Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
11 Декабрь 2021, 17:00

Шурыгина синдромы. Йәки замана геройы кем?

Тәжрибә шуны күрһәтә: халыҡты баҫыу батырҙары, кешене уттан, һыуҙан алып сыҡҡан оло йөрәкле ҡотҡарыусылар, төрлө асыштары, эҙләнеүҙәре менән йәмғиәткә төрлө яҡлап файҙа килтергән ғалимдар тураһында бирелгән мәғлүмәт ҡыҙыҡһындырмай. Шуға ла, банктың аҡсаһына айыу майы һөртөп ғаиләһе менән ҡасҡан ҡатын, мәктәпкә ҡорал менән барып кереп тиҫтәгә яҡын кешенең ғүмерен ҡыйған егет, әлеге лә баяғы Шурыгиналар, үҙҙәренә етмәгән аҡылды кешегә өйрәтеүсе психологтар, трансгендерҙар, блогерҙар, бер-береһенең ете быуынына төшөп бер-береһенә бысраҡ һүҙҙәр ямғыры яуҙырған айырылышыусы ир менән ҡатындар замана геройына әйләнә лә китә.

“Элек беҙҙе, тағы ла, китап тотоп ултыра!” – тип ата-әсәйҙәр әрләшә ине. Хәҙер ҡыҙымды көсләп тә, юхалап та уҡыта алмайым. Алдында БДИ һынауҙары тора. Көнө-төнө блогерҙарҙың ҡыйланғанын ҡарап ултырған уҡыусы уларҙы нисек тапшырыр, аптырайым”, – тип бер танышым аҙарынғас: “Сығарылыш уҡыусыһы имтиханға әҙерләнерҙәй китаптарым бар. Бәлки, кәңәштәремә лә ҡолаҡ һалыр”, – тип ҡыҙын үҙемә саҡырҙым. Ул ваҡытта ҡуртымға алынған бер бүлмәле фатирҙа бәләкәс бала йоҡлаған ваҡытта тауышҡа өйрәнһен тип, ҡарамаһам да телевизорҙы тоҡандырып ҡуя инем.

Йәш ҡунағым килгәндә лә мөйөштәге йәшник эшләп тора ине. Минең менән теләр-теләмәҫ кенә аралашҡан үҫмер бер мәл: “Бынау Шурыгина шул хәтлем бәхетле! Тиҙ арала “йондоҙ”ға әйләнде лә ҡуйҙы!” – тип әйтеп һалды. Һораулы ҡарашымды күреп: “Бәй, шуны ла белмәйһегеҙме ни? Бөгөнгө көн геройы бит ул! Һәр икенсе йәш кеше уға оҡшарға, уның урынында булырға теләй”, – тип өҫтәп ҡуйҙы.

Тапшырыуға йыйылыусылар алдында әҙәп-оят тигәнде белмәйенсә, һүгенеп, ауыҙҙарын ҡыйшатып, үсекләшеп ултырған ҡыҙға шунда саҡ иғтибар иттем. Үҙенең артынан йөҙәрләгән, меңәрләгән йәш быуынды эйәртерлек, арбарлыҡ был кеше нимәләр эшләй икән, тип аңшайып уйланып торғанда, сығарылыш уҡыусыһы алдына һалған китаптарымды ла алмай, хушлашырға ла онотоп сығып та китте.

Артынан эйәреүселәр күбәйгәс...

2016 йылда 31 марттан 1 апрелгә ҡарай төндә Ульянов өлкәһендә бер төркөм йәштәр коттедж ҡуртымға алып тыуған көн үткәрәләр. Ун биш йәшлек Диана Шурыгинаны саҡырыусы булмаһа ла, ул әхирәтенә эйәреп килә. Апаруҡ ҡына төшөрөп алған йәштәрҙең бер нисәүһе парлашып бүлмәләр буйлап тарала. Диана һөйләүенсә, серем итеп алмаҡсы булып ул да яңғыҙы бер буш бүлмәгә инә. Уның артынан ун туғыҙ йәшлек Сергей Семенов уның керә һәм ишектең келәһен эстән бикләп ҡуя. Һуңынан ҡыҙҙың ҡаршылашып маташыуына ҡарамаҫтан көсләй, тән йәрәхәттәре һала.

1 апрель көндө ҡыҙ ата-әсәһе менән бергә барып полицияға көсләнеүе хаҡында ғариза яҙа. Сергей Семенов менән бергә Александр Рухлинды ҡулға алалар. Семен ҡыҙ янынан сығып киткәс, был егет тә уның менән түшәк бүлешә. Тик һуңғараҡ уны һаҡ аҫтынан сығаралар. Баҡһаң, саҡырылмаған ҡунаҡ был ваҡытта ныҡ иҫерек була һәм Сашаға ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Шуға ла, Рухлин аҙаҡ шаһит булараҡ ҡына хөкөм залында сығыш яһай. Семен иһә: “Барыһы ла ҡыҙҙың үҙ теләге менән булды”, – тип аҡланырға маташһа ла, һигеҙ йыл да өс айға рәшәткә артына ултыртып ҡуялар.

Ҡәҙимге, үкенескә күрә, Рәсәйҙең һәр мөйөшөндә ваҡыты-ваҡыты менән ҡабатланып торған был ваҡиға шул урында тамамланыр ҙа ҡуйыр ине. Әгәр ҙә, Семендың апаһы шау-шоу ҡуптарып ҡустыһының ғәйепһеҙлеге тураһында иҫбат итергә тырышмаһа... Екатеринаның был ғәмәле, ысынлап та, тормошҡа аша. Семен һәм Диана тураһында сайт асыла һәм унда 467 меңгә яҡын кеше егетте яҡлап үҙ тауышын бирә. Тиҙҙән, Андрей Малаховтың “Әйҙә, һөйләһендәр” телетапшырыуына Шурыгина килгәс, ваҡиғалар артабан да ҡуйыра төшә.

Ҡыҙ ул төндө ҡабаттан хәтеренә төшөрә һәм иң ҡыҙығы нимә, башта бер нисә стакан хәмер эстем тиһә, тора-бара ул бер стакандың төбөндә генә ине тип бармаҡтары менән күрһәтеп ҡуя. Тапшырыу барышында уҡ унда ҡатнашыусылар араһында ла, телевизор ҡараусылар араһында ла уға ҡарата нәфрәт барлыҡҡа килә. Үҙенең әйткәндәре өсөн дә яуап бирә белмәгән кеше өсөн йәш егеттең төрмәлә ултырыуы дөрөҫ түгел тигән ҡарарға килеүселәрҙең һаны арта.

Тора-бара Шурыгинаның ғаиләһе был эшкә күҙ йомор өсөн башта егеттән 1 миллон һум кимәлендәге аҡса һорауҙары, Дианаға Семендың ҡул күтәрмәүе лә асыҡлана. Баҡһаң, төнөн ҡайҙалыр юғалып йөрөгән ҡыҙы иртән ҡайтҡас, атаһы иманын уҡытып алған икән. Ҡыҙҙың биографияһы тәрәндән “өйрәнелә” башлағас, үҫмер бала ғына булыуына ҡарамаҫтан быға тиклем 18 йәшлек Влад Торонин менән дүрт ай самаһы айырым фатирҙа ирле-ҡатынлы булып йәшәүҙәре хаҡында ла әйтелеп үтелә.

Тапшырыу YouTube каналына һалынғас, бер аҙна эсендә 9 миллиондан артыҡ кеше ҡарай. Халыҡтың иғтибары шул тиклем ҙур булғас, Андрей Малаховтың да күңеле үҫеп китә. Ул Диана Шурыгинаны ата-әсәһе менән бергә бер-бер артлы дүрт тапҡыр тапшырыуына саҡыра. Төп герой үҙен һәр ваҡыт бәйһеҙ тота. Бүтән саҡырылған ҡунаҡтарға һүгенеп яуап бирә, уларҙы төрлө ым-ишаралар менән үсекләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, барыһынан да өҫтөн ҡуя, шул уҡ ваҡытта үҙен ҡорбан итеп күрһәтергә лә теләй.

Был ваҡытта Диананың да инстаграмына  яҙылыусылар күбәйә. Беренсе тапшырыуҙан һуң аҙна эсендә улар миллиондан ашып китә. Тағы ла, Диана Шурыгина тураһында төрлө көләмәстәр, мем-картиналар барлыҡҡа килә, йырҙар ижад ителә. “Йондоҙ”ҙо тиҙҙән төрлө реклама роликтарына ла төшөрөргә саҡыра башлайҙар. Тик һәр нәмәнең дә аҙағы була. Диананың телевидение буйлап сығыштарынан һуң тиңдәштәренең уның артынан күпләп эйәрә башлағас ҡына туҡтатыла. Баҡһаң, телевидениеға эләгер, сәхифәләрендә яҙылыусыларының һанын арттырыр, аҡса һуғыр өсөн Рәсәйҙең төрлө тарафынан үҫмер ҡыҙҙар осраҡлы ғына танышҡан егеттәр менән түшәк бүлешәләр ҙә, “көсләне” тип полицияға ғариза яҙа башлағандар икән. Ярай ҙа, ваҡытында журналистар, психологтар күмәкләшеп ҡаршы сығып “Шурыгина синдромына” нөктә ҡуя алды.

Әйткәндәй, Малаховтың тапшырыуы йәш быуынға кире тәьҫир яһаһа ла, уның бер файҙаһы була. Ул ваҡиғаның ысын ҡорбаны Семенға ярҙам итә ала. Бер йылдан һуң егет төрмәнән сыға, сөнки ҡабаттан хөкөм ултырышы уҙғарыла һәм Диана үҙе ғәйепле тип табыла. Ул үҙе саҡырылмаған ҡунаҡ сифатында сит кешеләр янына барған, лайҡыл булып иҫергән һәм уға тиклем дә бәйһеҙ, мәғәнәһеҙ тормош алып барған бит.

Барыһы ла хайп өсөн

Һәр йән эйәһе был донъяға ярты ғына булып тыуа. Үҙ ишеңде табып матур донъя ҡороу, балалар үҫтереү тураһында барыбыҙ ҙа хыялланабыҙ кеүек. Әммә һуңғы ваҡытта тигеҙ булмаған никахтар араһында “йондоҙ”ҙар артып китте һәм ошо “батырлыҡ”тары арҡаһында улар радио-телевидениеның көндәлек ҡунағы әйләнде. Иң тәү сиратта Рәсәйҙең төп альфонсы Прохор Шаляпин һәм уның иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡатындары хаҡында әйтеп китергә кәрәктер.

Егет баштан уҡ билдәле булып китер өсөн тормошон алдаҡтан башлай. Уның ысын исеме Андрей Захаренков. Шаляпин фамилияһына “Йондоҙҙар фабрикаһы” телепроектына килгәс үҙгәртә һәм тамашасыны бөйөк рус опера йырсыһы Федор Шаляпиндың туғаны тип алдап маташа. Тик мәртәбәле конкурста дүртенсе урын алһа ла, оҙаҡ йырлап йөрөргә тура килмәй. Күрәһең, тамашасы ике йөҙлөлөктө үтәнән-үтә күрә белә һәм иртәме-һуңмы ундай әҙәмдәргә сәхнәнән табанын ялтыратыуҙан башҡа сара ҡалмай.

Йырсы булараҡ бер ни ҙә килеп сыҡмағас, егет еңелерәк юлды һайлай. Ул бай ҡатындарға һунар итә башлай. 2013 йылда үҙенең әсәһенән дә өлкәнерәк эшҡыуар Лариса Копенкина менән яҙылыша. Нимәһе аптырата, был йәш пар яҙылышҡандан һуң (берәй батырлыҡ эшләгәндәр тиерһең!) туранан-тура Малаховтың тапшырыуына килә. Мөхәбәттең йәшкә ҡарамауы хаҡында, әйләнгән һайын супылдашып үбешә-үбешә, телевизор ҡараусыларға аҡыл һата улар. Тик мәңге айырылмаҫлыҡ пар һымаҡ күренһәләр ҙә, брактары брак булып сыға. Никахтарына бер йыл тигәндә айырылышыу менән тамамлана.

Әлбиттә, был ваҡиға ла Малаховтың иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ул элекке ир менән ҡатынды барлыҡ ғәм алдына сығарып ирештереп-талаштырып ҡына ҡалмай, утҡа кәрәсин һибер өсөн Шаляпиндың яңы кәләше Анна Калашникованы ла саҡыра.  Был ваҡытта, бәлки, халыҡ, ниһайәт, егет үҙенең ишен тапты тип уның өсөн ҡыуанып та ҡуйғандыр. Әммә модель кәләше менән дә оҙаҡҡа сыҙай алмай елғыуар егет. “Ситкә йөрөп бала тапты”, – тигән һылтау менән араларын тиҙҙән өҙә. Быныһы ла, Малаховтың иғтибарынан ситтә ҡалмай.

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙең атҡаҙанған альфонсы ҡул ҡаушырып ултырмай. Аҡсалы, дәрәжәле гүзәл заттарҙың йәшенә ҡарап тормай күңелдәрен күрә. Уларҙан арынып торған арала төрлө ток-шоуҙарға барып аҡыл һатып китергә лә тартынмай.

Хәҙерге заманда традицион булмаған никахтарҙың артыуына халыҡ аптырмай ҙа шикелле. Ир-заттарының бер-береһенә өйләнеүе, гүзәл заттарҙың бер-береһенә кейәүгә сығыуы хаҡындағы хәбәрҙәргә өйрәнеп тә бөттөк. Был хаҡта хатта Рәсәй президенты В. Путин да үҙ фекерен белдергән ине. “Традицион булмаған никахтарҙы илдә тыя алмайым. Был һәр кемдең шәхси эше. Әммә илдә демографик хәлдең киҫкенләшеүе хаҡында ла онотмайыҡ”, – тине ул.

Бындай юл менән билдәлелек яулап булмағанығына төшөнөүселәр хәҙер йәнһеҙ предметтар менән никахҡа инеүҙе модаға индерҙе. Мәҫәлән, Ҡаҙаҡстанда йәшәүсе билдәле бодибилдер Юрий Толочко башта ҡатын-ҡыҙҙар кейемендә йөрөп үҙенә иғтибарҙы йәлеп итергә тырыша. Әммә был идеяһы уңышһыҙ тамамлана. Урамда ир-егеттәрҙән өлөш алғас, гардеробын ҡабаттан үҙгәртә лә резина ҡурсаҡҡа өйләнергә ҡарар итә. Ҡурсаҡ-кәләш Маргоның ул 2019 йылда ҡулын һорай. Үткән йылы пандемия арҡаһында яҙылыша алмайҙар. Быйыл иһә гөрләтеп туй үткәрәләр. Был идея тора-бара башҡа ир-аттарға ла  оҡшай башламаһа ярай ҙа тигән хәүеф тыуа хәҙер. Ҡурсаҡ-кәләш ҡартаймай, йылдар дауамында крандан һыу ағып тора, һаман йүнәтмәйһең тип тә игәмәй, эш хаҡын да тиненә-һумына тиклем һорап йонсотмай, дуҫтар янына күңел асырға барғанда ла тикшереп алйытмай бит.

Хәйер, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уларҙан ҡалышмай. Великобританияла йәшәүсе 26 йәшлек Бекки Кокс тигән ҡатын келәмгә кейәүгә сыға. Туйҙарын келәм магазинында үткәрәләр. Яңғыҙы ике ҡыҙ үҫтергән әсәнең ир-аттарға ҡарата ышанысы бөткән икән. “Ҡыҙҙарым “аталары” өҫтөндә көнө буйы рәхәтләнеп уйнайҙар. Үҙем иһә күңелем тулып китһә, өҫтөнә ятып серҙәрем менән бүлешәм, яңылыҡтарымды һөйләйем”, – ти ул.

Пандемия арҡаһында күптәр матди көрсөк хәлендә ҡалды. Был бигерәк тә артис халҡының бәкәленә һуҡты. Иосиф Пригожин менән Валерия тәүгеләрҙән булып аҡсаһыҙ ултырыуҙары хаҡында мыжынылар-мыжынылар ҙа бер нисә тапҡыр сит илдә ял итеп ҡайттылар.

Сосораҡтары икенсе юлды һайланы. Мәҫәлән, Наташа Королева үҙенә иғтибар кәмеүен бар күҙәнәктәре менән тоя башлағас: “Тарзаным йәш ҡатын менән миңә хыянат итә!” – тип бар донъяға яр һалды. Әлеге лә баяғы сүптән сүмәлә өйөүсе Малаховтыҡы кеүек тапшырыу алып барыусылары ла бындай уңайлы мәлде ҡулдарынан ысҡындырманы. Берсә йырсыны, берсә ирен телевидениеға саҡырып һөйләттеләр, бер-береһенә бысраҡ һүҙҙәр әйтеүҙәрен кинәнеп тыңланылар. Тик был тарихтың аҙағы көтөлмәгәнсә тамамланды. Йырсы менән төнгө күбәләк әҙерәк ваҡыт үткәс һин дә мин ҡабаттан бергә йәшәп алдылар ҙа киттеләр (күрәһең, был ғаилә алдан күҙаллаған аҡсаны эшләй алғандарҙыр), ә тапшырыу авторҙары кешенең шәхси тормошонда соҡсоноуҙары арҡаһында ғәйепле булып ҡалды.

Ысынлап та, хайп өсөн “йондоҙ”ҙар төрлө сүрәткә лә инергә әҙер. Ана, Никита Джигурда ла үҙен халыҡ онота башлаһа, ҡатыны Марина Анисина менән айырылышмаһа ла, ҡабаттан никах яңыртыуҙары хаҡында хәбәр итеп ала.

Үҙҙәренә етмәгән аҡылды...

Элегерәк психолог – кеше күңелен тәрәндән аңлаған, пациенттарының хәрәкәттәре аша ла күңел торошона прогноз бирә алған һөнәр эйәһе булараҡ ҡабул ителә ине. Уның өсөн, әлбиттә, махсус белем алыу ғына етмәй. Уларҙа Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән һәләт, эске тойомлау ҙа булырға тейеш. Үткән быуатта күрәҙәселек, сихырсылыҡ кеүек тыйылған эштәр менән аҡса һуғыусылар күбәйһә, бөгөнгө көндә эте лә бете лә тигәндәй, үҙен психолог, каучер, нумеролог итеп таныта башланы. Интернет киңлектәрен гиҙгәндә лә, радио-телевидение тоҡандырһаң да уларҙан ҡотолоу юлы юҡ хәҙер. Нимәһе ҡыҙыҡ, ирең, ҡатының янында үҙеңде нисек тоторға, нимәләр эшләргә ярамағанлығы хаҡында сәғәттәр дауамында аҡыл һатып маташҡан был кешеләрҙең биографияһына күҙ һалһаң, парадаксаль күренешкә тап булаһың. Улар, йә аталары иҫән булыуына ҡарамаҫтан, балаларын ярты йәтим итеп ирҙәренән күптән айырылғандар, йә бөтөнләй кейәүгә сығып та тормағандар.

Үкенескә күрә, беҙҙең милләтәштәр араһында ла ғаилә тормошо хаҡында лаф ороусы психологтарҙың һаны ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек күҙгә күренеп арта. Бер мәл апалы-һеңлеле, үҙҙәрен иң шәп психологтар тип танытырға маташҡан гүзәл заттар телетапшырыуға килде. Үҙҙәрен һәр урында барыһынан да өҫтөн итеп күрһәтеп өйрәнгән ҡунаҡтарҙың фекерҙәрен ниңә генә тыңланым тигән көнгә төштөм һуңынан. Һәр яҡлап та үҙеңде ирекле тоторға өйрәтә ине улар. Ғаилә ҡороу, бер-береңә ҡарата тоғролоҡ һаҡлау улар өсөн мөһим түгел. Хатта үҙеңә оҡшаған ир-атты осратһаң һәр береһе менән түшәк бүлешеү ҙә һинең файҙа ғына икән.

Мәңгелек ҡиммәттәрҙең көндән-көн юғала барыуы хаҡында әсенеп уйланырға, унан сығыу юлдарын эҙләргә тейеш тапшырыу авторҙары уларҙы ҡунаҡҡа ниндәй маҡсатта саҡырғандыр, әммә үҙҙәре лә был мәлдә бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә ултыра инеләр.

Болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоусылар

“Ни өсөн был буш боғаҙҙар тураһында яҙаһығыҙ, тапшырыуҙарға саҡыраһығыҙ һуң үҙегеҙ?” – тигән һорау, үрҙә килтерелгән замана геройҙарынан миҫалдарҙы уҡыған уҡыусыла тыуырға мөмкин. “Тап һеҙҙең арҡала улар артабан “йондоҙ”ға әйләнеп китә лә инде!” – тип йоҙроҡ төйөүселәр ҙә бар. Был фекер менән дә килешмәй булмай. Һәр осорҙа ла тиражды арттырыу, рейтингты күтәреү өсөн ваҡыты-ваҡыты менән һәр СМИ ойошмаһы төрлө алымдар ҡулланып ҡарай. Тәжрибә шуны күрһәтә: халыҡты баҫыу батырҙары, кешене уттан, һыуҙан алып сыҡҡан оло йөрәкле ҡотҡарыусылар, төрлө асыштары, эҙләнеүҙәре менән йәмғиәткә төрлө яҡлап файҙа килтергән ғалимдар тураһында бирелгән мәғлүмәт ҡыҙыҡһындырмай. Шуға ла, банктың аҡсаһына айыу майы һөртөп ғаиләһе менән ҡасҡан ҡатын, мәктәпкә ҡорал менән барып кереп тиҫтәгә яҡын кешенең ғүмерен ҡыйған егет, әлеге лә баяғы Шурыгиналар, үҙҙәренә етмәгән аҡылды кешегә өйрәтеүсе психологтар, трансгендерҙар, блогерҙар, бер-береһенең ете быуынына төшөп бер-береһенә бысраҡ һүҙҙәр ямғыры яуҙырған айырылышыусы ир менән ҡатындар замана геройына әйләнә лә китә.

Андрей Малаховтың “Әйҙә һөйләһендәр”, “Тура эфир” тапшырыуҙарын ябырға кәрәклеге хаҡында киләсәк тураһынла ҡайғыртҡан билдәле шәхестәр йыш ҡына әйтеп торһа ла, бер ниндәй ел-ямғыр теймәйенсә ул проекттар һаман да йәшәүен дауам итә. Ни өсөнмө? Ҡайҙа Малахов була, шунда рейтинг күтәрелә. Ул һәр тапшырыуы барышында бер генә төплө фекергә килә белмәһә лә, ваҡиғаларҙы шул хәтлем оҫта ҡуйырта, тамашасыны тиҙ арала ауыҙына ҡарата белә. Шуға ла, әлеге ваҡытта “Рәсәй 1” каналында мәңгелек ҡиммәттәрҙең өҫтөнлөгө хаҡында һүҙ алып барылған “Барыһы ла өйҙә саҡта”, “Кеше яҙмышы” кеүек тапшырыуҙарҙы көндөң беренсе яртыһында, күп телевизор ҡараусы эштә ваҡытта бирәләр. Халыҡтың да уларға әллә ни иҫе китеп бармай. Герйҙарын ирештереп-талаштырып ултырыусы журналистыҡын иһә бар эштәрен ташлап, йығылып ятып ҡарай.

Шуға ла, миҙал был тәңгәлдә лә ике яҡлы тип әйтке килә. Журналист халҡы болғансыҡ һыуҙа балыҡ тоторға маташһа ла, уҡыусыһының, тыңлаусыһының, ҡараусыһының һорауына ҡарап тема тәҡдим итә.

Аңыңды сүп-сар менән тултырһаң...

Кеше аңы губка кеүек. Көн дә бер нәмәне тылҡып торһаң, бының менән кеше үҙе килешеп бөтмәһә лә шуға күнәсәк. Юҡҡа ғына борон өлкәндәр  баланың үҙенә ҡарата ышанысы артһын өсөн матур теләктәр теләп бишек йырҙары йырламаған бит. Хәҙерге ваҡытта йәш быуынға тормош тәжрибәләре менән бүлешерлек өлкән быуын вәкилдәре лә гаджеттар ҡамауында. Улар, йә көнө-төнө ватсаптан бер-береһе менән яҙышып гәп һаталар, йә нисек әхирәттәренекенән шәберәк итеп фотоға төшөп маҡтаныу тураһында баш ваталар. Шунлыҡтан, интернет, СМИ-нан ғына тәрбиә алған бер нисә быуын үҫеп сыҡты ла инде.

Ябай ғына бер миҫал. Ирем, бергә эшләгән иптәштәренең береһе НТВ каналында күрһәтелгән “ДНК” тапшырыуының береһен дә ҡалдырмай ҡараны, ти. Хатта ике аҙна көндөҙ, ике аҙна төндә эшләгән вахтовиктың был ваҡытта эш сәғәте тура килмәһә лә, төрлө һылтау менән вагонға инеп мөйөштәге йәшниккә ҡаплана икән был. Бер мәл өсөнсөгә улы тыуған. Тик йәш атайҙың һөмһөрө ҡойолоп йөрөүенә хеҙмәттәштәре хәүефләнә башлаған. Ҡатыны, йә сабый менән бер-бер хәл булдымы икән әллә, тип уйлағандар. Төпсөнә башлағас, шуныһы асыҡланған, “ДНК” тапшырыуының фанаты яңы тыуған сабыйын үҙекене итеп танмай маташа икән. “Бына ышанмаһағыҙ ҡарағыҙ, тамсы ла миңә оҡшамаған. Ул елтәкәй ҡатындың хыянат итеүен алдан уҡ тоя инем”, – тип, иптәштәренең танау төбөндә телефонындағы сабыйҙың фотоһын болғай, ти. “Ҡарсыға танау, ҡымтылған ирендәр кемдеке һуң? Көҙгөлә үҙеңде күргәнең юҡмы әллә? Юҡҡа иҫәрләнеп, ҡатыныңды үҙеңдән һыуындырып ҡуйма. Һин юҡта яңғыҙы донъя йөгөн һөйрәгән, береһенән-береһе бәләкәй балалар ҡараған кешенең һулға йөрөргә ҡайҙан ваҡыты булһын? Ғөмүмән, ҡараған нәмәләреңдә һинең кеүек асыҡ ауыҙҙарҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн күп осраҡта геройҙарға аҡса түләп тормошта булмаған тарихты һөйләп, ҡуйыртып ултыралар бит ул. Тыныслан”, – тип өгөтләүҙәренә лә күнмәгән теге.

Икенсе айға ялға ҡайтҡанында өсөнсө улы үҙенекеме-юҡмы икәнлеген белер өсөн экспертизаға биргән. Ҡатыны тураһында тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүе бушҡа ғына булған тегенең. Малай үҙенеке булып сыҡҡан. Тик был юлы ҡатыны үҙен бушҡа кәмһеткән ир менән йәшәргә теләмәгән. Һөҙөмтәлә ғаилә тарҡалған, телевизорҙың ҡолона әйләнгән теге ир аҡтығы хәҙер балаларына алимент түләй ҙә, ҡалған аҡсаһын янған күңелен баҫыу өсөн хәмергә тотоноп бөтә, ти.

Яҙҙан бирле аяуһыҙ ҡояш ҡыҙҙырыуы арҡаһында йылға-күлдәребеҙ ҡорор хәлгә етте. “Бер нисә йыл бындай хәл ҡабатланһа, эсәр һыуға ла ҡытлыҡ буласаҡ”, – тип саң ҡаға башланылар. Әлеге көндә республиканың һәр мөйөшөндә янғын сығыуы йәйге селләнән ҡалған тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙы ер менән тигеҙләй. Экологтар һәм башҡа тәбиғәт һағында тороусы вәкилдәрҙең һәр береһенең был күренешкә үҙ фекере, үҙ ҡарашы бар. Миңә ҡалһа: “Аҡылыңа кил һин, эй, Кешем!” – тип Юғарынан иҫкәртергә, киҫәтергә теләйҙәр кеүек.

Шурыгина синдромы. Йәки замана геройы кем?
Шурыгина синдромы. Йәки замана геройы кем?
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас