

Жәлил Ғ Кейекбаевтың яҡты иҫтәлегенә
Ҡаранйылға ауылы тауҙар араһында бик йәмле урында урынлашҡан. Ә инде хатта йәйен дә теште ҡамаштырып торған йылға һыуын борон шифалы һыу тип тә йөрөткәндәр. Имеш, бер һуҡыр уҙғынсы йылғаға төшөп битен йыуғас, күҙҙәре асылып китә. Ауылдың исеме лә ошо йылға хөрмәтенә Ҡаранйылға тип атала. Күпме ваҡиғалар, ни генә кисермәгән ошо ябай ғына бәләкәй ауыл...
Башҡорт халҡы элек-электән, кеше ете быуынын белергә тейеш, тип иҫәпләгән, оло быуын үҙҙәренең ата-бабалары тураһында быуындан-быуынға һөйләп ҡалдырған булған.
Кейекбаев фамилияһы Кесе-Табын ырыуы башҡорттарының күренеке вәкиле – Кейекбай Ишемйәров атлы уҙамандан башлана. Кейекбай үҙе 1812 йылғы француз яуында ҡатнашып, халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған шәхес. Кейекбайҙың дүрт улы була: Йәноҙаҡ, Мөхәмәтдәмин, Ғәбделхалиҡ, Кинйәбай. Улар араһында бай, уҡымышлы, хәллеләре лә етерлек. Шуға күрәлер, ҡара репрессия башланғас, Йәноҙаҡ менән Кинйәбайҙың ейәндәре фамилияларын үҙгәртеп, Йәноҙаҡов, Кинйәбаев булып китәләр, Мөхәмәтдәминдең улы Заһиҙулланың ейәне Сәйфулла ла Заһиҙуллин булып китә. Кейекбаев булып Ғиниәтулла олатай ғына тороп ҡала.
Ғалимдың һеңлеһе Фатиманың ҡыҙы Суфия Вәлиева: “Әсәйем һөйләүенсә, уның атаһы, Ғиниәтулла Кейекбаев, заманына күрә бик уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, дини кеше һаналған. Уның ауыл тарихы, шәжәрәләр яҙылған, үҙенең донъяға фәнни ҡараштарын сағылдырған ҡалын ҡулъяҙма дәфтәре лә була», – тип иҫкә ала. Батша армияһынан ул Грамота менән ҡайта һәм Мырҙаҡай исемле кешенең Ғәрифә тигән ҡыҙына өйләнә.
Ғәрифә менән Ғиниәт Кейекбаевтарҙың ғаиләһендә 1911 йылдың 25 октябрендә бер ир бала донъяға килә. Шул саҡта берәү ҙә киләсәктә уның башҡорт фәне, мәҙәниәте күгендә Салауат батыр, Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мәжит Ғафури кеүек яҡты йондоҙ булып балҡыясағын күҙ алдына килтермәгәндер. Атай-әсә сабыйға оло бәхеттәр юрап, ҙур өмөттәр бағлап, “бөйөк”, “данлы”, “шөһрәтле” мәғәнәһен аңлатҡан Ғәбделжәлил тигән исем ҡуша. Уларҙың өмөтө аҡлана: Жәлил Ғиниәт улының яҙмышы, ысынлап та, ҡояшлы, шөһрәтле була.
Ғәбделжәлил ғаиләлә – беренсе бала. Бәләкәй сағында бер өй урынына уйнап йөрөп тубығын ауырттырғас, һуңынан ҡултыҡ таяғы менән йөрөр була. Тик Мәскәүҙә операция эшләтеп ҡайтҡас ҡына һылтыҡлап, бер таяҡ менән йөрөй башлай. Ул бәләкәйҙән сос, шуҡ була. Күрше ауыл Мырҙаҡайҙа Сабир хәҙрәттең дини мәктәбендә бер ҡыш уҡығас та (был ваҡытта уға ни бары алты йәштәр самаһы була) ул Ҡөрьәнде яттан белгән.
Бер мәл атаһы менән ауыл мәҙрәсәһенә килгәс, рөхсәтһеҙ ололар алдына сығып, Ҡөрьән уҡып ебәрә. Бәләкәй бала, бәлки, аңлап та етмәгәндер. Барса оло кешеләр хайран ҡала, малайҙың түбәтәйе хәйер менән тула. Әммә Байғонто тигән ҡартҡа был оҡшамай. Ул малайҙы сикәләп ебәрә. Ошо ваҡиғанан һуң бала мәсеткә йөрөмәҫ була.
Сабир хәҙрәттә бер йыл уҡығас, Жәлилде аталары Усолкаға урыҫ мәктәбенә уҡырға илтә. Тирә-яҡта уны белгән «знакум»дары күп була, шуларҙың береһендә – Мальцев фамилиялы белештәрендә ҡалдырып китә.
Һигеҙ йәштәрҙәге бала дәрестән һуң ҡултыҡ таяғы менән, ауылдан килеүселәр булһа, ултырып ҡайтырға баҙарға сыға икән. Тәүҙә урыҫ телен белмәү ҙә, ҡултыҡ таяғы менән йөрөгәс, башҡа малайҙарҙың йонсотоуы ла тамам аптыратҡандыр инде. Ҡайтҡас ул тура өйгә инмәй, йә аҙбар башында, йә мунсала ҡунып йөрөй. Ә ҡыштың бер көнөндә иһә бесән араһында йоҡлап, саҡ һәнәккә ҡаҙалмай ҡала.
Әммә бала күңелендә атайҙың ҡатылығы ла, кешеләрҙең тупаҫлығы ла тормошҡа рәнйеү ҡалдырмай. Һуңынан уны ошо саф йөрәклеге, хеҙмәт һөйөүсәнлеге, маҡсатына ынтылыусанлығы яңы баҫҡысҡа әйҙәй.
Усолканан һуң Маҡарҙа уҡый. Артабан Өфө педагогия техникумына уҡырға алалар. Һуңынан инде – Мәскәү...
Бер уйлаһаң, төпкөл генә ауылдан сыҡҡан ауыл малайының ул заманда Мәскәүҙә уҡыуы үҙе бер ғәжәп. Әммә мәркәздең үҙенә үк барып етһә лә, уны тыуған яғы һәр саҡ үҙенә тартып торған.
Белеме, дәрәжәһе ҙур булһа ла, һауаланыу тигән сифат булмай Жәлил Ғиниәт улында. Бәлки, Рәшит Шәкүр яҙыуынса, ысынлап та, «ҙур кешеләр генә һәләтлелер бындай кеселеклелеккә һәм кешелеклелеккә».
Жәлил Кейекбаев – республикала Н.К. Дмитриев башлап ебәргән башҡорт тел ғилемен дауам иттереүсе һәм артабан уңышлы үҫтереүсе, ошо фәнде юғары талаптарға яуап бирерлек хәлдә ойоштороусы.
Үҙенең ғилми етәксеһе, профессор Н.К. Дмитриев менән Ж.Ғ. Кейекбаев уҡытыусыһының вафат булыуына тиклем хат алыша. Бер хатында Н.К. Дмитриев: «Мы хотим предложить Вашу кандидатуру на должность директора Московского института иностранных языков: там создали кризис, а подходящих кандидатов нет. Отпустят ли Вас и кому об этом надо писать? Если это пройдет, то мы будем очень рады», – тип яҙа. Әммә ғалим тыуған иленә, үҙенең эшенә тоғро ҡала.
«...1950 йыл. Мин, урта мәктәпте тамамлағас, Өфөгә Тимирязев исемендәге педагогия институына уҡырға индем. Бына шул йылдарҙы (1950-1955 йылдар) башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетында төп фәнде – башҡорт телен – Жәлил ағай уҡытты. Көн һайын ҙур портфелен тотоп, бер аҙ аҡһаңҡырап, йылмайып килеп инер ине лә уға ғына хас яғымлы тауышы менән иҫәнләшер ине. Шул тиклем күнегеп, яҡын туғаныбыҙ кеүек күреп киткәнбеҙ, берәй көн лекцияға килә алмаһа (ул бик күп йәмәғәт эштәре башҡара ине), ни булды икән, тип, хәүефләнеп китә торғайныҡ. Бер ваҡыт та тауышын күтәреп иҫкәртеү яһамаҫ, әммә тейешен иҫтә ҡалырлыҡ итеп әйтер, лекцияларға илке-һалҡы йөрөгәндәрҙе семинар занятиеларында ҡыҙартыр ине. Зачет, имтихан ваҡыттарында беҙгә лә үҙ фекерҙәребеҙҙе әйтергә мөмкинлек бирә, яуаптан ҡәнәғәт ҡалһа:
– Эйе, эйе, үәт шулай шул ул, – тип раҫлап ҡуя.
Бына шулай үҙ-үҙен тотоуы, талиптарға ҡарата талапсан да, кешелекле лә булыуы, инсафлығы өсөн уны бөтәбеҙ ҙә бик ихтирам иттек, – Жәлил ағай Кейекбаев хаҡында яҡташы Мәҙинә Ғибаҙуллинаның иң матур хәтирәләренең береһе булып уйылып ҡалған.
Ысын мәғәнәһендә полиглот булараҡ, Ж.Ғ. Кейекбаев күп телдәрҙе яҡшы белгән була. Үҙенең теорияһын иҫбатлау өсөн мәшһүр телсе Урал-алтай телдәренә ҡараған 50-нән ашыу тел һәм диалект материалдары файҙалана, уларҙы математик логикаға нигеҙләп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был проблема буйынса бихисап хеҙмәттәр, монографиялар ҡалдыра. Ғалимдың музейында уның ҡулъяҙмалары, үҙенең иҫкәрмәләре, билдәләмәләре менән ғилми хеҙмәттәренең нөсхәләре һаҡлана.
1972 йылда Ж.Ғ. Кейекбаевтың «Урал-алтай тел белеменә инеш» исемле китабы баҫылып сыға. Был хеҙмәтендә профессор Ж.Ғ. Кейекбаев Урал-алтай телдәренең генетик, йәғни материаль ҡәрҙәшлеген билдәһеҙлек һәм билдәлелек теорияһы нигеҙендә иҫбат итә. Урал-алтай телдәренең структур дөйөмлөгө Ж.Ғ. Кейекбаевтың 60-сы йылдарҙа яҙылған башҡа хеҙмәттәрендә лә яҡтыртылған.
1967 йылда Мәскәүҙә төрки телдәрҙең тарихи грамматикаһын төҙөү буйынса симпозиум саҡырыла. Симпозиумда Ж.Ғ. Кейекбаев Урал-алтай телдәренең ҡәрҙәшлеге хаҡында доклад менән сығыш яһай. Доклад тыңлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Был хаҡта симпозиумда ҡатнашыусы филология фәндәре кандидаты Ә.М. Аҙнабаев: «Симпозиум тулы өс көн эшләне. Күп докладтар булды, әммә уларҙың күбеһе иғтибарһыҙ үтеп китте. Симпозиумдың ҡап ярты ваҡытын Жәлил Ғиниәтовичтың докладын тикшереү булды. Күп ғалимдар Жәлил Ғиниәтовичтың сығышын һәм хеҙмәтен шатланып, ҡәнәғәтләнеп ҡаршы алды, ҡайһылары уның идеяларын шунда уҡ аңлай алманы һәм кире ҡағырға тырышты. Ҡыҫҡаһы, Жәлил Ғиниәтовичтың доклады һәм проспекттары симпозиумда ҙур бәхәс тыуҙырҙы», – тип хәтерләй.
Симпозиум эшенә йомғаҡ яһағанда, атаҡлы тюрколог академик А.А. Кононов Ж.Ғ. Кейекбаевтың хеҙмәтенә юғары баһа бирә. «Төрки һәм Урал-алтай телдәренең тарихы 200 йылдан ашыу өйрәнелә, бының өсөн төрлө-төрлө юлдар, методтар ҡулланылды, ләкин уларҙың береһе лә теләгән һөҙөмтәгә килтермәне. Ә һуңғы йылдарҙа Өфөлә профессор Ж.Ғ. Кейекбаев һәм уның мәктәбе был өлкәлә ҙур уңыштарға өлгәшкән. Был – бәхәсһеҙ факт, шулай булғас, беҙҙең бөтәбеҙгә лә Кейекбаевтың хеҙмәттәрен һәм уның эш методтарын өйрәнергә, уның мәктәбе менән танышырға кәрәк. Башҡа юлды мин хәҙер күрмәйем», – ти ул.
Жәлил Ғиниәтович профессор исемен ғорур йөрөттө, уға тап төшөрмәне, фекерҙәш булмаған кешеләргә «өлөш ашатманы», улар алдында көлкөгә ҡалманы, ти шәкерте һәм коллегаһы Ғ.Ғ. Сәйетбатталов. Бына бер эпизод.
Университет күләмендәге бер ҙур йыйылышҡа Жәлил Ғиниәт улы бер нисә минутҡа һуңлап килеп инә. Уны председателлек итеүсе партком секретары В.П. Кныш күреп ҡала ла: «Профессор иптәш, тәртипһеҙлек, баҫалҡаһыҙлыҡ күрһәтәһегеҙ бит!» – тип иҫкәртеү яһай көслө тауыш, интонация менән. Ләкин ағай бер ҙә ҡурҡып, ҡаушап ҡалмай, рәискә баҫҡан килеш: «Юҡ, хөрмәтле Валентина Павловна, мин түгел, ә һеҙ халыҡ алдында баҫалҡаһыҙлыҡ күрһәтәһегеҙ, мәктәп уҡытыусыһы була тороп профессорға замечание яһап!» – ти ҙә һин дә мин буш урынға барып ултыра. Залдағы халыҡтың көлөүе бер нисә минут дауам итә.
Жәлил Ғиниәт улы ысын мәғәнәһендә интеллигент кеше була: һәр саҡ үтә баҫалҡы һәм ябай, һәр кешегә ҡарата иғтибарлы, изге күңелле һәм кешелекле. Шуға күрәлер, уның һәр республикала ысын дуҫтары һәм таныштары күп була, уларҙың һәр береһе менән тығыҙ бәйләнештә була. Илебеҙҙең ҙур ғалимдары Б.А. Серебренников, А.Н. Кононов, М.Ш. Ширалиев, Н.А. Баскаков, П. Аристэ, С.К. Кенесбаев, Ф. Абдуллаев, Л.Й. Йәләй, М.З. Зәкиев, Ә.Ә. Юлдашев һәм башҡа бик күптәр менән йылы аралашып, дуҫлашып йәшәгән. Ул атаҡлы немец яҙыусыһы Фридрих Вольф менән бик яҡын мөнәсәбәттә булған.
Оло ғалим, ғәҙәттә, йомарт була, үҙ ғилми асыштарын башҡалар менән уртаҡлаша. Университтта ул эшләгән йылдар башҡорт тел ғилеме кафедраһына ҡасан инмә, бер үк күренеште күҙәтергә мөмкин ине, ти шәкерттәре остаздары хаҡында: Жәлил Ғиниәтович аспиранттары менән уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ телендә – мордва, сыуаш, мари, удмурд, яҡут, бурят телдәрендә – гәпләшеп, консультация үткәрер. Ул иҫән саҡта һанап киткән телдәрҙең күпме вәкиле Башҡорт дәүләт университетында кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы. Кафедраның шулай уҡ сит ил ғилми үҙәктәре менән бәйләнеше лә киң була.
Жәлил Кейекбаевтың мемориаль-биографик йорт-музейында ғалимға атап яҙылған хаттар һаҡлана. Улар уның ғилми эшмкәрлеген һәм бай йөкмәткеле тормошон тулыраҡ күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. Туғандаш республикаларҙан кандидатлыҡ йәки докторлыҡ дәрәжәһенә дәғүә итеп яҙылған авторефераттар, уларға ғалим яҙған рецензиялар бар. Улар – иң ҡәҙерле экспонаттар, дуҫлыҡ ептәрен күрһәтеүсе сығанаҡтар.
Ғалимдың 1967 йылдың 27 мартында яҙған хатында туғандаш республикаларҙың йәш ғалимдарына күрһәткән ярҙамы, ихтирамы, хәстәрлеге, дуҫлыҡ тойғолары, башҡа телдәргә ҙур һөйөү менән ҡарағанлығы күренә: «Ҡәҙерле Леонид! Хатығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яуапты хәҙер үк бирергә ашығам, сөнки онотоп ҡуйыуым ихтимал.
Һеҙҙең планығыҙ – татар-мари телдәренең лексик параллелдәре буйынса эшләү икән, ысын күңелдән тәбрикләйем. Мари һәм татар телдәрен сағыштырып өйрәнеүҙе һеҙгә хәҙер үк башларға кәрәк. Әгәр ҙә һеҙ удмурт һәм мордва, фин һәм уғыр, мари һәм татар телдәренең факттарын иҫәпкә алып, сағыштырып өйрәнһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы булыр ине.
Беҙ «Урал-алтай» йыйынтығын сығарырға йыйынабыҙ. Һеҙҙең беренсе күҙәтеүҙәрегеҙҙе лә ошо йыйынтыҡта күрергә мөмкин булыр. Беҙгә грамматика буйынса сағыштырып өйрәнеү кәрәк. Мин һеҙгә (һис кисектермәйенсә) мари теле менән шөғөлләнеүҙе тәҡдим итәм, сөнки уның буйынса әҙәбиәт күп. Йәки һеҙ Йошкар-Олаға барып, унда белгестәр, телселәр, диалектологтар менән һөйләшә алаһығыҙ. Мәҫәлән, профессорҙар Пенгиров, Галкин, Иҫәнбаевтар менән.
Йошкар-Ола һеҙҙән йыраҡ түгел. Мин атап үткән профессорҙар һеҙгә кәңәштәре менән ярҙам итерҙәр. Бер уңайҙан әҙәбиәт менән танышырһығыҙ. Һәр хәлдә, һеҙ мари телен ғәмәлдә беләһегеҙ. Һеҙгә еңел булыр. Материалдарҙы мари һәм башҡа фин-уғыр телдәре буйынса йыйырға кәрәк. Һеҙҙе тиҙҙән раҫлаясаҡтар. Мин һеҙгә шул шатлыҡлы көндәрҙе теләйем.
Һеҙ Йошкар-Олала (Пенгировта) педагогия институтында йәки (Галкинда) Мари ғилми тикшеренеү институтында урынлаша алаһығыҙ. Үҙегеҙҙең киләсәк яҙмышығыҙ тураһында ла уйларға кәрәк. Ҡазан тел, әҙәбиәт, тарих фәнни тикшеренеү институтында хәҙергә урын юҡ, тиҙәр. Ләкин унда һеҙ тик татар теле буйынса ғына эшләй алаһығыҙ бит. Һеҙгә, һис һүҙһеҙ, үҙ туған телегеҙ буйынса шөғөлләнергә кәрәк. Бөтә күңелдән уңыш һәм һаулыҡ теләйем.
Сәләм менән, һеҙҙең Ж. Кейекбай».
Ниндәй бай йөкмәткеле, оло хәстәрлек, атайҙарса кәңәш биреү хисе менән һуғарылған хат. Улай ғына ла түгел, туғандаш, ҡәрҙәш телдәргә ҙур хөрмәт, иғтибар, телдәрҙең үҫешен тиҙләтеү йөҙөнән шул милләт йәки халыҡтың тел ғилеме юлына яңы аяҡ баҫҡан йәш ғалимдырына юл күрһәтеүсе маяҡ та булған ул. Интернационализм тойғоһо, дөйөм эшкә, фәнгә хеҙмәт итеү – шул йылдарҙағы хат алышыуҙарға хас нимә. Унда Жәлил Кейекбаевтың һыны, изге күңеле, алсаҡлығы, эскерһеҙлеге төҫмөрләнә.
«Утыҙынсы йылдарҙа әҙәби ҡушамат модала ине. Шиғыр авторымы ул, бер нисә юллыҡ хәбәр авторымы, барыбер аҙағында ҡушаматын ҡуйыр ине. Ғәҙәттә, ул тыуған ергә, йылғаға бәйле. Әйтәйек, «Йәнәби (Төхфәт Йәнәби ауылы исеменән), «Һөйөндөк» (Дауыт Юлтый ҡушаматы – яҙыусы тыуып үҫкән яҡтағы йылға исеменән). Әммә бөткөһөҙ күп ҡушамат араһында береһе ғәйри тәбиғи ине. Күренеп тора, ҡушамат авторҙың ырыу исеменән алынған – «Табын» һүҙе бар», – тип ғәжәпләнгән Әмир Чаныш. – «Мәгәр тап ошо ырыуҙан булған егеткә һуңынан, байтаҡ йылдар үткәс, ул топонимика менән шөғөлләнә башлағас, ырыу шифрының серен асырға яҙғайны».
Табын имзаһы менән яҙыша башлаған шағир үҙ халҡын, тыуған ерен, тыуған илен данлай. Жәлил Кейекбаев киң ҡатлам уҡыусыларға таныш булған һәм бик оҫта тел менән яҙылған повестарын, хикәйәләрен, балалар өсөн әкиәттәрен, шиғырҙарын, ҡобайырҙарын, публицистик әҫәрҙәрен, тәржемәләрен мираҫ итеп ҡалдыра. Жәлил Ғиниәт улы «Йөҙ йыл» тигән роман яҙырға ултырыуын телгә ала, уның сюжеты, тарихи-документаль нигеҙен, образдарын һөйләй торған була. «Йөҙ йыл», аҙаҡ беленеүенсә, уның киң билдәле «Туғандар һәм таныштар» романы ерлегендә үҫеп сығырға тейеш ине. «Шулай ҙа әҙиптең яҙылып өлгөргән тиклем баҫылып сыҡҡан «Туғандар һәм таныштар» романы үҙе генә лә башҡорт прозаһында үҙе бер күренеш һәм халҡына әйтер һүҙе булды, ҙур социаль-психологик йөкмәкеле, эпик масштаблы, үҙенсәлекле идея-художество концепциялы полотно рәүешендә ҡабул ителде», – тип яҙып ҡалдыра тәнҡитсе Әнүр Вахитов.
Ир-егеттең асылын аҡыл тәрәнлеге менән күңел байлығы билдәләй. Жәлил Ғиниәт улына быларҙың икеһен дә мул биргән тәбиғәт. Әлегәсә һүҙ аҡылы һәм эрудицияһы тәрәнлеге хаҡында барҙы. Ләкин ул бай күңелле, төрлө талантҡа эйә кеше булған. Нигеҙҙә телсе булған ғалим ниндәй гүзәл ҡобайырҙар ижад иткән, «Туғандар һәм таныштар» исемле атаҡлы роман яҙған. Ә мандолинала нисек виртуоз уйнаған ул, башҡорт халыҡ йырҙарын йырлау оҫталығында уға тиңләшкән йырсы һирәк булғандыр.
Жәлил Ғиниәт улы башҡорт көйҙәрен ғәжәп оҫта башҡарған була, быға иғтибарһыҙ ғына ҡарай, үҙен яҡшы йырсылар иҫәбенә индермәй торған:
– Башҡорттоң йырлай белмәгән кешеһе юҡ. Шуға күрә һин унан: «Йырлай беләһеңме?» йәки «Һин фәлән-фәлән йырҙы башҡара алаһыңмы?» – тип һорама. Башҡорттоң үпкәләүе ихтимал, – ти Жәлил ағай һәм ни өсөн шулай булыуын үҙенсә аңлатып та бирә икән. – Башҡортостан бит ул бик ҙур урмандарҙан, иркен ҡырҙарҙан, бейек тауҙарҙан тора. Башҡорт, ҡайҙа ғына барһа ла, көйләмәйенсә йөрөмәй, тартынып торорға янында башҡа кешеләр ҙә булмай. Йырсыларҙы тыңлап ләззәтләнеүгә ҡарағанда, күберәк үҙе моңланып күңелен йыуата. Шулай, һәр кешенең йырлауы быуындан быуынға күсеп ғәҙәткә инеп китә, – тиер булған.
Профессор Ж.Ғ. Кейекбаевты замандаштары, билдәле шәхестәр һәр ваҡыт хөрмәтләп иҫкә алған:
Ғиндулла Шәйәхмәтов, Ж. Кейекбаев музейын ойоштороусы, Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы: «Бөгөн шуныһы ҡыуаныслы: оло әҙиптең исеме бөтә донъяға билдәле ҙур ғалимдың аҡыл емеше – әҙәби, ғилми мираҫтары халҡыбыҙҙың күңеленә үтеп инеп, рухи хазинабыҙ булып, йөрәгендә мәңгелек урын яулай... Жәлил Кейекбаевтың иң изге уй-хыялдарының береһе башҡорт теленең йәмғиәтебеҙҙәге күп төрлө, ҡатмарлы мөнәсәбәттәрен хәл итеү процесында ҡулланыу өлкәһен киңәйтеү, ижатимағи ролен юғары күтәреү булды».
Ғәли Сәйетбатталов, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре: «Океанда балыҡ нисек йөҙгән булһа, Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев та фән диңгеҙендә шулай ҡолас ташлап йөҙә ине... Кешелек йәмғиәтендә шундай бер объектив законлылыҡ бар: ниндәй булһа ла халыҡ йәки милләт араһынан йөҙ йылга бер тапҡыр айырыуса талантлы, хатта бөйөк шәхестәр... сығып тора. Бындай кешелерҙе, ғәҙәттә, халыҡ улы йәки халыҡ ҡыҙы тип йөрөтәләр. Был бөйөк исемде Ж.Ғ. Кейекбаевҡа ҡарата ла ҡулланырға мөмкин».
«Жәлил ағай, тағы ла Һиңә килдек. Беҙ, Һинең шәкерттәрең, уҡыусыларың, Һине хөрмәтләүсе өфөләр, яҡташтарың, Һинең иҫтәлегең алдында баш эйәбеҙ. Ғафури төйәге, ә киңерәк әйткәндә, тарихи Табын ере – изгелекле, уңдырышлы тупраҡ. Унан тик гүзәл шәхестәр генә яралырға хаҡлы. Киләсәк тағы-тағы яңы Жәлилдәр, яңы Әнүрҙәр, яңы Ғиниәттәр тыуҙырыуына иманыбыҙ камил. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әхмәт Сөләймәнов. Референт Сәүиә Әғзәмова. 21.12.2002 й.»
Халыҡты халыҡ иткән төп күрһәткестәрҙең береһе ул туған тел. Туған теле булмаған халыҡ булмай. Шуға ла башҡа телдәр араһында үҙенең туған телен күтәргән, уны ғалим булараҡ өйрәнеп, артабанғы үҫешенә йоғонто яһаған шәхестәр ғилми хеҙмәттәре менән иң элек туған телен күрә, күтәрә, туған теленә һәйкәл ҡуя.
Туған телдең байлығын, моңло яңғырашын яратҡан ғалим «Башҡорт телен белеү генә етмәй, уға ғашиҡ булырға кәрәк», тип иҫәпләгән, телде яратырға, ҡәҙерләргә, уға ҡарата иғтибарлы булырға саҡырған.
Арҙаҡлы ғалим һәм күренекле яҙыусы Жәлил Кейекбаев үҙенең «Әсә теле – тәрбиә ҡоралы» исемле мәҡәләһендә туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡытыусы әсә теленә тәрән һөйөү тәрбиәләй, ә әсә теленә һөйөү тәрбиәләү – үҙ халҡыңа мөхәббәт тәрбиәләү менән бер», – тип яҙған. Ғөмүмән, ғалим үҙенең тикшеренеүҙәрендә тел тарихын халыҡ тарихы күҙлеге аша үткәреп күрһәткән. «Минең бурыс – Урал-алтай телдәре туғанлығын тел фаҡттары аша һөйләп биреү», – тип иҫәпләгән профессор.
Төрки филологияһын өйрәнеүсе ғалимдар күп кенә фәнни нигеҙләүҙәрендә Ж.Ғ. Кейекбаевтың ҡараштарына таяна. Профессор Ж.Ғ. Кейекбаев тел ғилеме өлкәһендә бөтә төрки халыҡтары телдәренә ҡағылышлы бик мөһим һорауҙарҙы нигеҙләгән, кире ҡаҡҡыһыҙ итеп раҫлаған. Шул сәбәпле ғалимдың ҡараштары бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған.
«Кеше үлә – исеме ҡала» – ошо төрки мәҡәлен Жәлил Кейекбаевҡа арнап әйтеү бик урынлы булыр ине, уның кеүек күренекле телсе-ғалим, педагог, талантлы яҙыусы, туған теленә, фәнгә тоғро кешенең исеме тарихта бер ваҡытта ла онотолмаҫ. Тыуған еренән, халҡынан, теленән башҡа йәшәй алмай ул. Ғүмер буйына халҡына хеҙмәт иткән, фәндә хазина булған Жәлил Кейекбаев беҙҙең күңелдә лә мәңге ҡаласаҡ. Кеше ғүмеренең асылы үтелгән юлдарҙың, йәшәлгән йылдарҙың күплеге менән түгел, башҡарған эштәрҙең күләме, әһәмиәте менән билдәләнә. Жәлил Кейекбаевтың ғүмере лә халыҡҡа, фәнгә күрһәткән хеҙмәте менән ҡәҙерле һәм һоҡланғыс.
Римма Ишмырҙина,
филология фәндәре кандидаты,
Жәлил Кейекбаевтың
йорт-музейы директоры.
.