Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
18 Декабрь 2021, 14:45
Һалдат ҡайтты тыуған яғына!
“Хөрмәтле Айгөл Зөлфәр ҡыҙы һәм Рауил Ғәбдрәшит улы! Һеҙҙең улығыҙ рядовой Айҙар Солтанморатов үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Хәрби дисциплинаны тотоуҙа хеҙмәттәштәренә өлгө булып тора, үҙенең бурысын намыҫ менән үтәй. Улығыҙға өлгө булырҙай тәрбиә биргәнегеҙ өсөн Һеҙгә рәхмәт”, - тиелә хатта.
Һалдат ҡайтты тыуған яғына!
Һалдатты әрме хеҙмәтенә оҙатыу ҙа, ҡаршы алыу ҙа ҙур шатлыҡ. Сөнки һау-сәләмәт булып үҫкән егет кешенең хеҙмәткә алынып, һалдат бурысын үтәп ҡайтыуы ир-аттың сынығыу мәктәбе, ғорурлығы ла булып тора.
Күптән түгел Ғафури районы Яугилде ауылынан Айҙар Рауил улы Солтанморатов хеҙмәт юлы үтеп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты. Дүрт күҙ менән көтөп торған атай-әсәһен шатландырып, Мәскәү ҡалаһынан майор Р.Г.Бамматов исеменән уларға тәғәйенләп яҙылған Рәхмәт хатын да алып ҡайтҡан ул.
“Хөрмәтле Айгөл Зөлфәр ҡыҙы һәм Рауил Ғәбдрәшит улы! Һеҙҙең улығыҙ рядовой Айҙар Солтанморатов үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Хәрби дисциплинаны тотоуҙа хеҙмәттәштәренә өлгө булып тора, үҙенең бурысын намыҫ менән үтәй. Улығыҙға өлгө булырҙай тәрбиә биргәнегеҙ өсөн Һеҙгә рәхмәт”, - тиелә хатта.
Айҙар Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында урта белем алған. Һуңынан Ишембай нефть колледжына уҡырға кереп, уны тамамлағас, хеҙмәт итергә юллана. Хәҙер инде эшкә урынлашып, юғары уҡыу йортона уҡырға керергә тигән хыялын тормошҡа ашырырға уйлай. “Әрме хеҙмәтенә барырға ҡурҡмаһындар, үҙеңде һалдат хеҙмәтендә лә һынап ҡарарға кәрәк”, - ти ул ғорурлыҡ менән.
Алда ла атай-әсәһенә улдарының һөйөнөслө хәбәрҙәрен генә ишетеп торорға, ә Айҙарға үҙ маҡсаттарын тормошҡа ашырып, лайыҡлы кеше булып йәшәргә яҙһын.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Автор:
Венер Исхаков
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"