Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
16 Декабрь 2021, 11:30

Даны ете диңгеҙ аръяғына ла таралған

Бер түшелдереге хатта ете диңгеҙ аръяғында ятҡан ҡитғаларҙың береһе Америкаға бүләк булып осҡан. Бына шулай, башҡорт халыҡ әкиәттәрендәгесә инде. Оҫта булһаң, даның ете диңгеҙ аръяғына ла барып етә.

Башҡорт рухлы замандаштарыбыҙ, шөкөр, Башҡортостандан ситтә лә бихисап. Тап улар аша сит өлкәлә йәшәүселәр беҙҙе таный, белә. Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе Миңзиә АБДУЛЛИНА ла тыуған яғынан ситтә йәшәүенә ҡарамаҫтан, милли асылыбыҙҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеүселәрҙең береһе.

Мәктәптән – заводҡа

Миңзиә Фирғәт ҡыҙы – Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылынан. Белорет педагогия колледжын тамамлағас, тыуған районында мәктәптә математиканан уҡыта. Бер юлы Магнитогорск дәүләт университетында ситтән тороп белем ала.

Психологтар ете-һигеҙ йылға бер тапҡыр йә йәшәгән, йә эшләгән урыныңды үҙгәртеп торорға ҡушалар. Күрәһең, ҡайһы ваҡытта кеше бер нәмә менән артыҡ бәйләнеп китә лә, тап шул мәлдә үҙендә булған башҡа һәләттәрҙе, мөмкинселектәрҙе ҡулдан ысҡындыралыр. Ә әҙәм балаһы һәр ваҡыт яңынан-яңы үрҙәргә артылыр өсөн ниндәйҙер яңы алымдар менән эшләргә, яңы урында үҙен һынап ҡарарға тейеш. Миңзиә лә шулай итә. Һигеҙ йыл буйы йәш быуынға һандар донъяһының серҙәренә төшөндөргән кисәге уҡытыусы бер көндө тота ла Магнитогорск металлургия комбинаты бүлексәһенең метиз заводына весовщик булып эшкә урынлаша. Тимер сымдар эшләгән урынға эләгә ул. Тирә-яҡтағы тау саңғылары базалары өсөн әҙерләйҙәр уны. Буласаҡ тормош иптәше Илфат менән дә шунда танышып, ҡауыша йәштәр.

Матур-матур прическаларҙа, күлдәк-костюмдар кейеп кенә, беҙ үксәле туфлиҙарҙа тыҡ баҫып йөрөгән элекке мөғәллимәнең тота һалып завод эшселәренең барыһы кеүек бер иштән эшсе кейемен кейергә ризалашыуын таныштары араһында: “Һәр ерҙә математика уҡытыусыһын ҡуш ҡуллап алалар. Эшһеҙ ултырмаҫ ине”, – тип аптырап ҡараусылар ҙа, хәлен аңлаусылар ҙа табыла. Хәҙерге заманда уҡытыусы иңенә, балаларға белем биреү менән бергә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ, башы ла, аҙағы ла күренмәгән ҡағыҙ эштәре лә йөкмәтелә бит. Бынан тыш, тәрбиәсе ролен дә башҡара ул. Һәр береһенең тәртип-ҡылығы өсөн яуап бирергә кәрәк. Завод эшенең дә үҙ ауырлығы, үҙ нескәлектәре булһа ла, үҙендә ниндәйҙер яңы башланғыстарға ынтылыш тойорға Миңзиәгә яңы эш урыны этәргес бирә. Шулай уҡ, икеһендә лә һандар менән эшләү, алған һөнәренә тоғролоҡ  һаҡларға булышлыҡ итә.

Мәҡәләне тулыһынса декабрь һанында уҡырға мөмкин. 

Даны ете диңгеҙ аръяғына ла таралған
Даны ете диңгеҙ аръяғына ла таралған
Автор:Разинә Зайнетдинова
Читайте нас