Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Декабрь 2021, 11:05

Балҡыны ла һүнде Сулпан йондоҙ...

Башҡорт моң донъяһның табышы ла, һағышы ла булды шул Сулапан... Уның хаҡында хәтирәләр баҫытырға күптән теләй инек. Әммә кисектерә килдек. Сәбәптәре лә бар. Яҡындарының ҡайғыһын яңырырға теләмәйбеҙ. Шулай ҙа күптән түгел “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөбөҙгә уның матур фотоһына тәиҫтәгә яҡын йырын беркетеп һалғас, “үлеменә инде нисәмә йыл үтте, ә Сулпан Кейекбирҙинаны бер ҙә иҫкә алмайҙар, хәтер кисәләрен дә уҙғармайҙар, уға бағышланған тапшырыуҙар ҙа төшөрмәйҙәр”, тип күп яҙҙылар. Уның ижадын һөйөүселәр, башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ итеүселәр матур-матур комментарийҙар ҡалдырҙы.

 

Балҡыны ла һүнде Сулпан йондоҙ...

 

Сулпан Кейекбирҙина... Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә башҡорт моң донъяһында сағыу эҙ ҡалдырған, үҙ халҡының рухи мираҫын һөйгән,  һирәк яңғыраған, онотолған  халыҡ йырҙарын эҙләп табып, өйрәнеп,  бөтә нескәлегендә, еренә еткереп башҡарып, шул хазинаны тамашсы йөрәгенә  алып барып еткерә белгән  моң эйәһе...  Уның йырҙарҙы тыңлаһаң, халыҡ әҫәрҙәренә төшөрөлгән клиптарын ҡараһаң,  Сулпандың  ысын мәғәнәһендә шундағы хәл- ваҡиғаларҙы күңеле, йөрәге аша үткәреүен аңлайһың, шул тиклем дә ролгә үтеп инә алыуын тояһың. Уның был һәләте, һис шикһеҙ, һоҡландыра. Әммә шуныһы ла бар, осраҡлыҡмылыр был, әллә ысынлап та, ваҡағалрҙы бар күҙәнәге аша үткәреүенә бәйлеме, уның һуңғы эштәренең береһе булған Айсыуаҡ Йомағолов менән Рияз Исхаҡовтар тшөршәгән “Сәйфелмөлөк” йырының ҡыҙғаныс сюжеттарына ҡоролған фильмдағы героиняһы кеүек үк Сулпандың  ғүмере лә фағиғәле  тамамланыуы уйға һала...  

 

 Башҡорт моң донъяһның табышы ла, һағышы ла  булды шул Сулапан... Уның  хаҡында хәтирәләр баҫытырға күптән теләй инек. Әммә кисектерә килдек. Сәбәптәре лә бар. Яҡындарының ҡайғыһын яңырырға теләмәйбеҙ. Шулай ҙа күптән түгел “Бәйләнештә” селтәрендәге  төркөмөбөҙгә уның матур фотоһына тәиҫтәгә яҡын  йырын беркетеп һалғас, “үлеменә инде нисәмә йыл үтте,  ә Сулпан Кейекбирҙинаны бер ҙә иҫкә алмайҙар, хәтер кисәләрен дә уҙғармайҙар, уға бағышланған тапшырыуҙар ҙа төшөрмәйҙәр”, тип күп яҙҙылар. Уның ижадын һөйөүселәр, башҡорт халыҡ йырҙарын үҙ итеүселәр матур-матур комментарийҙар ҡалдырҙы. 

Эйе, быйыл Сулпанға 45 йәш тулған булыр ине.  Арабыҙҙан китеүенә иһә алты йыл үткән. Үҙ халҡым тип йән атҡан, һоҡланғыс, тәңкә сыңы күек сыңлап торған сағыу ижад емештәрен ҡалдырған  Сулпан  Кейекбирҙинаны, иҫкә алыу, һис шикһеҙ, кәрәк... Һүҙ ‒ уның  рухташтарына, ижадташ дуҫтарына.

Сулпан Кейекбирҙина хаҡындағы иҫтәлектәрҙе "Шоңҡар" журналың 12-се һанында уҡый алаһығыҙ.

Балҡыны ла һүнде Сулпан йондоҙ...
Балҡыны ла һүнде Сулпан йондоҙ...
Автор:Гульшат Кагарманова
Читайте нас