Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Декабрь 2021, 18:15

Абдулла Хәлфетдинов ҡалдырған моң

"Алтын балдаҡ", "Һин ултыртҡан муйыл"... Ғәжәп шәп йырҙар! Ғәҙәттә, беҙ йырҙарҙы башҡарған йырсыларҙы күңелебеҙгә нығыраҡ һеңдерәбеҙ. Сәхнәләрҙә, радиола ла йыш ҡына ошондай үлемһеҙ йырҙар авторҙарын әйтергә оноталар. Үрҙә атап үтелгән йырҙарҙың эйәһе Белорет районының Шығай ауылында тыуып үҫкән талант әһеле, композитор, ҡурайсы Абдулла Хәлфетдинов үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, йырҙары оҙон ғүмерле. 

Абдулла Хәлфетдинов ҡалдырған моңАбдулла Хәлфетдинов ҡалдырған моң
Абдулла Хәлфетдинов ҡалдырған моң

"Мине сәхнәгә яҡташым, композитор Абдулла Хәлфетдиновтың “Алтын балдаҡ” йыры сығарҙы һәм йырсы итте, - ти торғайны Роза Аккучукова. - Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡыған сағымда Абдулла Хәлфетдинов Зәйнәб Биишева һүҙҙәренә яҙған йырын күрһәтергә мине эҙләп килгән. Һеңлем, тине ул, йырлағаныңды ишеттем. Ошо йыр һиңә бик килешер. Фортепианола уйнап ишеттергәс, йыр бик оҡшаны. Йырҙы сығарҙыҡ. Икенсе көнөнә “Алтын балдаҡ” халыҡ араһында таралып өлгөрҙө. Зәйнәб Биишева ла бик ҡыуанды. Уның күҙҙәренә йәш алып, рәхмәт Абдуллаға, рәхмәт, Роза аҡыллым, һиңә, тип ҡыуаныуҙары һаман күҙ алдымда. “Алтын балдаҡ”тың тарихы шулай башланды. Был йыр хәҙер 40 йыл яңғырай һәм һаман да популярлығын юғалтмай. Сөнки ул йыр мөхәббәткә мәдхиә. Ул ваҡытта баянда Редик Фәсхетдинов уйнаны. Ул мәшһүр баянсы булып танылды, юғары исемдәргә лайыҡ булды. Бына шул буй етмәҫлек шәхес баянда уйнаны мин йырлағанда. Халҡымдың оло шәхестәре, юғары исемдәр яулаған кешеләр тормош юлымда, яҙмышымда бүләк булды. “Алтын балдаҡ” йыры ғүмерлек йырым булып ҡалды. Тормошомда һәр саҡ үҙемә оҡшаған, йөкмәткеле, кешеләрҙең күңеленә үтеп инерҙәй йырҙарҙы йырларға тырыштым. “Һин ултыртҡан муйыл”, “Аҡсарлаҡ” - былар инде Абдулла Хәлфетдиновтың мәңге һүнмәҫ моңдары.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас