

Тиҙҙән, 18 декабрҙә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Яңы йыл марафоны башлана һәм 2022 йылдың 9 ғинуарына тиклем дауам итә. Ул «Зимняя небылица» (авторы - А. Горбунов) Яңы йыл әкиәтенең премьераһы менән асыла. Был әкиәттә Яңы йыл байрамының, тылсымлы таяҡ, тоҡ, һәм хатта Ҡыш бабайҙың ейәнсәре – Ҡарһылыуҙың ҡайҙан килеп сығыуы тураһында ла күпте белергә мөмкин. Әлбиттә, мөғжизәһеҙ булмаҫ! Быларҙан тыш, марафон барышында тамашасылар «Щелкунчик», «Киреһенсә Яңы йыл», «Золушка», «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы», «Зәңгәр ҡош», «Айболит һәм Бармалей», «Чиполлино», «Аладдин» әкиәттәрен ҡарай ала.
Өлкән йәштәгеләр өсөн театр быйыл ҡыҙыҡлы һәм күңелле “Ҡыш бабай һәм Дед Мороз” тип аталған тамаша әҙерләй. Йыр, бейеүҙәр, шаярыу һәм мәҙәктәрҙән торған Яңы йыл сараһы ла марафон сиктәрендә киске ваҡытта уҙа. Әйткәндәй, 20 декабргә тиклем Пушкин картаһы менән билеттар алып өлгөрөргә була әле.
Рәзилә Ырыҫҡужина