

Динә бәләкәйҙән өләсәй доғаларын тыңлап, уның өгөт-нәсихәттәренә ҡолаҡ һалып үҫте. Буласаҡ тормош иптәше менән мәсеттә танышты, өйләнгәндәренә ярты йыл ғына. Ҡатын намаҙға баҫты, мәсеттә ислам нигеҙҙәренә төшөндө. Рамаҙан айында ул яулыҡ ябынды, оҙон итәкле күлдәк кейҙе. Башҡаcа береһе лә уны яланбаш күрмәне.
Ул бер ойошмала секретарь булып эшләй ине. Йәй уртаһы, күптәр отпускыла булып, уның ҡиәфәтенә әллә ни иғтибар итмәне. Бер аҙнанан етәксе сыҡты һәм секретарын шунда уҡ шәйләне.
‒ Ни эшләп яулыҡ ябындың, әбей түгелһең, шикелле?
‒ Намаҙға баҫтым, Хәким Солтанович.
‒ Мин рөхсәт итмәнем, йәш, матур ҡатын уранып йөрөһөн әле! Килешмәй һиңә. Пенсияға сыҡҡас та өлгөрөр инең.
‒ Мин мосолман динендәмен, Аллаһы Тәғәлә ябыулы ҡатын-ҡыҙҙың ғына доғаһын ҡабул итә.
Бер аҙнанан түрә йәнә һүҙ башланы.
‒ Приличная организация бында, мәсет түгел. Радикаль ислам көсәйә, һиңә ҡырын ҡарайҙар. Ғариза яҙ, урыныңды бушат!
‒ Ғәфү итегеҙ, мин йөклө.
‒ Ирең бар, эшләй. Мосолман ҡатындары өйҙә ултырырға тейеш. Вот тебе бог, вот тебе и порог.
Ярты сәғәттән ғариза яҙылды һәм ауырлы ҡатын эштән китте...
Уны эштән ҡыуған Хәким әфәнде алтмышҡа етеп, бер тапҡыр ҙа “бисмилла” әйтмәгән совет тәрбиәһе алған кеше ине. Мәсеттә ғүмерендә бер мәртәбә, уныһында ла Ҡазандың атаҡлы “Ҡол-Шәриф”ендә экскурсияла сағында булды.
Динә китеү менән килгән Карина кейенеү стиле менән дә, иркен ҡыланыштары йәһәтенән дә күңеленә ятты, бер нисә айҙан һөйәркәһенә әйләнде.
Ҡатыны өндәшмәй түҙҙе, юғары ҡан баҫымы уны инсультҡа килтерҙе. Реанимацияла ятҡанында Солтанович ҡурҡыныс төш күрҙе: халыҡ йылға булып ағыла, кемделер ерләйҙәр, шикелле, ҡайғылы музыка уйнай. Ҡыҙыл табут, ҡан ҡыҙыл сәскәләр.
‒ Кемде ерләйҙәр ул? ‒ тип һораны:
‒ Кемде булһын, Хәким ҡәбәхәтте инде! ‒ тип яуапланылар уға.
Йәшел сәлләле мулла былай тине:
‒ Күпме кешене нахаҡҡа рәнйетте, хатта йыназаһында ҡатнашҡым килмәй.
Шыбыр тиргә батып уянды ир. Ҡот осҡос! Бер кеше, исмаһам, уның хаҡта яҡшы һүҙ әйтһәсе. Шул тиклем йүнһеҙ әҙәмме ул?!
Реанимацияға китте, табиптарға аҡса төртөп маташты, улары алмай ҡарышты.
Ҡатынын команан сығара алманылар. Әллә уның уянғыһы килмәнеме?
Ике йыл үткәс, улы менән килене өр-яңы “Фольксваген”да һәләкәткә осраны. Ашығыс ярҙам һуң, бик һуң килде. Балаларҙың өсөн кафела уҡыттылар, ҡоҙалары, хушлашып, үҙҙәренә ҡайтты. Фатирында яңғыҙы ҡалғас, иҙәнгә ятып үкһене ир, хатта ваннаға бикләнеп ҡан тамырҙарын киҫеү теләге лә тыуҙы. Ул көндө иҙәндә ятҡан килеш йоҡлап китте.
Төшөндә улы менән киленен күрҙе.
‒ Атай, беҙгә бында оҡшай, ҡайғырма. Доғалар уҡы, йышыраҡ хәйер бир, ‒ тине улы.
Магазиндан бер сумка араҡы тейәп ҡайтты, эшенә сыҡмай бикләнеп эсте Хәким Солтанович. Тик эскән килеш йоҡлаһа, һәр саҡ тиерлек яҡындары төшөнә инде, хатта күҙҙәрен йоморға ла ҡурҡа ине. Тамам тыныслығы юғалды, үҙенә урын таба алманы.
Урынбаҫары, уңайлы мәлдән файҙаланып, урынын биләй һалды. Карина күптән Өфөлә түгел, кейәүгә сығып, бүтән ҡалала йәшәй. Уны онотҡайны инде.
Хәкимгә үҙенең бер кемгә лә кәрәкмәгәнен тойоу бигерәк аяныслы ине. Дәрәжәһе булғанда ғына уға иғтибар иткәндәр, хәҙер ҡоҙа-ҡоҙағыйынан башҡа хәлен белеп шылтыратыусы ла юҡ. Уларҙы уртаҡ ҡайғы берләштерә, ата-әсә өсөн бала юғалтыуҙан да ҙурыраҡ ҡайғы юҡтыр.
Шунда ғына ул үҙенең Аллаһы Тәғәләнең тиңдәше түгел, гонаһҡа батҡан меҫкен ҡоло икәнен аңланы. Һуңлап аңланы Хәким.
Төшөндә ҡатыны менән улын күрҙе. Ялтырап торған ап-аҡ кейемдә ине үҙҙәре. Ҡатыны Ҡөрьән тотҡан.
‒ Тәүбәгә кил, Хәким, һин бер сабыйға ярҙам итергә тейеш, изгелек ҡылырға ашыҡ, ‒ тип әйтеүе булды, ир йоҡоһонан да уянды.
Нисектер тыныс ине ул. Душта ҡойоноп, мәсеткә китте. Теҙләнеп, барлыҡ гонаһтарын һанап сыҡты, ярлыҡау һораны. Мәрхүмдәрҙең рух-шәрифтәренә доға ҡылдырҙы, шул көндән эсеүен ташланы. Башта эсмәй тороуы ауыр ине, түҙҙе. Мәсеткә ике аҙна һайын, һуңыраҡ көн аралаш йөрөнө. Ҡорбан ғәйетендә Ғәйшә исемле тол ҡатын менән танышты, күңел яралары уңалғандай булды. Бер аҙҙан намаҙға баҫты. Фатирын һатып, ҡатынының ауылында мәсет һалдырҙы, үҙе ҡала ситендәге өйөндә йәшәне. Ике ҡатлы йортта яңғыҙына ҡыйын ине, бүлмәләрҙе тәртиптә тотоуы ла еңел түгел. Ғәйшәне ярҙамсы итеп саҡырҙы. Бер нисә айҙан улар никахлашып, бергә йәшәй башланы. Ҡатындың ябай вахтер булып эшләүе лә мөһим түгел, түрә сағындағы һауалығы юҡҡа сыҡты. Хәким баҫалҡы ҡәҙимге кешегә әйләнде.
…Динәнең улы тыуҙы. Малайға ете ай булғанда етди сире барлығы асыҡланды. Йәш әсәнең ауырлы сағында стресс кисереүе эҙһеҙ үтмәне. Айҙар буйына дауаханаларҙа ятырға тура килде уларға. Иңенә төшкән һынауҙарҙы иламай-һыҡтамай, иҫ киткес сабырлыҡ менән үткәрә белде йәш ҡатын. Сираттағы түләүле операцияны Мәскәүҙә үткәрергә тәҡдим иттеләр. Тиҙ арала ҙур суммала аҡса йыйырға кәрәк ине.
Кескәй Мөхәммәт тураһында тапшырыуҙы Хәким дә күрҙе, Динәне танығас, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы. Үҙен ғәйепле һиҙҙе ул. Динәне рәнйетте, тик үҙенә лә ҡайғыны артығы менән күрергә тура килде.
Сабыйға ярҙам итергә ҡарар итте, банк реквизиттарын алып, операцияға етерлек сумма күсерҙе. Аҡсаны Ғәйшә исеменән һалды, үҙенән булһа, Динә алмаҫ кеүек тойолдо.
Ғүмерендә тәүге эскерһеҙ ғәмәленә сикһеҙ шат ине ул.
Операция уңышлы үтте, Динә доғаларында матди ярҙам күрһәтеүселәргә иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәттәр теләне, улы һауығып аяҡҡа баҫты.
Римма Әхмәтйәнова,
Өфө ҡалаһы.