Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
10 Декабря 2021, 03:20

Бөгөн - Халыҡ-ара хайуандар хоҡуҡтары көнө

Ғалимдар кеше һаулығына, кәйефенә ыңғай йоғонто яһай торған биш хайуанды билдәләгән. Улар – бесәй, эт, ат, бал ҡорто һәм йылан.

Бөгөн - Халыҡ-ара хайуандар хоҡуҡтары көнөБөгөн - Халыҡ-ара хайуандар хоҡуҡтары көнө
Бөгөн - Халыҡ-ара хайуандар хоҡуҡтары көнө

Ғалимдар кеше һаулығына, кәйефенә ыңғай йоғонто яһай торған биш хайуанды билдәләгән. Улар – бесәй, эт, ат, бал ҡорто һәм йылан.

Шулай ҙа улар араһынан бесәйҙе “иң яҡшы табип” тип атағандар. Стресс, эскелек, йө­рәк-ҡан тамырҙары ауы­рыуҙарынан, быуындар һыҙ­лауынан файҙаһы тейә. Көнөнә 20 минут бесәй янында булыу йөрәк тибешен һәм ҡан баҫымын көйләй икән.

Эте булған кеше күп ва­ҡытын саф һауала уҙғара. Был хайуандың хужаһына әүҙем, хәрәкәтсән булырға ярҙам итә. Ә күп йөрөү ауырыуҙарҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итә.

Өсөнсө урында – ат. Ул да стресҡа бирешеүҙән һаҡлай. Йылҡы терапияһы балаларҙа церебраль фалижды (ДЦП) дауалауҙа күптән ҡулланыла. Ғалимдар раҫлауынса, бер сәғәт аттар менән булыу һөҙөмтәһе буйынса бер аҙна ял йортонда дауаланыуға тиң.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас