

Фәиз ХАРРАСОВ.
Юмореска
Әлдә бай түгелмен!
Ҡояштың сағыу нурҙарына уянып киттем. Күҙҙәремде асыуым булды, алдыма ауыҙын ҡолағына тиклем йырып, алъяпҡыслы йәш кенә бер ҡатын килеп баҫты ла:
– Килдеғол Аманович, һеҙҙең яратҡан халатығыҙ, – тип ялтырап торған ебәк кейемде һуҙҙы.
Аптырап, ҡайҙа килеп эләккәнемде аңларға тырышып, алан-йолан ҡарана-ҡарана тороп ултырҙым да юрғанды үҙемә тарттым.
– Һеҙ кем булаһығыҙ? Нисек минең бүлмәмә индегеҙ? – тинем дә телемде тешләнем. Хәйер, ауылдағы бүлмәм түгел дәһә был! Ҡара, пәрҙәләр үҙҙәренән-үҙе асылып килә, ҡояш яҡтыһында киң бүлмәләге ҡиммәтле статуэтка-фәләндәр күҙҙе ҡамаштырып, төрлө төҫтәрҙә балҡып китте. Нимә, кемдеңдер мәрәкәһеме әллә?
– Ну, Аманович, һеҙ как всегда. Миңә тиһә, гел шаяртырға әҙерһегеҙ, – теге ҡатын нәзәкәтле һынын йыландай борғолап, эргәмә ултырып, яланғас ботомдан һыйпап алды.
– Һеҙ нимә?! – тип, күҙҙәремде шар асып, ырғып торғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. – А-ну, вон минең бүлмәмдән! – һуҡ бармағымды ишеккә төбәнем.
Ҡатынҡай, ашыҡмай ғына тороп, ирендәрен бүлтәйтеп, арт һанын уйнатып, сығырға ыңғайланы.
– Аңламаҫһың һеҙҙе... Бер көн ловелас, икенсе көн полный идиот, – тигән һүҙҙәре ишетелеп ҡалды.
Тауышҡа ҡатыным йүгереп килеп инде.
– Нимә ҡысҡырынаһың? Ни булды?
Уға ҡараным да шаҡ ҡатып карауатҡа кире ултыра төштөм. Бисәмде бөтөнләй танырлыҡ түгел! Уны баштан-аяҡ күҙҙән үткәрәм. Кисәге ауыл ҡатыны бөгөн ана ниндәй булып тора: әллә ниндәй кремдар һөртөп, пудра яғыуынан йөҙө мәйеттеке һымаҡ ап-аҡ, ослайған ирендәре, йыртҡыстыҡылай оҙон тырнаҡтары ҡып-ҡыҙыл, ләкин бына ала-сола буялған сәстәре нишләптер туҙған. Ә өҫтө һуң... Ҡаранан затлы ғына күлдәк. Өйҙә тороуына ҡарамаҫтан, бейек үксәле туфли кейеп алған.
Уға ни тип яуап бирергә белмәй ултырған саҡта кәләштең артынан бер ирекәй ҡайсы-тараҡ тотоп килеп сыҡты.
– Сәйҙә Күрпәсовна, ҡайҙа атылып сығып киттегеҙ? – ти ул, бисәмдең өҫ-башын һыйпаштырып. – Һуң әле прическағыҙҙы эшләп бөтмәнем дә инде...
– Оҙаҡ ҡыланма, дорогой, – кәләштең тауышы ғүмере булмағанды иркә сыҡты. – Онотманыңмы, беҙҙе ҙур урында көтәләр. Душҡа ин дә әҙерләнә тор, – тине лә тек-тек баҫып сығып китте. Тегеһе, аңлауымса, шәхси парикмахеры, уның артынан эйәрҙе.
Бына һиңә мә! Тап киноларҙағы байбисәләр һымаҡ ҡылана бит! Көҙгөгә бағам, эйе, үҙеммен. Әллә ысынлап та серегән бай булып уяндыммы?..
Ул арала үтә сағыу кейемдә телефондан һөйләшә-һөйләшә ҡыҙым килеп инде:
– Альбертик, подожди-ка, – ҡолағынан телефонын алып, миңә өндәште, – пап, беҙ кинотеатрға барабыҙ. 200 доллар бир әле, – тине лә кире трубкаһын алып, сығыу яғына атланы.
– Нимә?! Мин һиңә ниндәй “папа” булайым? Матурлап өндәш, – тим, ҡапыл ярһып. Йүгереп барып, ҡыҙымды үҙемә әйләндереп баҫтырҙым.
– Ты че, чокнулся? – ҡыҙым миңә тәү күргәндәй ҡото алынып ҡараны.
– Атай, тиң. Исмаһам, зинһар, тиң.
– Сразу, аҡса бирмәйем, тиң хотя бы. Зачем людям голову морочить? – Гүзәлем, үсегеүен йөҙөнә сығарып, ҡырт боролоп сығып китте.
– Кузя, что случилось? – телефонынан бәйләнештең икенсе осондағы егет тауышы ишетелде.
“Күрһәтермен мин һиңә Кузяны!” – мейемдән йәшен тиҙлегендә шундай уй йүгереп үтте.
Ҙур өйҙөң һәр мөйөшөн иғтибарлап ҡарап йөрөп сыҡҡас, йыуыныу бүлмәһелер тип, бер ишекте астым. Компьютер артында ултырған малайым миңә ҡараны ла, ҡолаҡсындарын сисмәй генә:
– Привет, пап! – тип, кире мониторға баҡты.
Клавиатура төймәләренән бармаҡтары йүгерә генә. Шул тиклем бирелеп, ни менән булыша икән, тип ҡыҙыҡһынып, янына барып ҡараным. Иртә таңдан танкыла бәрешә был!
– Башҡа эшең юҡмы? – ҡолаҡсындарын алып ташланым. – Ана, бар, тышҡа сығып, йүгереп кил!
Бүлмәһе ҡотһоҙ, әйберҙәр туҙып ята, стенаға әллә кемдәрҙең һүрәттәре йәбештерелеп бөткән. Ғүмерҙә лә асылмаған форточканы асып ебәрҙем.
– Нимә, әпәт не с той ноги встал, что ли? – Артурым, иҫкәртеүемә ҡолаҡ та һалмай, иҙәндә ятҡан ҡолаҡсындарын кире кейҙе лә урынына барып ултырҙы. Компьютеры зыңғырлаған тауыш сығарҙы. Ул нимәгәлер баҫҡайны, экрандан бер малайҙың йөҙө күренде.
– Дарова, Турик! Как хәлдәр?
Бында ла шул уҡ хәл. Мине был өйҙә берәйһе һанға һуғамы ул?
Сәғәт туғыҙ тулыу менән телефон шылтырай башланы. Баҡтиһәң, мин бер төҙөлөш фирмаһының генераль директоры икән. Теге әйберҙе килтерергәме-юҡмы, ҡайҙа ҡуйырға, нимә эшләтергә, килешеү ҡағыҙын нотариусҡа тапшырырғамы – барыһын минән рөхсәт алып ҡына башҡаралар. Ыҡ-мыҡ итеп, шулайтығыҙ һуң, тип яуап ҡайтарған булам. Кемеһенәлер спонсорлыҡта ярҙам итеп ебәрергә кәрәк, Яңы йыл яҡынлаша, сығымдар талап ителә, балаларҙы кәм-хур итергә ярамай, тиҙәр. Өндәшмәгәс, юрист-консультантығыҙ менән бәйләнешкә инербеҙ, тип, бәйләнеште өҙәләр. Шундай ҙа түрә булыуыма ҡыуана биреп ҡуйһам да, үҙем эстән ҡурҡып ултырам әле. Бөтәһе лә аҡса таптыра лаһа. Шул аҡсам булмаһа, һис кемгә кәрәкмәҫ тә инем бит! Тағы шылтыратыу. “Любимый, привет! Встречанан һуң ҡатыныңды водилаң менән ҡайтарып, үҙең минең янға һуғылаһыңмы?” – ти бер иркә тауыш! Ни икәненә төшөнөп, үҙемдән ытырғанып, башыма йәбештем.
– Ты че, дорогуша? Һаман әҙер түгелһеңме? – ҡулдарын биленә таянып, алдыма бисәм килеп баҫҡан икән. – Марш, гардеробныйға. 5 минут ваҡыт һиңә, – елтерәтеп тигәндәй мине төпкө бер бүлмәгә алып китте. – Сафия, Килдеғол Амановичҡа ярҙам кәрәк! – тип ҡысҡырып үтте асыҡ бер ишеккә.
Эргәмә баяғы алъяпҡыслы ҡатын килеп баҫты.
– Тәк, встреча театрҙа үтә, ызначит, официально, – тип, миңә костюм-салбар, аҡ яға, галстук һуҙҙы.
Бындай кейемдәрҙе бит минең мәктәптәге сығарылыш кисәһенән һуң кейгән дә юҡ. Оҙаҡ мыштырлауымды күреп, Сафия тигәне түҙмәне, ахыры:
– Ҡана, үҙем, – тип, галстугымды бәйләп бирҙе.
Машинаға ултырғас, тын етмәй башланы. Өйҙәге бындай хәлдәрҙән һуң, тегендә, осрашыуҙа нимә булыр? Берәүҙәр, был байға ярарға кәрәк, аҡсаһының бер аҙ өлөшө миңә таммаҫмы, тип ярамһаҡлана, икенселәре, шулай ҡупырайып йөрөр инде, шампанскийы тамағына торғоро, тип эстән ҡарғап, тыштан яһалма йылмая башлаһа, нисек түҙермен? Шулай булырын беләм, сөнки һәр түрә-байға үҙемдең мөнәсәбәтем шундай!
– Туҡта! – тип шоферға ҡысҡырыуым булды, үҙемдең ҡырағай тауышымдан үҙем ҡурҡып, уянып киттем.
О, шөкөр, ауылдағы өйөм, үҙемдең йоҡо бүлмәм.
– Нимә аҡыраһың? – бисәмдең ҡәнәғәтһеҙ тауышы ишетелде.
– Әлдә төш кенә булған, – тип боролоп ятып, уны ҡыҫып ҡосаҡлайым.
– Абау, ҡыланмағанын ҡыланып, – тине лә кәләшкәйем ҡабат мыш-мыш йоҡлап китте.
Фото: https://yandex.ru/images/search?text=ребенок%20в%20компьютере%20сидит%20юмореска%20рисунок&from=tabbar&pos=0&img_url=https%3A%2F%2Fscontent-hel3-1.cdninstagram.com%2Fv%2Ft51.2885-15%2Fe35%2F137613107_764541521135265_8655772050838390387_n.jpg%3Ftp%3D1%26_nc_ht%3Dscontent-hel3-1.cdninstagram.com%26_nc_cat%3D109%26_nc_ohc%3DPY7YL0rX1I4AX_-_ezD%26edm%3DABfd0MgAAAAA%26ccb%3D7-4%26oh%3D7b04ca2c7e4b30eb0ddc402f25f6322b%26oe%3D608B6BED%26_nc_sid%3D7bff83&rpt=simage