Билдәле йырсы Гөлдәр Ишҡыуатова бала сағында өләсәһенең тубығына башын һалып, әкиәттәр тыңларға ярата. Айырыуса өләсәһенең уйлап сығарып һөйләгәндәрен, күңелле тамамланғандарын тын да алмай тыңлай ул. Был әкиәттәр тик изгелек хаҡында, тылсымлы сихри көстөң барса сырхауҙы аяҡҡа баҫтырыуы, кешеләрҙе оҙон ғүмерле, бәхетле итеүе тураһында була. «Шуларҙы тыңлап үҫкәс, табип булырға хыял иткәйнем», – тигәйне йырсы үҙенең бер интервьюһында.
Мәктәпте тамамланғансы Гөлдәр ошо уйынан ҡайтмай һәм Башҡорт дәүләт медицина институтына барырға ҡарар ҡыла. Әммә барыһы ла көтөлмәгәнсә килеп сыға. Яҙҙың матур көндәрендә уның ике әхирәте Өфө дәүләт сәнғәт институтына имтихан тота башлай, Гөлдәр терәк-таяныс булыу өсөн уларҙың яндарына йүгерә. Бер мәл сираттағы имтиханды биреп сығыуҙарын коридорҙа көтөп ултырғанында кафедра уҡытыусыһы, режиссер Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев килеп сыға һәм яңғыҙы ғына моңайып ултырған ҡыҙға:
– Ә һин ни эшләп имтиханға инмәй ултыраһың? Һуңлап килдеңме әллә?
– Ю-юҡ, мин бында уҡырға инергә килмәнем, ә көйәрмән булып йөрөйөм, – тип яуаплай.
– Ҡайҙан килдең? – тип ҡыҙыҡһына уҡытыусы.
– Сибайҙан.
– Шундай ҙа алыҫ төбәктән килеп, көйәрмән булып ҡына ултырма, әхирәттәрең менән бергә имтихан биреп ҡара әле. Кем белә, бәлки, алырҙар, һеҙҙең яҡта һәр икенсе кеше талант бит, – тип шаярыу ҡатыш уны уҡытыусылар янына алып килә.
Гөлдәр ҙә ҡыҙыҡ өсөн бәхетен һынап ҡарарға була һәм... театр бүлегенә ҡабул ителеп, уны уңышлы тамамлап сыға. Һуңыраҡ ул үҙенең йырҙарын яҙҙырып, башҡорт йәштәренең яратҡан йырсыһына әүерелә. Бөгөн Гөлдәр Ишҡыуатованы талантлы йырсы тип кенә түгел, уңышлы эшҡыуар булараҡ та беләбеҙ!