Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
15 Декабрь 2021, 15:45

Ырымбурҙар башҡорт телен өйрәнә

Башҡорт төркөмө республика Башлығы Радий Хәбировтың махсус грантына лайыҡ булып, проектор, экран һәм интерактив таҡта менән бүләкләнде.

Ырымбурҙар башҡорт телен өйрәнәЫрымбурҙар башҡорт телен өйрәнә
Ырымбурҙар башҡорт телен өйрәнә

Ырымбур өлкәһенең һигеҙ районында һәм ике ҡалаһында балалар башҡорт телен өйрәнә ала. Бөгөн был төбәктә үткән Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Ҡыуандыҡ районының башҡорт теле уҡытыусылары менән осрашты.
Ейәнсура ауылында уҡытыусы Әлфирә Биктимер ҡыҙы Бабамөхәмәтова йәкшәмбе мәктәбендә 20 -нән ашыу балаға белем бирә. Уларға Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм ут күршеләре - Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов та бүләктәр әҙерләгәйне. Мәктәп методик ҡулланмалар, уҡыу әсбаптәре, нәфис әҙәбиәт менән тулыланды.
Ҡыуандыҡ ҡалаһының 1-се мәктәбе базаһында башҡорт теле факультатив булараҡ өйрәнелә. Уҡытыусы Яманһарина Зөлфиә Ишкилде ҡыҙы Яманһарина төрлө йәштәге 15 баланан торған төркөм төҙөгән.
- Коронавирус һәм грипп көсәйеү сәбәпле уҡытыу ваҡытлыса онлайн режимда аҙнаһына ике сәғәт алып барыла. Үҙем данлыҡлы Сурай ауылында тыуып үҫтем, һөнәрем буйынса башланғыс класс уҡытыусыһымын. Беҙҙең ауылда бөгөнгө көнгә тиклем балалар тыуған тел булараҡ башҡорт телен уҡый. Үҙ телеңде, тарихыңды өйрәнергә бер ваҡытта ла һуң түгел. Шуға күрә ата-әсәләр тарафынан тәҡдим булғас район үҙәгендә махсус төркөм төҙөп, факультатив дәрестәр ойошторҙоҡ, - ти Зөлфиә Ишкилде ҡыҙы.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас