Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Декабрь 2021, 05:00

Ҡаҙмаштар яҙылды! Ә һеҙ?

Әйткәндәй,  был көндәрҙә һеҙгә лә “Шоңҡар”ға арзан хаҡҡа яҙылып ҡалыу мөмкинлеге бар. 16  декабрҙән 16-һына тиклем 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу өсөн 10 көнлөк иғлан ителеүен хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.  Мәҫәлән, “Шоңҡар” журналы 702 һум 06 тин торһа, был ун көнлөктә 621 һум 09 тингә яҙылырға мөмкин. Индексы – П2711.

Ҡаҙмаштар яҙылды! Ә һеҙ?Ҡаҙмаштар яҙылды! Ә һеҙ?
Ҡаҙмаштар яҙылды! Ә һеҙ?

Дәртле, бөтмөр халыҡ йәшәй Әбйәлил районының Ҡаҙмаш ауылында. Ҡаҙмаш матурлығы менән күптәрҙе ҡыҙыҡтырған бәрәкәтле, уңдырышлы ере менән дан тота. Тәбиғәттең күркәмлеге, гүйә, кешеләрҙең күңеленә лә күскән: талантлы, йыр-моңға ғашиҡ, бейеүгә маһир ҡаҙмаштарҙы районда барыһы ла яҡшы белә. Халыҡтың берҙәм, сәмле, дәртле булыуы уларҙың йәшәйешендә асыҡ сағыла. Йорттар береһенән-береһе матур, уңайлы, һәр ихатала еңел машина, трактор, ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, урам эстәре шау сәскә, баҡсаларҙа – мул йә­шелсә-емеш... Һәр өйҙөң ҡапҡаһы, тәҙрә рамдары зауыҡ менән биҙәлгән, үҙенсәлекле һүрәттәр төшөрөлгән. 

"Шоңҡар" журналы менән дә дуҫ ҡаҙмаштар. "Илекле ҡыр" фольклор төркөмө инәйҙәре  журналыбыҙға дәррәү генә яҙылып та ҡуйҙы. "Баҫма йәштәр өсөн тәғәйенләнһә лә, унда төрлө быуын кешеләре өсөн дә фәһемле мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы хикәйәләр күп. Бүтәндәр ҙә яҙылһа, үкенмәҫ. Беҙ рәхәтләнеп уҡыйбыҙ", - ти Разия Ғиззәтова.

 Әйткәндәй,  был көндәрҙә һеҙгә лә “Шоңҡар”ға арзан хаҡҡа яҙылып ҡалыу мөмкинлеге бар. 6  декабрҙән 16-һына тиклем 2022 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу өсөн 10 көнлөк иғлан ителеүен хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.  Мәҫәлән, “Шоңҡар” журналы 702 һум 06 тин торһа, был ун көнлөктә 621 һум 09 тингә яҙылырға мөмкин. Индексы – П2711.

Өлгөрөп ҡалырға ашығығыҙ!

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас