Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Новости
18 Декабря 2021, 09:45

Нәжибәк Хафизовтың тыуыуына 100 йыл

Нәжибәк Хафизов башҡорт эстрадаһы репертуарын байытыу өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Ул утыҙға яҡын реприза һәм интермедия яҙа. Мәҫәлән, "Кәтүк менән Бағанай" интермедияһы халыҡ араһында ҙур популярлыҡ ҡаҙана.

Нәжибәк Хафизовтың тыуыуына 100 йылНәжибәк Хафизовтың тыуыуына 100 йыл
Нәжибәк Хафизовтың тыуыуына 100 йыл

Нәжибәк Шайкамал улы Хафизов 1921 йылдың 17 декабрендә Башҡортостандың Учалы районы Ураҙ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт театраль-художество училищеһының театр бүлеген тамамлай һәм шул уҡ йылда Совет Армияһы сафына хеҙмәткә саҡырыла, 1947 йылға тиклем Хәрби-Диңгеҙ флотында хеҙмәт итә.
1950 йылда КПСС сафына инә. 1958 - 1961 йылдарҙа Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары булып эшләй.
1961 - 1963 йылдарҙа Мәскәүҙәге юғары әҙәбиәт курстарында уҡый. 1963 - 1968 йылдарҙа Нәжибәк Хафизов Башҡорт дәүләт филармонияһының директоры булып эшләй.
Нәжибәк Хафизов үҙенең ижад эшен Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙа башлай. Уның тәүге очерктары, хикәйәләре 1948 йылдарҙа газета, жарнал биттәрендә баҫыла башлай. Уның тәүге бер шаршаулы пьесаһы ла 1948 йылда сәхнәгә ҡуйыла. Ошо ваҡыттан башлап Нәжибәк Хафизов драма жанрында эшләп китә. Уның "Осрашыу", "Яңылышыу", "Күршеләр", "Үҙ кеше", "Бер ваҡыт көҙ көнө", "Командаһыҙ капитан" һәм башҡа бер пәрҙәле пьесалары күп сәхнәларҙә уңыш менән ҡуйылып килә.
Нәжибәк Хафизов башҡорт эстрадаһы репертуарын байытыу өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Ул утыҙға яҡын реприза һәм интермедия яҙа. Мәҫәлән, "Кәтүк менән Бағанай" интермедияһы халыҡ араһында ҙур популярлыҡ ҡаҙана.
Хафизовтың байтаҡ сатирик-юмористик хикәйәләре баҫылып сыға. Уларҙың ҡайһы берҙәре рус, татар, болгар, ҡаҙаҡ һәм башҡа халыҡтар теленә тәржемә ителгән.
Тәржемә өлкәһендә лә актив эшләп ала. Мәҫәлән, А. Чеховтың "Ваня ағай", Л. Толстойҙың "Тере мәйет", А. Арбузовтың "Йәшлек менән осрашыу", В. Блиновтың "Ҡасҡын", Д. Лондондың "Урлау" пьесалары уның тарафынан тәржемә ителгәндәр.
Нәжибәк Хафизов 1958 йылда СССР яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителә.
Нәжибәк Шаһикамал улы Хафизов 1989 йылдың 19 феварлендә вафат була һәм тыуған ауылы Ураҙҙа ерләнә.
(Тимерғәлина, Р.Х. Башҡортостан яҙыусылары: Бибилографик белешмә. - Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1968 . -Б.:431 - 432)

Рамзия Шамигулова


Автор:Венер Исхаков
Читайте нас