Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Декабрь 2021, 13:25

"Беҙ Ырымбур башҡорттары"

Ырымбурҙа  башҡорттар күп  йәшәй. Улар үҙ телен, мәҙәниәтен, тарихын беләме? 

"Беҙ Ырымбур башҡорттары""Беҙ Ырымбур башҡорттары"
"Беҙ Ырымбур башҡорттары"

 

Бөгөн Крупская исемендәге Ырымбур өлкәһенең ғилми китапханаһында "Ырымбур башҡорттары: тарих һәм әлеге көн" темаһына арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда өлкәлә эшләүсе башҡорт ойошмаларының етәкселәре, ҡоролтай рәйестәре, Башҡортостан вәкилдәре ҡатнаша. Ырымбур өлкәһенең Хөкүмәте исеменән Төбәк һәм мәғлүмәт сәйәсәте министрлығының идара етәксеһе Андрей Кафтан сығыш яһаны. Башҡортостан делегацияһын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов етәкләй."Ырымбурҙа  башҡорттар күп  йәшәй. Уларҙың үҙ телен, үҙ мәҙәниәтен, тарихын онотмағаны өсөн рәхмәт әйтке килә. Ә беҙ, Башҡортостан Хөкүмәте үҙ сиратыбыҙҙа уларға һәр яҡтан ярҙам итергә тырышабыҙ, - тине сәләмләү телмәрендә Мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лакшина.
Тарихсылар Марсель Ғүмәров, Фәнил Ишбулатов, Нурислам Ҡалмантаевтар Ырымбур башҡорттарының үткәненә байҡау яһаһа, өлкә башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин үҙ эштәре менән таныштырҙы, 1812 йылғы Ватан һуғышының юбилей сараларына әҙерлек тураһында һөйләне.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас