

Урыҫ әҙәбиәтен һөйөүселәр Михаил Лермонтовты талантлы шағир, ғәҙеллек өсөн көрәшкән, самодержавие һәм ҡоллоҡтоң асыҡ дошманы булараҡ белә. Әммә күптәргә уның тормошо, ниндәй кеше икәнлеге, башҡаларҙың уға мөнәсәбәте сер булып ҡала.
Шағирҙы замандаштары әллә ни хөрмәт итеп бармаған. Уның ваҡытһыҙ дуэлдә үлеп ҡалыуы бер кемдә лә тиерлек йәлләү тойғоһо тыуҙырмаған. Ә батша Николай I: “Эткә – эт үлеме”, – тип әйткән.
Төҫ-башҡа әллә ни күркәм, оҙон буйлы булмаған шағирҙы гүзәл зат ҡына түгел, ир-ат та өнәп бөтмәгән. Өҫтәүенә ул өҫ-башына, бөхтәлеккә әллә ни иғтибар итмәгән. Үҙен маһайыулы тотҡан, үпкәсел булған, кәмһеткәнде онота алмаған.
Малай иртә үкһеҙ етем ҡалып, өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән. Ҡалған туғандары уны үгәйһетеп, ситләтеп ҡараған. Шағир ҡомарлы уйындарҙа, ярыштарҙа һәр ваҡыт еңелгән. Ҡатмарлы холҡо арҡаһында уға ҡыҫҡа ғына ғүмерендә өс дуэлдә ҡатнашырға тура килгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Михаил Лермонтов әле лә иң талантлы урыҫ шағирҙарының береһе булып ҡала.