Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Декабрь 2021, 03:15

Бөгөн - Башҡорт теле көнө Минира Бикәнәсова

Ҙур майҙанда телмәр тотмаһам да Телем, тиеп янып-көйәмен. Намыҫым саф, йөҙөм яҡты булыр Туған телен белһә ейәнем!  

Бөгөн - Башҡорт теле көнө             Минира БикәнәсоваБөгөн - Башҡорт теле көнө             Минира Бикәнәсова
Бөгөн - Башҡорт теле көнө Минира Бикәнәсова



Туған тел


Рәхмәтлемен атай-әсәйемә
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбанан башлап фәнгә тиклем
Саф башҡортса алдым ғилемде.
Йырҙарымда, хыял, уйҙарымда
Әсәм теле - минең аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел
Башҡортлоғом аға ҡанымда!
Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күскән уларға,
Телем йәшәй -тимәк ерем дә бар
Һауам да бар әле һуларға.
Ҙур майҙанда телмәр тотмаһам да
Телем, тиеп янып-көйәмен.
Намыҫым саф, йөҙөм яҡты булыр
Туған телен белһә ейәнем!

 

Мәртәбә


Килде заман, юл асылды
Мәңге торған кәртәгә:
Үҙ ереңдә, үҙ телеңдә
Һөйләү хәҙер-мәртәбә!
Башҡорт телен хөрмәт менән
Өйрәнһендәр, белһендәр.
Кем аңламай туған телен
Әйҙә, унан көлһөндәр!
Ҙур майҙанда телмәр тотһон
Саф башҡортсалап түрә,
Халыҡ уны хуплап торһон
Алҡышлап, аяғүрә.
Бар тарафҡа юлдар ярыр
Туған телен белгәндәр.
Беҙ бит уның киләсәген
Йәшәтергә килгәндәр.

                          

Ҡыш


Аяҡ баҫтыҡ аҡ ҡыштарға
Сафлыҡ бөркә һауаһы,
Ынйы ҡарҙың ғүмере алда
Яуаһы ла яуаһы...
Керһеҙ күңеле ерҙе паҡлай
Уның шат,шаян сағы!
Аяҡ аҫтында шыңғырҙап
Ихлас көлөүе тағы...
Ел йырлаһа инәлтмәйсә
Төшөп китә бейергә!
Һалҡын ҡыштар етте,тиеп
Уйламағыҙ көйөргә! 

 

Йөрәк (Р. Назаровҡа)


Күккә атылды бер йондоҙ!
Унан яҡты нур һибелде.
Ер һәм Йыһан йыры булып
Илаһи сер- моң түгелде.
Дүрт офоҡто алландырып
Бәхет булып яуҙы был йыр!
Киң йылмайҙы иркен донъя:
Урман- болон, ялан һәм ҡыр...
Илһамланды Өршәк һыуы,
Тулҡынланды ярҙа ҡамыш,
Төпһөҙ зәңгәр киңлегенә
Томбойоҡтар һалды һағыш...
Йондоҙ йыры бар Ғәләмде,
Ер күсәрен әйләндерҙе,
Быуындарҙы быуындарҙың
Яҙмышына бәйләндерҙе.
Мәңгелектең күкрәгендә
Ярһып тибә һинең йөрәк!
Саҡматаштан -яҡтыраҡ ул
Йондоҙҙарҙан- бейегерәк.                               

 

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас