ла флагман булырға, һеҙҙән башҡалар өлгө алырға тейеш, – тине Айбулат Вәкил улы. – Бөтә Рәсәй олимпиадаларына уҡыусыларҙы сығарыу өсөн һеҙҙән күп тырышлыҡ талап ителә, тәү сиратта - өлгәште күтәреү, уҡыу сифатын яҡшыртыу".

Айбулат Хажин белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһына баһа бирҙе. Асыҡланыуынса, ҡайһы бер кабинеттар заман талаптарына бөтөнләй яуап бирмәй. Бигерәк тә химия, физика кластары.

Айбулат Вәкил улы әйтеүенсә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарының йыһазландырылышы йәһәтенән дә башҡараһы эштәр күп әле.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева һәммәһен дә заман менән бергә атларға саҡырҙы, юғары үрҙәр теләне.

Автор фотоһы.

Автор:Илдар Акьюлов

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас