Ҡыйын хәлдән нисек сығырға?
...Тормош бит, төрлө хәлдәр булып китә. Кеше араһында ҡайнап, эшең халыҡ менән бәйле булғас, күңелһеҙ хәлдәргә лә тарып ҡуяһың ҡай саҡ. Күберәген нахаҡ, буш хәбәр, булмағанды булды, тип тел менән үпкәләтеп ҡуялар.
Ул саҡтарҙа мин тәүҙә бер килке шаңҡып алам, бөтә нәмә тәүҙә башҡа, йөрәккә бәрә бит.Шунан әҙерәк фекер йөрөтөрлөк дәрәжәлә булып эшкенеп китһәм, әсәйемдең бер әйтемен ҡабатлайым: "Сысмаған к-кә буҡ йоҡмай!" Артабан насар уйҙарҙы таратып ебәреү өсөн йәки берҙе илап алам, уныһы килеп сыҡмаһа, 90-сы йылдар дискотекаһын ҡуйып тороп арығансы бейейем.Шунан күптәнән эшләргә уйлап та ялҡауланып йөрөгән берәй эшемә тотоноп емертеп эшләп ташлайым. Иң мөһиме, насар уйҙарың таралғансы берәй эшкә күмелеү. Ныҡ ҡыйын булып, ҡулға эш бармаһа, ятып йоҡлайым да ҡуям.Уянғас, икенсе төрлөрәк фекер йөрөтә башлайһың ул!
Бер мәл йырып сыҡҡыһыҙ ауыр тойолған хәлгә осраным.Шунан Ҡөрьән китабын һатып алып ҡайттым да көн һайын ултырып шуны уҡып сыҡтым.Күп нәмәләрҙе аңлап ҡалдым, хәҙер тормошҡа еңелерәк ҡарайым.Иң мөһиме, күптәнән уйлап йөрөп тә һаман тотонмаған бер эшемде башланым - ҡыҫҡаса доғаларҙы ятлап алдым, хәҙер мәрхүмдәремә үҙем аяттар бағышлайым...
Иң мөһиме, буш хәбәр, ләстит тыңламаҫҡа һәм үҙеңә лә телеңде тыйырға өйрәнергә кәрәк.Үҙеңдең эсеңә һыймаған нәмәне "Һиңә генә һөйләйем, башҡа берәүгә лә әйтмә", -тип яҡын дуҫыңа һөйләү ҙә алйотлоҡ икән! Һин үҙең тота алмағанды ул ҡайҙан сер итеп һаҡлаһын инде! "Дуҫыңдың да дуҫы була, ул да һөйләр дуҫына", - тип әйтә торғайны әсәйем.Шунан һин үҙең һөйләгәнең үҙеңдән тулҡын булып тирә-яҡҡа таралып китә лә бер аҙҙан тағы ла нығыраҡ ҙурыраҡ тулҡын булып, хәбәрҙәрең биш-алты тапҡыр артып, булмағаны өҫтәлеп, кире үҙеңә ҡайта һәм һине башыңдан аша күмеп китә...Йырып сығыуың да икеле...
"Юҡ, мин улайтманым, былайтманым, дөрөҫ түгелде һөйләйҙәр", - тип хәбәр юллап, дөрөҫлөгөн кемгәлер иҫбатлайым, тип ҡәҙерһеҙләнеп йөрөгәнем булманы бер ваҡытта ла. Әлбиттә, йәшлек ҡыҙыулығым менән, телемде тыя белмәү арҡаһында уңайһыҙ хәлдәргә күп осраным, тик йылдар үтә килә шуны аңланым: үҙемдең ниндәй икәнемде үҙем яҡшы беләм! Минең яҡындарым да белә.миңә шул еткән. Мине яратмаған кешеләр барыбер яратып китмәҫ, ә мине үҙ иткәндәр былай ҙа холҡомдо һәйбәт беләләр.
Мине яратмаған, үҙ итмәгәндәрҙән алыҫ йөрөйөм, табындаш булырға тырышмайым, күңелем бөтөнлөгөн шулай һаҡларға маташам. Бәләкәй генә ауыл ерендә йәшәгәс быныһы ҡыйыныраҡ бирелә, тик йән тыныслығы төрлө шау-шыулы буш мәжлестәрҙән ҡәҙерлерәк...
Бәхет тә, шатлыҡ та, хатта ҡайғы ла тынлыҡ ярата икән... Йылдар үткән һайын шатлығыңа бергә ҡыуанғандай, ҡайғыңа икәү ҡайғырғандай дуҫтар ҙа һирәгәйә. Кеше фекеренә иғтибар итмәй, үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙ өсөн йәшәргә өйрәнәйек. Ғүмер бик ҡыҫҡа ғына, йылдар осоп тигәндәй үтә.
Мәҙинә Йәғәфәрова диуарынан.
Фото - Яндекс.Дзен