Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
18 Декабрь 2021, 03:25

Әлиә Исҡужинанан иртәнге сәләм

Бөгөн Әлиә Исҡужинаның тыуған көнө. Йырсыны ғүмер байрамы менән ҡотлап, ғаилә именлеге, сәләмәтлек, тамашасыларҙы йырҙары менән оҙаҡ ҡыуандырып йәшәүен теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Әлиә Исҡужинанан иртәнге сәләмӘлиә Исҡужинанан иртәнге сәләм
Әлиә Исҡужинанан иртәнге сәләм

“Яратҡан хеҙмәтемде халыҡҡа бүләк итәм”

Боронғо йырҙар... Башҡорт халҡының күңелендә быуаттар буйы һаҡланып килгән хазинаны Әлиә  Исҡужина ла башҡалар йөрәгенә  тейешле кимәлдә еткереүҙе үҙенең бурысы тип  һанай. Донъяның ҡайһы тарафында булырға тура килмәһен, тамашасыларҙы ошо  үлемһеҙ сәнғәт өлгөһө менән ҡыуандыра ул. Төркиәләге  иң бейек тауҙарҙың береһе Бабадагтан параглайдингтан һикергәндә лә халыҡ йырын һуҙа. Боронғо (антик ҡала) Хиерополис ҡалаһының  амфитеатрында ла туристар башҡорттоң оҙон йырын иҫе китеп тыңлай.

Дубайҙа  Әлиә фортепьянола уйнап, мәшһүр “Шәүрә” не йырлап ебәрә.

Билге лә генә ҡуйҙым, ай, биләнгә,

Шәүрә килен киләм дә тигәнгә.

Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян

Шәүрә килен кейгән еләнгә.

Ете ят телдә яңғыраған аһәңле йыр донъяның төрлө мөйөшөнән килгән күп һанлы  милләт кешеләренең күңелен яулап ала. Барыһы ла моң һирпелгән урынға  йыйыла, әҫәрләнеп йырҙы тыңлай.

“Башымды күтәреп ҡараһам,  ҡайһы берҙәренең күҙҙәре йәшләнгәнен күреп, күңелем тулышты, – ти был хаҡта Башҡорт дәүләт филармонияһының солисы.  – Бына ниндәй ғәжәп ҡөҙрәткә эйә  башҡорттоң мөғжизәле боронғо йырҙары!  Музыка, юғары сәнғәт –  тәржемәһеҙ ҙә халыҡ күңелен әсир иткән  халыҡ-ара тел.  Уның  аша теләгән илдә, һәр милләтең күңеленә үтеп инергә булыуын аңланым”.

  – Әлиә, ғәҙәттә, халыҡ билдәле кешеләрҙең иң тәүҙә бала сағы, хыялы менән ҡыҙыҡһына.  Йырсы булыу теләге ҡасан тыуҙы?

– Хисле, тыныс бала булдым. Хатта балалар баҡсаһында бүтәндәрҙе шаярмғыҙ тип тыйып йөрөгәнем тип әсәйем һөйләй(көлә). Тәүге тапҡыр сәхнәлә йырлағанымды бөгөнгөләй хәтерләйем. Дүрт йәштә  ауылдағы һабантуйҙа “Гөлназ матур ҡыҙ икән!” тигән йырҙы башҡарҙым.  Бөтә майҙан гөрләтеп ҡул сапты,  бүләк тә биргәс, ҡыуанысымдың сиге булманы (көлә).  Шунан бирле мине сәхнә үҙенә тартты. Туғыҙынсы класта уҡығанда ауылдағы музыка мәктәбендә вокал уҡытыусыһы Әлфиә Әхәт ҡыҙы Нурмөхәхәмтова халыҡ йыры  “Шәһүрә – аҫыл ҡыҙ бала”ны өйрәтте.  Тиҙҙән Баймаҡ ҡалаһында Буранбай Ҡотдосов исемендәге оҙон-көй бәйгеһендә ошо йырҙы башҡарып, икенсе урыны алдым. Был хаҡта гәзиттәрҙә лә яҙғас, тағы ла дәртләнеп киттем. Шулай ҙа ул тиклем ҡысҡырып йөрөмәнем,  эстән генә  хыялландым, бәлки, ысын йырсы булыр өсөн бөтөнләй яраҡһыҙмындыр, тип шикләнә инем. Бөтәһе лә ҡапыл хәл ителде.

– Нисек?

-Туғыҙынсы синыфтан һуң йәйге каникулда Сибайҙа йәшәгән  туғандарыма ҡунаҡҡа барҙым. Урам буйлап китеп барһам, “Сәнғәт колледжы” тигән яҙыуҙы күреп ҡалдым да  ике лә уйлап тормай кереп ҡарарға булдым.   Инһәм, колледж тулы йәштәр, һәр береһе матур  концерт кейемдәрендә, ә мин ябай ғына йәйге күлдәктә. Баҡтиһәң, колледжда ҡабул итеү имтихандары бара икән, әле икенсе тур. Үҙемдә ҡыйыулыҡ табып, ҡабул итеү комиссияһына ниәтемде белдерҙем. Уларға йырлап, шиғыр һөйләп ишеттерҙем. Икенсе көнгә тағы килергә ҡуштылар. Ҡайтҡас, апайым менән кешеләрҙән арыуыраҡ күлдәк эҙләп табып, өсөнсө турға килдем (көлә). Уҡырга инергә теләүселәр күп, ә бюджет урынына биш кенә кешене алалар ине. Улар араһына мин дә эләктем.

Джон Әхмәт улы: “Һине уҡырға ҡабул итәбеҙ. Документтарыңды алып килеү өсөн бер көн бирәбеҙ”, - тине. Шулай ҙа атай-әсәйем минең уҡырға инеүемә бигүк риза булманылар. “Балам, бәлки, кире уйларһың, унынсыға барырһың”, - тип сентябрь башланғансы ниәтемдән  һүрергә тырыштылар.  Күрәһең, улар сәнғәт өлкәһе, артист һөнәренең ауыр булыуын аңлап, минең башҡа юлдан китеүемде  теләгәндәрҙер. Атайым йәшерәк сағында  Темәс мәҙәниәт йортон төҙөүҙе ойоштороп, ете йыл буйы директор вазифаһын башҡарған. Шуға ла сәнғәттең бөтә нескәлектәре, халыҡҡа күренмәгән яғы уға яҡшы таныш булғандыр.

- Ә һин шулай үҙ хыялыңа тоғро ҡалдың инде...

- Бәләкәйҙән тырыш, ныҡыш булып үҫтем. Алдыма алғанды эшләмәйенсә ҡуймай торғайным. Гуманитар фәндәр еңел бирелһә лә, математика, геометрияны ҡара тырышлыҡ менән алдырҙым. Шуға ла улар мине теләгемдән һүндерә алманы.  Имтихан биргәндә ноталарҙы бөтөнләй белмәй инем, фортепьянола  ноталарҙың ҡайҙа торғанлығын да күрһәтә алманым. Курсташтарымдың күбеһе махсус музыка мәктәбен тамамлап килгәндәр, шуға ла улар алдында ныҡ уңайһыҙ булды (көлә). Тырышырға тура килде, сәмләнеп уҡып ҡыҙыл дипломға тамамлап ҡуйҙым. Колледж тарихында беренселәрҙән булып сольный  концертымды бирҙем.

–  Әлиә, һин конкурстарҙа йыш ҡатнашаһың.  Операның бишеге Италияла халыҡ-ара вокалистар конкурсында Гран- при яулағанһың. Ауылда үҫкән ҡыҙҙың классик сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныуы ҡасан  башланды?

– Беренсенән, вокалдан тәүге уҡытыусым Джон Мусаинға ҙур рәхмәт белдерәм. Остазым  классик сәнғәткә һөйөү уятты, уның нескәлектәрен асты. Атайҙарса ғәжәп хәстәрлекле кеше булды ул. Иртән дәрескә килгәс, иң тәүҙә, тамағың туҡмы, ашаныңмы, тип һорар ине. “Юҡ” тиһәң, бар ашап кил, ас килеш йырлап булмай”, – тип ҡайтарып ебәрә торғайны (көлә). Өйҙә  телевизорҙан концерт ҡарап ултырғанда Әлфиә Кәримованың башҡарыуында Александр Алябьевтың “Һандуғас”   романсын иҫем китеп тыңлағаным хәтерҙә. Ошонан һуң  операға баш көллө ғашиҡ булдым. Һуңынан был  йырсы менән ҡыҙыҡһына башланым. Баҡтиһәң, Әлфиәне ле, бер туған Асҡар һәм Ильдар Абдразаҡовтарҙы ла Миләүшә Мортазина уҡытҡан. Уларҙың ижадын, башҡарыу техникаһын оҡшатып, шуға ла колледждан һуң ошо йүнәлештә үҫергә теләнем.

– Миләүшә Мортазина үҙенә  бөтә йырсыларҙы ла алмай, тиҙәр. Ә һин уға нисек эләктең?

- Ысынлап та шулай. Милүәшә Ғәли ҡыҙында уҡырға теләүселәр бик күп. Дөрөҫөн әйткәндә, минең алда уҡытыусылар һайлау мөмкинлеге бар ине. Беҙгә кемдә белем алырға теләүебеҙ хаҡында ғариза яҙырға ҡушҡас, ярай, нимә булһа ла булыр тип, Миләүшә Ғәли ҡыҙын күрһәттем. Мине алыуын ишеткәс, шатлығымдың сиге юҡ ине, тәүҙә ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәнем. Бик талапсан кеше Миләүшә Ғәли ҡыҙы, һәр дәрескә ҡурҡа-ҡурҡа бара торғайным. Йылдар үткән һайын шундай шөһрәтле уҡытыусыла юғары сәнғәт нескәлектәрен үҙләштереүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Ул үҙ эшенә мөкиббән бирелгән шәхес, уның аҡылына, тырышлығына, көслө характерына хайран ҡалам, һәр бер һүҙендә тәрәнә мәғәнә ята. Һәр кешелә һайлаған һөнәренә  яуаплы ҡарауҙы талап иткән, шунһыҙ уңышҡа ирешеп булмауҙы күңелгә һеңдергән остазыма сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм.- Ә ни өсөн Опера һәм балет театрына барманығыҙ?

- Мин диплом алған йылда унда урын булманы, шунан филармонияға килдем. Әммә бында ла күңелһеҙләнергә урын юҡ. Төрлө телдә классик ариялар, романстар, халыҡ йырҙары өҫтөндә күп эшләйем,  уларҙы яратҡан тамашасыларыма ишеттереү өсөн мөмкинлек бар.

-Элек-электән йырсы, артист булырға теләгәндәр күп. Яҙмышын сәнғәт менән бәйләргә ниәт иткәндәргә ниндәй кәңәш бирер инең?

- Күптәр йырсы булыуҙы еңел һөнәр тип уйлай. Был бөтөнләй хата фекер. Мәҫәлән, әсәйем Әлфиә Ниғәмәт ҡыҙы ғүмер буйы уҡытыусы булып 

эшләне, рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Өйҙә һәр ваҡыт әҙерләнә, бер ҡосаҡ дәфтәр тикшерә. “Әсәй, һин 7 йәштән алып пенсияға сыҡҡансы  китап-дәфтәрҙәрең менән ялҡманыңмы? Ә  мин уҡытыусы булмаясаҡмын”, - ти торғайным. Минең өсөн уҡытыусынан да ауыр һөнәр юҡ ине кеүек. Бөгөн иһә үҙем профессиональ йырсы булғас, һөнәремдең  ни тиклем ҡатмарлы, көсөргәнешле булыуын әйтә алам. Ғөмүмән, беҙҙең һөнәр стрестарҙан тора. Сәхнәгә сыҡҡан һайын үҙеңдең һөнәри кимәлеңде тамашасыға иҫбат итәһең. Сығышың саҡ ҡына һин теләгәнсә килеп сыҡмаһа, үҙеңә генә түгел, бөтәһенә лә насар тәьҫир итә. Һәр ваҡыт тышҡы ҡиәфәтең менән күркәм булырға тейешһең. Йырсы һөнәре лә спортсы кеүек ул, һәр ваҡыт профессиональ формала булырға кәрәк. Үҙ өҫтөңдә даими шөғөлләнеп тормаһаң, артта ҡалыуыңды көт тә тор. Һауа торошоноң үҙгәреүе лә, берәй ерең ауыртһа, кәйефең булмаһа ла, тауышҡа насар тәьҫир итә. Ә тауыш – ул иң ҡатмарлы инструмент. Ни өсөн? Мәҫәлән, фортепьяно, баян, скрипка кеүек уйын ҡоралдарын күҙ алдында  көйгә килтерергә була. Ә йырсының тауышын көйләү үтә сетерекле, ҡатмарлы шөғөл, һәр бер кешегә шәхсән алым  кәрәк. Бары үҙеңде тойомлауың, көндәлек уның өҫтөндә эшләү менән генә тауышыңды тейешле кимәлгә еткерергә мөмкин.  Йырсы булыу туҡланыу йәһәтенән дә күп ризыҡтан алыҫ тороуҙы талап итә. Шунһыҙ тауышыңа зарар килеүе бар. Мәҫәлән, мин һуңғы тапҡыр ҡасан көнбағыш ашағанымды иҫләмәйем. Артыҡ эҫе, һыуыҡ, әсе ризыҡтар ҙа ярамай. Йырлар алдынан шәрбәттән, сәтләүектән тыйылып торам. Туңдырманы бик яратһам да, үҙемә йәйге ялда ғына тәмләргә рөхсәт бирәм. Әлбиттә, концерттар алдынан йоҡо туйырға тейеш.

-  Ниңә ошо юлдан киттем  икән тип үкенгән сағығыҙ буламы?

- Юҡ, сөнки үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым. Миңә тырышлыҡ, яуаплылыҡ тойғоһо хас, шунлыҡтан башҡа өлкәлә лә уңышлы эшләй алыр инем тип уйлайым. Әммә ни тиклем  ауыр булмаһын, һөнәрем оҡшай, уны ләззәт менән башҡарам. Был иң мөһиме, сөнки шөғөлөң күңелеңә ятырға, һин унан йәшәүгә дәрт, мөхәббәт алырға тейешһең.

-- Әлиә, һине урамда таныйҙармы? Был һиңә оҡшаймы?

- Әлбиттә, оҡшай (көлә). Урамда танып, һаулыҡ ҡушһалар, кәйеф күтәрелеп  китә. Фотоға төшәйек, тиҙәр, икенселәр ижадым менән ҡыҙыҡһына. Хәҙер бит мөмкинлек күп, өсөнсөләр интернет селтәрҙәрендә теләктәрен яҙалар.

- Танылыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?

- Популяр булыу хаҡында уйларға кәрәкмәйҙер, сөнки һин бит танылыу өсөн эшләмәйһең, яратҡан хеҙмәтеңде башҡараһың, уны халыҡҡа бүләк итәһең. Күптәр йырсы һөнәрен күңелле, бейейһегеҙ ҙә, йырлайыһығыҙ, тип әйтһә лә, ысынбарлыҡта еңел түгел. Бер йырҙы халыҡҡа сығарыу өсөн күпме хеҙмәт һалынғанын белмәйҙәр. Ҡайһы берҙәрен әҙерләү өсөн йыл буйы эшләргә тура килә. Уның өсөн көйөп-янып йөрөйһөң, эҙләнәһең. Шәхси тормошоңда, бәлки, күңелһеҙ хәл булғандыр, ауырыйһыңмы-юҡмы, барыбыҙ ҙа сәхнәгә сығып, йылмайып, эшеңде юғары кимәлдә башҡарырға тейешһең. Шунда ғына халыҡ һинең ижадыңдан ҡәнәғәтләнеү ала. Әлбиттә, сәнғәт булғас, барыһына ла оҡшамауың да мөмкин. Оҡшарға ла  тейеш түгелһең, зауыҡ тураһында бәхәсләшмәйҙәр. Мин кемгәлер оҡшамайым икән, уға ғәҙәти ҡарайым, тәнҡит булырға тейеш. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, теләгән өлкәлә үҙеңде шөғөлөңдө камил итеп башҡарһаң, барыбер баһалаясаҡтар. Әлбиттә, артист халҡына илһам кәрәк. Беҙ халыҡтан, тамашасынан көс алабыҙ, кире бәйләнеш булырға тейеш. Был ҡанатланып ижад итергә дәрт бирә.

- Бөгөнгө йыр сәнғәтендә күңелегеҙҙе нимәләр борсой?

- Ни өсөндөр йәштәр бер көнлөк йырҙарҙы үҙ итә. Ә минең ундай йырҙарҙы енем һөймәй. Тап шуғалыр ҙа мине өлкәнерәк быуын кешеләре күберәк тыңлай. Тағы ла һәүәҫкәрҙәр менән профессиональ йырсыларҙы бутауҙары ғәжәпкә ҡалдыра.  Һүҙҙәренең мәғәнәһе булмаған еңел-елпе  йырҙарҙы халыҡҡа сығаралар. Кемдер махсус белеме лә булмай тороп тиҫтә йылдар буйы шул һөнәр нескәлектәрен үҙләштергән йырсылар менән бер сәхнәлә сығыш яһап йөрөй. Был бит ғәҙелһеҙлек. Классика – мәңгелек, мәҫәлән, шөһрәтле йырсылар Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәриҙә Ҡудашева, Радик Гәрәев кеүек йырсылар ошо юлдан тайпылмаған һәм  шуға ла улар тарихта  ҡалған. Халыҡ улар башҡарған яҙмаларҙы ла әле яратып тыңлауы шуға дәлил. Әлбиттә, заман бергә атлау һәйбәт, шулай ҙа алтын урталыҡты тота белергә кәрәк.    Беҙ тамашасыларҙа зауыҡ, ысын сәнғәткә һөйөү тәрбиәләргә тейеш.

Йәнә хәҙер профессиональ йырсылар күп, конкуренция ҙур. Артистар араһында  үҙәренең урындарын таба алмағандар йыш осорай. Йәштәрҙе үҫтереү, уларҙы халыҡҡа сығарыу йүнәлешендә  “Ҡурай” йыр-моң каналы, “Башҡорт йыры” проекты ҙур эш алып бара, матур, йөкмәткеле концерттар ойошторола. Әммә был юҫыҡта уларҙың тырышлығын ғына көтөү кәрәкмәй, һәләтлеләрҙе  үҫтереү йәһәтенән продюссерҙар күберәк булһын ине.

Таланттар  күп, шулай ҙа  ҡайһы бер йәштәргә тырышлыҡ  етмәй,  улар һәләттәренә генә ышанып, ялҡауланалар, үҙ өҫтөндә эшләмәйҙәр,  шуға ла юғалып ҡалалар.

- Һин ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын да тамамлағанһың. Ни өсөн унда инергә булдың?

- Ни эшләптер бәләкәй саҡтан ике юғары белемем булырға тейеш тигән маҡсат ҡуйҙым, ошо теләгем тынғы бирмәне. Шуға ла сәнғәт институтында уҡығанда башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем. Бындағы белем халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен тағы ла төплөрәк өйрәнергә ярҙам итте.

 - Буш ваҡыттарыңды нисек үткәрәһең?

- Миңә ижад, сәнғәт, матурлыҡ менән бәйле бөтә нәмәләр ҙә оҡшай. Башҡорт милли милли биҙәүестәрен, түшелдеректәр эшләйем, һүрәт төшөрөргә яратам. Хеҙмәттәштәремдең ижады менән ҡыҙыҡһынып барам, бер спектаклде лә, концертты ла ҡалдырмаҫҡа тырышам. Театрҙарға мин ял итер өсөн генә түгел, эшкә йөрөгән кеүек барам. Ул минең өсөн эҙләнеү, үҙ өҫтөмдә эшләүҙең бер ысулы.

- Әлиә, буласаҡ тормош иптәшеңде нисегерәк күҙ алдына килтерәһең?

- Әлбиттә, бар яҡлап та ышаныслы булырға тейеш. Тормошомдо аңлауы, мине хөрмәт итеүе, маҡсатлы, эшһөйәр,  хәстәрлекле булыуы мөһим. Йәнә балаларымдың атаһы  эсмәҫкә, тартмаҫҡа тейеш .

- Талаптарың бик юғары һымаҡ. Ә ундай егет булмаһа?

- Булыр тигән өмөттә ҡалам!

- Күрәһең, үҙең шундай ғаиләлә үҫкәнһеңдер...

-  Эйе, беҙҙең ғаиләлә иҫерткес эсемлектәргә урын юҡ. Байрам табындары һут, сәй менән үтә. Мин шундай мөхиттә үҫкәс, алама ғәҙәттәре булған кешене аңлай алмайым,  буласаҡ ғаиләм дә тап шундай булырға тейеш тигән ҡараштамын. Тағы беҙҙә дингә ихтирам ҙур. Өләсәйем беҙҙең менән йәшәгәс, уның һәр ваҡыт намаҙ уҡыуын күреп үҫтем, бергә мәсеткә йөрөй торғайным. Үҙем намаҙ уҡымаһам да, дингә ышанам, бына унынсы йыл ураҙа тотам. Быйыл да ҡалдырмаҫҡа ниәтләп торам.

- Әлиә, матур, йөкмәткеле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да ижадыңда һәм тормошоңда уңыштар теләйбеҙ.

Венер ИСХАҠОВ әңгәмәләште.

                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                                           

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас